6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Ҡаяға үрмәләү

Рәсәйҙең Ҡытайҙағы еңелеүе
03.07.08


       Ҡытайҙың Синин ҡалаһында "тиҙлек" дисциплинаһында ҡаяға үрмәләү буйынса донъя кубогы этабы көтөлмәгән һөҙөмтә менән тамамланды. Ирҙәр араһында ла, ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла иң яҡшы дүртәү иҫәбенә Ҡытай вәкилдәре генә эләкте. Рәсәй лидерҙарынан Евгений Вайцеховский (Өфө, Башҡортостан) сирек финалда Нинг Жангуҙан ҡалышты, Сергей Синицын (Екатеринбург, Свердловск өлкәһе) Гуангпу Лиҙан еңелде.
       Күрһәткән ваҡытҡа ярашлы, Евгений Вайцеховский бишенсе йомғаҡлау ваҡытын яуланы, Сергей Синицын етенсе булды. Ә бит ҡытайҙар бер ваҡытта ла лидерҙар иҫәбенә инмәй торғайны.
       Рәсәйҙәр ни сәбәпле шулай сығыш яһаны һуң? Нисек ҡытайҙар етеҙ ҡаяға үрмәләү буйынса донъя лидерҙарын шулай тиҙ ҡыуып етә һәм уҙып китә алды? Беҙ Сининдан ҡайтҡан Евгений Вайцеховскийға ошо һәм башҡа һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.
       - Ҡытайҙар сиктән тыш оҫталар, тип әйтә алмайым, - тине Өфө егете. - Уларҙың илендә дүрт-биш эталон стенка яһалған, һәм улар йыл ярым буйына даими рәүештә шунда шөғөлләнгән. Ә беҙ былтыр сентябрь айында ярышыу режимында бер нисә тапҡыр ғына үрмәләнек, хатта күнекмә лә яһаманыҡ. Шуға күрә лә улар инде өйрәнеп бөткән эталон стенкаһында көслөрәк булды. Дөрөҫ, башта мин дә, Синицын да сирек финалда ярышыуҙа алда инек, ләкин һуңынан мин дә, ул да бер үк төрлө хата яһаныҡ - финиш алдынан ғына аяҡ ысҡынды, һәм беҙ, әлбиттә, еңелдек.
       Барыһы ла тамамланғас, күнекмә яһарға ваҡыт ҡалды - беҙҙең һөҙөмтәләр иң яҡшы ҡытайҙарҙың ваҡытына яҡынлашты. Тағы аҙ ғына шөғөлләнгәндә, беҙ уларҙы уҙа башлар инек. Берәүһенән - лидерҙан башҡаларын барыһын да.
       Ә дөйөм алғанда, бөтәһе лә оҡшаны - ҡабул итеү ҙә, ойоштороу ҙа. Тик Сининда көслө дауыл булды.
       - Еңелеү һиңә ныҡ тәьҫир иттеме?
       - Юҡ, мин үҙемде яҡшы тоям. Бынан алдағы донъя кубогы этабында бер ниндәй кисереш тә булмағайны, ғөмүмән, ярыш үҙе тойолманы. Синицын да шундай хәлдә булған икән - үрмәләп өлгөрмәнек.
       - Нимә һуң ул эталон трасса?
       - Был беҙҙең спортта донъя рекордтары ҡуйылған стандарт стенка.
       - Ул ҡатмарлымы? Ҡәҙимге кеше уны тырышып-тырмашып үтә аламы?
       - Юҡ. Хатта "тиҙлек" менән шөғөлләнгән ҡыҙҙарға ла, эләктергестәр араһындағы ара ҙур булыу сәбәпле, ҡыйынға тура килә.
       - Олимпиада алдынан Ҡытай оҡшанымы?
       - Пекин буйлап артыҡ йөрөргә тура килмәне. Дөрөҫөн әйткәндә, Ҡытайҙа үҙеңде иркен тойоп булмай, Европала, мәҫәлән, бөтә нәмә күңелгә яҡыныраҡ. Олимпиада башланыуға тиклем ҡалған ваҡытты иҫәпләгән табло хәтеремдә ҡалды, әлбиттә, - мин Пекинда саҡта 40 көн ҡалғайны.
       - Был һинең Ҡытайға нисәнсе сәйәхәтең?
       - Алтынсы. Шул иҫәптән Ҡытайҙың баш ҡалаһы һәм Уйындар-2008 үтәсәк Пекинда өсөнсө тапҡыр булырға тура килде.
       - Кубокта киләһе старт ҡасан?
       - 12-13 июлдә этап Францияла Альпта - Шамони-Монблан районында үтәсәк. 14-ендә ил Бастилияны алыуҙы билдәләй, һәм ҙур байрам алдынан унда һәр ваҡыт ошо урында старттар үткәрелә. Унда ла эталон трасса көтөлә.
       - Тағы ҡытайҙар класс күрһәтер микән?
       - Ундай бер нәмә лә булмаясаҡ. Донъяла бөтә ерҙә лә трассалар эталон түгел бит. Стандарт булмаған урындарҙа улар беҙгә ҡаршы тора алмаясаҡ. Ғөмүмән, бөтә ерҙә лә бер төрлө эталон трассалар булдырғанда "тиҙлек" күңелһеҙгә әйләнер ине, тип уйлайым.
       - Һин һәр ваҡыт юлдаһың. Күп илдәрҙә булып өлгөргәнһеңдер инде?
       - Юҡ, үткәреү урындары бер үк бит. Африкала, Америкала, Австралияла булманым. Азияла, Ҡытайҙан тыш, Сингапурҙа һәм Малайзияла булдым. Европала, әлбиттә, күп илдәрҙә булдым - Франция, Италия, Польша, Болгария, Бельгия һәм Австрияла. Англияла Лондон аэропортында ғына булырға тура килде. Эдинбургта, Шотландияла булдым.
       - Ә сит илдәрҙә яратҡан урындарың бармы?
       - Бәләкәй ҡалаларҙы яратам, эргәһендә тау, диңгеҙ йәки йылға булһын. Австрияла Инсбрук оҡшай, Францияла - Шамони-Монблан. Ҡасан да булһа Канадаға барырға хыялланам.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал