6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Күсемһеҙ милек

Теркәүселәрҙең эше сиктән тыш күп
02.07.08


       Хәҙер йәйге отпускылар мәле, ә күсемһеҙ милекте теркәү хеҙмәтендә эш ҡайнай. Кемдер фатирын хосусилаштырырға ашыға, кемдер, "дача амнистияһына" ярашлы, баҡсалағы өйөн йәки гаражын законлаштырып ҡалырға ынтыла. Өсөнсөләренә ер участкаһын тиҙерәк теркәргә кәрәк. Хәйер, Федераль теркәү хеҙмәте ярҙамында хәл итәһе мәсьәләләр аҙмы ни...
       Барыһы ла территориаль Теркәү хеҙмәте идаралыҡтарының документтарҙы ҡабул итеү залына ашыға, хәҙер унда осһоҙ- ҡырыйһыҙ сират. Белгестәр иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем тәнәфесһеҙ эшләп тә, өлгөрә алмай. Тәбиғи, бер ниндәй отпуск тураһында һүҙ булыуы ла мөмкин түгел. Ҡайҙан бындай мәхшәр һуң? СССР-ҙың 50 йыллығы урамында урынлашҡан РФ Федераль теркәү хеҙмәтенең БР буйынса идаралығына ашығырға өфөләрҙе нимә мәжбүр итте?
       Яуап ябай: имеш-мимеш. Йәнәһе, быйыл 1 октябрҙән Федераль теркәү хеҙмәте үҙ эшмәкәрлеген туҡтата, күсемһеҙ милеккә хоҡуғыңды теркәү ҙур проблемаға әйләнәсәк.
       Халыҡҡа хәлде аңлатыу маҡсатында Өфөлә журналистар өсөн Федераль теркәү хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы инициативаһы буйынса ойошторолған брифинг үткәрелде. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән Федераль теркәү хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы етәксеһе - Башҡортостандың төп дәүләт теркәүсеһе Петр Галунов һәм уның урынбаҫары Елена Маврина осрашты.
       Осрашыуҙа бөтә аңлашылмаусанлыҡтарға нөктә ҡуйылды. Петр Галунов әйтеүенсә, ведомствола, мәғлүмәт ағымдарын оптималләштереү кәрәклеген күҙ уңында тотоп, яңыса ойоштороу үткәреләсәк. Был башланды ла инде: быйыл 12 майҙа РФ Президентының "Федераль башҡарма власть органдары системаһы һәм структураһы мәсьәләләре" тигән Указы сыҡты. Уға ярашлы, күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе буйынса функциялар РФ Юстиция министрлығынан Иҡтисади үҫеш министрлығына күсерелде. 1 октябрҙән алып өс структура - Федераль теркәү хеҙмәте, Федераль геодезия һәм картография агентлығы, Федераль күсемһеҙ милек объекттары кадастры агентлығы бөтөрөләсәк, улар урынына бер - Дәүләт милке менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡ эшләй башлаясаҡ.
       Петр Галунов, ошо уҡ Указ менән РФ Юстиция министрлығына Федераль теркәү хеҙмәтенең коммерция булмаған ойошмаларҙы, шул иҫәптән халыҡ-ара ойошмаларҙы һәм хөкүмәт булмаған сит ил ойошмаларын, шулай уҡ ижтимағи берекмәләрҙе һәм сәйәси партияларҙы теркәү буйынса функциялары тапшырылды, тип хәбәр итте.
       - Беҙҙең идаралыҡ ҡәҙимге режимда эшләй, - тип тынысландырҙы Петр Борисович. - Әммә документтар әйләнеше сиктән тыш күп, был, әлбиттә, хеҙмәткәрҙәргә эш күләмен һиҙелерлек арттыра. Көнөнә улар 2,5 меңләп эш ҡабул итә. Беҙгә кадрҙар етешмәй. Шуға күрә юғары уҡыу йортон тамамлаусыларҙы, бигерәк тә ҡыҙыл диплом менән юристарҙы саҡырабыҙ: беҙгә килегеҙ, беҙ барығыҙҙы ла эшкә урынлаштырабыҙ! Ошо араларҙа 120-ләп яңы хеҙмәткәр ҡабул итергә йыйынабыҙ. Эш бик ҡатмарлы, шуға күрә башта барыһы ла тейешле уҡыу үтәсәк.
       Уҙған йыл менән сағыштырғанда республикала күсемһеҙ милек менән эш итеүҙәр иҫәбе байтаҡҡа артты. Мәҫәлән, быйыл биш айҙа дәүләт теркәүенә килгән ғаризалар һаны 2007 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 100 меңгә тиерлек артты һәм 302 мең тәшкил итте. "Дача амнистияһы тураһында"ғы закон буйынса мөрәжәғәттәр бик күп, етмәһә, объекттар ябайлаштырылған тәртиптә теркәлә бит. Йорт планын үҙең төҙөп, унда ниндәй бүлмәләр барлығын күрһәтеү ҙә етә. Шуға күрә лә кешеләр үҙ ҡоролмаларын законлаштырырға ашыға, имеш-мимешкә ышаныу ғәҙәте беҙҙә бөтмәҫ инде ул.
       - Шул уҡ ваҡытта килеп тыуған хәл менән "ҡара маклерҙар" тип аталыусылар файҙалана, уларға һис кенә лә ышанырға ярамай, - тип иҫкәртте Галуновтың урынбаҫары Елена Маврина. - Сит кеше иҫәбенә байырға әҙер тороусылар мәңге табыла бит ул. Үҙ хеҙмәттәрен улар ике-өс тапҡыр ҡиммәтерәк баһалай, ә риэлтор эшмәкәрлегенә лицензиялары юҡ.
       Ысынлап та, берәй нәмә булып ҡуйһа, уларҙан нимә талап итәһең? Криминаль ваҡиғаларҙың күп өлөшөн күсемһеҙ милек менән килешмәләр тәшкил итә. Йә кемделер законһыҙ рәүештә фатирҙан сығарғандар... Йә бер үк торлаҡ майҙаны ике тапҡыр һатылған... Һөҙөмтәлә аҡса ла юҡ, фатир ҙа юҡ.
       Яһаласаҡ үҙгәртеп ҡороу күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты теркәү һәм уның менән килешмә тәртибен ябайлаштырасаҡ, - тип иҫәпләй Петр Галунов. - Күп функциялы үҙәктәр төҙөләсәк, унда документтарҙы күпкә тиҙерәк алырға мөмкин буласаҡ. Кешеләр, әйтәйек, республика ҡалаһынан йәки район үҙәгенән сыҡмайынса ғына Өфөләге милкен теркәй аласаҡ.
       Әле үк алдан яҙылыу йәки саҡырыу буйынса килеү системаһы менән файҙаланырға мөмкин. Шулай булғас, сиратта тороп яфаланыуҙың кәрәге бар микән?

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал