6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Персона

Хеҙмәтенә ҡарап француз наградаһы
03.07.08


       Тәүге тапҡыр 200 йыллыҡ тарихҡа эйә булған француз ордены Өфөләге "Француз альянсы" йәмәғәт ойошмаһының почетлы директоры Нина Антоноваға тапшырылды. Уны ҡотларға һәм был юғары награданы тапшырырға Башҡортостан баш ҡалаһына Францияның Рәсәйҙәге Илселегенең Хеҙмәттәшлек һәм мәҙәниәт буйынса департаментының мәғариф өлкәһендәге хеҙмәттәшлек буйынса атташеһы Мирей Шеваль ханым һәм Екатеринбургтағы "Француз альянсы" директоры Эдвард де Люмле килде.
       Бәлки, рус тамырҙары менән был француз ҡатынының исеме киң билдәле лә түгелдер, әммә фекерҙәштәре араһында Нина Александровна ҙур ихтирам менән файҙалана. Күп йылдар элек 26 йәшлек ҡатын Өфөгә үҙенең рус ире менән бергә килә. Хәҙер Нина Александровна ул ваҡыттарҙы йылмайып иҫкә ала, ә осраған ҡыйынлыҡтар тураһында бөтөнләй өндәшмәй. Бөтә ауырлыҡтарҙы сабыр кисерә, Францияға кире ҡайтыу тураһында уйламай ҙа.
       - Минең өсөн иң ҙур проблема рус телен өйрәнеү булды. Уны нисек тә тиҙерәк үҙләштереү өсөн эшсе йәштәр мәктәбенә барҙым, - тип бер ниндәй акцентһыҙ, тап-таҙа һөйләй Нина Александровна. - Һуңынан ситтән тороп Мәскәүҙә сит телдәр институтын тамамланым.
       Ҡайҙа эшкә барырға, шунда уҡ хәл иттем. Әлбиттә уҡытырға! Тәүҙә сәнғәт институтында, һуңынан күп йылдар, пенсияға тиклем, Башҡорт дәүләт педагогия университетында илдәрҙе өйрәнеү кеүек предметты алып барҙым. Француз телендә студенттарға үҙ тыуған илем тураһында һөйләнем - илдең тарихы, географияһы һәм мәҙәниәте менән таныштырҙым.
       - Нина Александровна, һеҙ нисек шулай француз телен дә, рус телен дә камил беләһегеҙ?
       - Бер телде лә идеаль рәүештә белеп булмай. Үҙ профессиям миңә күнекмәләремде камиллаштырырға, рус телендә таҙараҡ һөйләшергә, шул уҡ ваҡытта француз телен дә онотмаҫҡа мөмкинлек бирә бит.
       Нина Александровна уҡыусыларында ла үҙ туған теленә һөйөү тәрбиәләй. Ләкин ул тел буйынса уҡыу әсбаптары һәм аҙ һанлы француз китаптары менән генә телде тойорға, мәҙәниәтте аңларға өйрәтеп булмауын яҡшы аңлай. Шуға күрә пропаганда эшендә киләһе аҙым булып "Француз альянсы" йәмәғәт ойошмаһын төҙөү һәм Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың француз залын әҙәбиәт менән тулыландырыуҙа ярҙам күрһәтеү торҙо. Беренсеһе фекерҙәштәрен - француз мәҙәниәтен баһалаусыларҙы һәм белгестәрҙе - берләштерергә, икенсеһе өфөләргә француз классиктарының ғына түгел, хәҙерге заман авторҙарының әҫәрҙәрен оригиналда уҡыу мөмкинлеге бирергә ярҙам итте.
       - Нина Александровнаның еңел ҡулы арҡаһында французса бөтә нәмәне хөрмәт итеүселәр Өфөләге "Француз альянсы" ойошторған күп сараларҙа ҡатнаша ала, - ти Вәлиди исемендәге БР Милли китапханаһының сит телдәр әҙәбиәте бүлеге мөдире Индира Хәйретдинова. - Йылдан-йыл китап фонды француз әҙәбиәтенең яңы китаптары менән тулылана.
       Күптән түгел тағы ла бер китаптар партияһы килде - француз телендәге 300 баҫма Өфө китапханаһындағы стеллажда үҙ урынын тапты. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, был китаптар кәштәлә ятмай, уларға һәр ваҡыт һорау ҙур.
       Нина Александровнаның француз мәҙәниәтен һөйөүселәр йәмғиәтен үҫтереүгә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшөн, шулай уҡ сит телдәр әҙәбиәте бүлеге өсөн күп эштәр башҡарыуын иғтибарға алып, наградлау тантанаһын китапханала үткәрҙеләр. Иркен француз залы Нина Александровнаны "Академик пальма ботағы ордены кавалеры" тигән почетлы исем менән ҡотларға теләүселәрҙең барыһын да һыйҙырҙы.
       Рәсми өлөш башланыр алдынан бер нисә минут алда ғына Нина Антонова ошо тантана айҡанлы үҙ кисерештәре менән уртаҡлашты:
       - Минең өсөн был бик тулҡынландырғыс ваҡиға, - тип таныны Нина Александровна. - Шулай ҙа Франциянан Академик пальма ботағы орденына лайыҡ булыуым тураһында хат алғас, айырыуса ҙур шатлыҡ хистәре тулҡыны солғап алды.
       Әйткәндәй, был Францияның иң почетлы наградаларының береһе. Ул 1808 йылда император Наполеон I тарафынан булдырылған һәм белем һәм мәғариф өлкәһендәге айырыуса ҙур ҡаҙаныштар өсөн тапшырыла. Орден йыл һайын француз телен һәм мәҙәниәтен таратыуҙа һәм һаҡлауҙағы айырым ҡаҙаныштары өсөн француз граждандарына тапшырыла. Сит илдекеләр был наградаға сиктән тыш осраҡтарҙа тәҡдим ителә. Шуға күрә лә Академик пальма ботағы орденының Өфөлә йәшәүсегә тапшырылыуын уникаль ваҡиға тип иҫәпләргә мөмкин.
       Элекке ватандаштары Нина Антонованы күп тапҡырҙар Францияға әйләнеп ҡайтырға саҡырҙы. Ләкин Нина Александровна һәр ваҡыт кире ҡаға.
       - Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, Рәсәй минең өсөн икенсе тыуған йортҡа әйләнде, - ти ул. Дөрөҫ, Нина Александровна һирәк һәм бик аҙға ғына Өфөнән китә. Һуңғы йылдарҙа ул сит илдәргә, шул иҫәптән Францияға ла, сәфәргә сығырға ярата.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал