6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ул күп һөйләргә яратманы
01.07.08


       Бөгөн Советтар Союзы Геройы Анатолий Иванович Хохловҡа 90 йәш тулған булыр ине (1995 йылдың 4 февралендә вафат булды). Ул 1918 йылдың 1 июлендә Көйөргәҙе районының Бахмут ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ете класты тамамлаған, колхозда эшләгән, экстерн рәүештә ун йыллыҡ белем алыуға өлгәшкән. Ул саҡта ауылда белемле кешеләр бик кәрәк була. Һәм кисәге унынсы синыф уҡыусыһы Анатолий Хохлов башланғыс мәктәп уҡытыусыһы булып китә. Әммә оҙаҡ уҡытырға тура килмәй - ике йылдан уны Ҡыҙыл Армияға саҡыралар.
       Тәүге айҙарҙа Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, Хәсән күле эргәһендәге һуғыштарҙа ҡатнаша.
       Һәм бына 1942 йылдың майынан геройыбыҙ - Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. Батыр яугир тиҙләтелгән хәрби курстарҙы тамамлай, һәм разведчиктар ротаһы командиры була. Ошо хәрби дәрәжәлә А.И. Хохлов Көнбайыш, Үҙәк, Воронеж, I Украина фронттарында фашистарға ҡаршы һуғыш юлдарын үтә.
       Разведчик Анатолий Хохлов ҡайҙа ауыр, шунда була. Хәрби батырлыҡтары өсөн ике I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, күп миҙалдар менән наградлана.
       Яҡташыбыҙҙың яуҙағы батырлыҡтары тураһында документтар һәм иҫтәлектәр һаҡланмаған. Ярай әле журналист-фронтовик Анатолий Ерошиндың уның тураһында "Традицияларға тоғролоҡ" тигән очеркы бар. Ә Анатолий Иванович үҙе күп һөйләргә яратманы, шулай ҙа ҡайһы бер һуғыш эпизодтары тураһында хәтергә алып һөйләй торғайны:
       "Был хәл Воронеж өлкәһен фашистарҙан таҙартҡанда булды. Острогожск ҡалаһында немецтар бик күп аҙыҡ-түлек запасы туплағайны. Командование дошмандан аҙыҡ-түлек складтарын тартып алыу һәм уны тыныс халыҡ ихтыяждарына һаҡлау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә приказ бирҙе. Складты баҫып алыуҙы беҙҙең бригада разведчиктарына йөкмәттеләр. Приказ, штык кеүек, ябай: ҡапыл һөжүм итеп, складтарҙы алырға һәм бригаданың төп көстәре килеп еткәнсе ҡулда тоторға. Әлбиттә, гитлерсылар был тиклем аҙыҡ запасын юғалтыу менән килешергә теләмәне һәм бер төркөм яугирҙарға бер-бер артлы аяуһыҙ һөжүм итте. Әммә разведчиктар йәндәрен аямай ҡаршы торҙо һәм ярҙам килеп еткәнсе складтарҙы ҡулдан ысҡындырманы.
       Һуңынан Бөйөк Ватан һуғышы тарихына Курск алышы булып ингән һуғыш башланды. Бында ла разведчиктар фашистарҙың һөжүмен беренсе булып ҡабул итте. Юғалтыуҙар менән иҫәпләшмәйенсә, немецтар көн һайын, беҙҙе тылдан айырырға ынтылып, позицияларыбыҙға һөжүм итте. Курск өсөн һуғышта мин ике тапҡыр яраландым, ләкин һуғыш яланын ташлап китә алманым, иҫемде юғалтҡас ҡына егеттәр мине ут аҫтынан алып сыҡҡан.
       Госпиталдән һуң 132-се уҡсылар дивизияһына айырым разведчиктар ротаһы командиры булып әйләнеп ҡайттым. Һуғыштар менән көнбайышҡа, Берлинға йүнәлдек. Висла йылғаһын аша сыҡҡан саҡта иптәштәрем менән бик мөһим "тел"де - немец офицерын үҙебеҙҙең яҡҡа алып сыҡҡан өсөн мин Советтар Союзы Геройы исеме алдым. Ләкин был турала һуңынан..."
       Ләкин был турала "һуңынан" һөйләргә вәғәҙә итһә лә, өлгөрмәне. Шуға күрә наҡыҫ ҡына фронт документтары, айырым алғанда, Хохловҡа награда ҡағыҙы менән файҙаланайыҡ.
       Унда шулай тип әйтелгән:
       "98-се уҡсылар полкының (132-се уҡсылар дивизияһы, 47-се армия, I Белоруссия фронты) разведка начальнигы капитан А.И. Хохлов 1945 йылдың 15 ғинуарында Яблонна-Легионово ҡалаһы (Польша) районында һәм Висла йылғаһының көнбайыш ярында дошман оборонаһына разведка ойоштора...
       Кисеүҙе һәм йылғаның көнбайыш ярындағы дошман оборонаһын ентекле өйрәнеү һөҙөмтәһендә командование йылға аша сығыу буйынса дөрөҫ һәм бик ваҡытлы ҡарарҙар ҡабул итеүгә өлгәшә.
       Йылғаның көнбайыш ярына беренсе ротаны Хохлов иптәш үҙе алып сыға. Полк юғалтыуһыҙ йылға аша сыға һәм тиҙ генә дошман траншеяларын баҫып ала".
       Һуғыштан һуң Анатолий Иванович Хохлов тыуған иленә әйләнеп ҡайта, 1960 йылға тиклем эске эштәр органдарында хеҙмәтен дауам итә. Һуңынан Өфөнөң Киров районы социаль тәьминәт бүлеге мөдире була. Ленин урамындағы 43-сө йорт стенаһында Достоевский урамы яғынан таҡтаташ ҡуйылған. Унда: "Был йортта 1964 йылдан алып 1995 йылға тиклем Советтар Союзы Геройы Хохлов Анатолий Иванович йәшәгән", тип яҙылған.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал