6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Татьяна Сенечева: һәр дәрес асыш булырға тейеш
03.07.08


       Беренсе тапҡыр - беренсе класҡа. Был көндө һеҙ нимә кисерҙегеҙ? Тулҡынланыумы? - юҡ. Был, моғайын, балалар йөрәгенә генә хас ғәҙәттән тыш, сикһеҙ ҡыҙыҡһыныусанлыҡтыр.
       Беҙҙең класҡа бик уңай тура килде, беренсе уҡытыусым - нәфис кенә йәш ҡыҙ өсөн дә беҙ беренсе уҡыусылары булдыҡ, беҙҙең һәм ата-әсәйҙәребеҙ менән ул бөтә "эш" һәм "буш" ваҡытын үткәрә ине; беҙҙең һәм уның өсөн дә беренсе дәрестәр ҡыҙыҡлы ғына түгел, файҙалы ла ине - уларҙың һәр береһе асыш булды. Йылдар үткәс, үҙем мәктәпкә практикаға килгәс, мин йыш ҡына бала сағымда уҡ хәтеремдә ҡалған Татьяна Юрьевнаның дәрес үткәреү алымдарын ҡулланырға тырыштым.
       Быйыл минең беренсе уҡытыусым - Шишмәләге 3-сө гимназияның башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Татьяна Сенечева йөҙ мең һумлыҡ грант отто.
       - Моғайын, мин үҙемде үҙем грантҡа күрһәтергә тәүәккәллек итмәҫ ине. Миңә коллегаларым, ата-әсәләр, иң мөһиме - балалар ярҙам итте. Былтыр беҙҙең гимназияның башланғыс синыфтар уҡытыусыһы грант алғас, бәләкәстәрем миңә килде лә етди итеп: "Әйҙәгеҙ беҙ һеҙҙе күрһәтәйек, бының өсөн нимә эшләргә кәрәк?" - тинеләр. Дөрөҫөн әйткәндә, был һүҙҙәр минең өсөн һәр гранттан ҡиммәтерәк, - тип хәтергә ала Татьяна Юрьевна. - Ғөмүмән, тәүәккәллек итеүе ҡыйын булды. Бында эш минең үҙ-үҙемә ышаныу-ышанмауымда ла түгел. 20 йыл буйына эшләгән эшеңде дөйөмләштереү, бөтә тупланған тәжрибәңде системаға һалыу һәм дөрөҫ биреү - был, ысынлап та, ҙур хеҙмәт.
       Иманым камил, Татьяна Сенечева күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте менән генә түгел, үҙенең инновацион эшмәкәрлеге менән дә грантҡа лайыҡ.
       Билдәле булыуынса, беренсе синыфта алты йәшлек балаларға билдә ҡуймай торғайнылар, шуға күрә башҡарған эшебеҙ өсөн дәфтәребеҙгә ҡырҡып алынған бесәй, ҡуян балаһы, көсөк һүрәте йәбештерелә ине. Бының схемаһы ябай: тырышып яҙаһың да ял сәғәтендә ятып йоҡлайһың, уяныуыңа дәфтәреңдә эшең өсөн айырым бер сағыу баһа. Сираттағы дәртләндереүҙе алыу өсөн беҙ бөтә көсөбөҙгә тырышып хәрефтәр һәм һандар яҙа инек. Ысынлап әйтәм, Татьяна Юрьевна матур итеп киҫеп йәбештергән йәнлектәр менән дәфтәрҙәрҙе мин әле булһа һаҡлайым.
       - Рәсми рәүештә минең эш көнөм сәғәт 12-лә тамамлана ине. Әммә мин биштән алда өйгә ҡайтып китмәй торғайным. Һеҙҙән айырылып ҡайтып киткем килмәй ине, - ти педагог. - Ә өйҙә киләһе дәрескә әҙерләнәм, һеҙҙең өсөн һәр дәрес ысын асыш булһын өсөн тырышам.
       Йылдар үтте, бесәй һәм ҡуян балаларына алмашҡа "бишле" билдәләре килде, ә бына дәресте ҡыҙыҡлы яһарға ынтылыу һаҡланды.
       - Мин балала теләк кенә түгел, ә мәктәпкә яңы белем, уҡытыусының һәм башҡа уҡыусыларҙың маҡтауы артынан килеү талабы тәрбиәләргә тырыштым. Баланың үҙен өйҙәге кеүек тәбиғи тотоуы бик мөһим, шул саҡта ғына уның күп яҡлы ижади һәм интеллектуаль һәләттәрен асырға мөмкин.
       Бында уҡытыусыға үҙе файҙаланған алымдар, дәрес формалары ярҙам итә. Хәтеремдә, исемде өйрәнгәндә беҙ пираттар менән алыштыҡ: хазинаны (ул саҡта был бер тоҡсай ирис кәнфите ине) эҙләп табыу өсөн беҙҙә карта ла, компас та бар ине, беҙ бер нәмә лә белмәгән пираттарға был һүҙ төркөмө тураһында белгән бөтә мәғлүмәтте сығарып теҙеп һалырға тейеш инек.
       Хәҙерге сабыйҙар ҙа, 19 йыл элек беҙҙең кеүек, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән сәйәхәт итә, бөтә уҡыусыларҙың "дошмандары" менән алыша, бәхәсләшә һәм хатта тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә.
       - Әлбиттә, бәләкәстәргә ғилми эҙләнеүҙәрендә өлкәндәр: педагогтар, ата-әсәләр ярҙам итә. Әммә бында иң мөһиме ярҙам итеү менән артыҡ мауығып ташламаҫҡа кәрәк, был бит тикшеренеү, тимәк, бала нимәлер үҙе асырға, тәжрибә үткәрергә һәм балаларса үҙе һығымта яһарға тейеш. Юҡһа, был бәләкәй ғалимдың хеҙмәте булмаясаҡ, ә реферат килеп сығасаҡ, - тип айырып билдәләй Татьяна Юрьевна. - Әгәр ул бала сағынан ғилми эшкә "тартылһа", уның эсеү, тәмәке тартыу һәм башҡа төрлө юҡ-бар менән шөғөлләнергә ваҡыты ҡалмаясаҡ.
       Бындай тәрбиә, уҡытыу һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәй ҙә. Былтыр Сенечева уҡытҡан өсөнсө синыфтан дүрт баланың ғилми эше иң яҡшы тип танылды һәм Бөтә Рәсәй уҡыусыларҙың тикшеренеү һәм ижади эштәре конкурсының "Портфилио" йыйынтығына инде. Быйыл иһә Татьяна Юрьевнаның бындай эштәре етәү булды. Һеҙ, "буласаҡ Менделеевтар һәм Ньютондар нимә өйрәнә һуң?" тип һорарһығыҙ. Мәғлүмәт һаҡлаусы булараҡ һыуҙы, яҡташтары Мостай Кәримдең ижадын, экологияны, яҙыусының әҫәрҙәрен аңлау өсөн уның биографияһын һәм характерын өйрәнеү кәрәклеге тураһында теорияны һәм башҡалар.
       - Балаларҙың үҙ докладтары менән башҡа гимназистар алдында сығыш яһарға ҡурҡмауы, призлы урындар яулауы бик тә мөһим, - ти Татьяна Юрьевна.
       Бөгөн үҙ уҡыусылары менән Сенечева компьютер технологияларын үҙләштерә, үҙ ғилми эҙләнеүҙәрендә балалар йыш ҡына "техниканың һуңғы һүҙенә" ҡолаҡ һала.
       - Балаларға был бик оҡшай, шул уҡ ваҡытта улар хеҙмәткә өйрәнә: компьютерҙы улар ҡиммәт һәм ҡатмарлы уйынсыҡ итеп түгел, ә эштә кәрәкле машина булараҡ ҡабул итә бит.
       Әммә һәр бала ниндәйҙер бер айырым өлкәлә һәләтле һәм үҙенсә уникаль булыуын оноторға ярамай, тип саҡыра педагог:
       - Башланғыс кластар уҡытыусыһы, уҡыусы ысынлап яңылышҡан хәлдә лә, уға "һин хаҡлы түгелһең", "һин хаталанаһың" тип әйтергә тейеш түгел. Танып белеү тәбиғи барырға тейеш: "ҡыҙыҡ фекер, ә бына мин был турала уйламағанмын" тиергә кәрәк; бала ни өсөн тап шулай уйлауын һорашырға, ике төрлө ҡарашҡа ла анализ яһап, бергәләп иң ҡулай вариантты һайларға кәрәк.
       Татьяна Юрьевнаға үҙ уҡыусыларында бындай мөнәсәбәттәр - ышаныс һәм хеҙмәттәшлек - тәрбиәләргә ул үҙе сығарған - яңы-яңы ғына башланғыс мәктәп стенаһынан сыҡҡан балалар ярҙам итә. Традицион рәүештә улар бәләкәстәр өҫтөнән шефлыҡ итә, күсәгилешлелек тыуа.
       - Мин үҙем дә иң өлкәндәре инде университет, институт тамамлап, уңышлы эшләп йөрөгән, өйләнешкән, үҙ балалары тыуған элекке уҡыусыларымдың уңыштарын күҙәтеп барырға тырышам, - тип уртаҡлаша Татьяна Юрьевна. - Һеҙҙең уңыштарығыҙ - уҡытыусы өсөн иң мөһтме, минең эшемдең иң юғары баһаһы.

Елена Мужайлова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал