6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Берҙәм дәүләт имтиханы: һуңғы йомғаҡтар
01.07.08


       Берҙәм дәүләт имтихандарының тәүге тулҡыны 20 июндә тамамланды. Шулай итеп, һуңғы йомғаҡтар яһау һәм 11-се синыфты тамамлаусылар өсөн берҙәм дәүләт имтиханын мотлаҡ индереү буйынса эксперимент килеп сыҡтымы-юҡмы икәнлеген асыҡлау осоро етте. Биш предмет буйынса берҙәм дәүләт имтиханының яҡынса йомғаҡтары тураһында һеҙ "БАШвестЪ" биттәрендә уҡығайнығыҙ инде. Бына хәҙер беҙгә тулы күренеш билдәле булды.
       Быйыл берҙәм дәүләт имтиханын 11-се синыфты тамамлаусы 33759 уҡыусы тапшырҙы. Ике предмет: рус теле һәм математика барыһы өсөн дә мотлаҡ булды. Ә ҡалған алты предмет: химия, физика, инглиз теле, биология һәм география үҙҙәренең теләге буйынса һайлап алынды.
       - Быйыл берҙәм дәүләт имтиханы формаһы буйынса имтихандарҙы күп уҡыусылар һайламаны: физиканы - уҡыусыларҙың 11,6 проценты, химияны - 4,3, биологияны - 4,9 проценты, географияны - ни бары өс процент тирәһе, инглиз телен - бер проценттан кәмерәге, башҡорт телен 2,24 проценты тапшырҙы, - тип һөйләй БР мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов. - БДИ формаһында имтихан тапшырырға ҡарар иткән күп балалар аҙаҡ килеп унан баш тартты. Мәктәптә тапшырып, һуңынан проблемаһыҙ юғары уҡыу йортона инергә мөмкин булған физика, химия, биология урынына улар тапшырыуы еңел булған башҡа предметтарҙы һайланы.
       - Беренсе этапта берҙәм дәүләт имтиханын һайлаған уҡыусыларҙың бик аҙ булыуына беҙ бик ғәжәпләндек, - тип билдәләй Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин. - Беренсе этапта БДИ тапшырыу өсөн иң яҡшы психологик уңайлы шарттар булдырылыуын беҙ аңларға тейешбеҙ бит. Икенсе этапта күпкә ҡатмарлыраҡ буласаҡ.
       Әммә һайлау буйынса БДИ тапшырған уҡыусылар һаны аҙ булыуға ҡарамаҫтан, һөҙөмтәләр бар, һәм, әйтергә кәрәк, насар түгел.
       Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәр менән сағыштырғанда, респубикала уҡыусылар химия буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте: БДИ-ла ҡатнашып, "5" билдәһе алыусылар Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән - ун процентҡа, "4" билдәһе - 7,3 процентҡа күберәк, ә "өслө" һәм "икеле" алыусылар 10,4 һәм 6,9 процентҡа кәмерәк, - тине БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров.
       Шулай итеп, уҡыусыларҙың 28,1 проценты химия буйынса "бишле", ә 3,5 проценты ғына "икеле" алды. Етмәһә, Башҡортостандан алты уҡыусы был предмет буйынса БДИ өсөн йөҙ балл йыйҙы.
       Физика, биология һәм география буйынса имтихандарҙа уҡыусыларыбыҙ яҡшы ғына һөҙөмтәләргә өлгәште. Физика буйынса БДИ өсөн уҡыусыларҙың 23 проценты - "бишле", 4,6 проценты "икеле" алды. Ете кеше БДИ өсөн иң юғары баһа - йөҙ балл алды.
       Биология буйынса уҡыусыларҙың 18,2 проценты - "бишле", өс проценты ғына "икеле" алды. География буйынса БДИ-ла "бишле"ләр саҡ ҡына аҙыраҡ - 13,1 процент, "икеле"ләр - 5,9 процент. Башҡортостандан бер уҡыусы ла был предметтар буйынса максималь баһа алманы.
       Уртаса Рәсәй күрһәткестәре менән сағыштырғанда, республикала рус теле һәм инглиз теле буйынса уртаса балдар күпкә кәмерәк булды - 2,05 һәм 3,01 балға. Алты процент уҡыусылар рус теле буйынса - "икеле", 16,3 проценты "бишле" алды. Башҡортостандан инглиз теле буйынса БДИ тапшырған 299 уҡыусының 15 проценты "бишле" алды, 8,4 проценты - "икеле". Инглиз теле буйынса бер уҡыусы ла йөҙ балл йыя алманы.
       - Рус теле буйынса түбән балдар республикабыҙҙа был имтихан БДИ формаһында тәүге тапҡыр тапшырылыуы менән аңлатыла, - тип аңлата Зиннәт Аллаяров. - Етмәһә, рус теле буйынса имтихан мотлаҡ БДИ формаһында буласағы беҙгә март аҙағында ғына билдәле булды. Ә мәктәптәрҙә уҡыусыларҙы традицион формала имтихан тапшырыуға әҙерләнеләр. Тағы бер фактор - "плюс бер балл" системаһы уҡыусыларҙы һүлпәнләндерҙе. Улар үҙҙәренә "өслө" гарантияланған, тип ышанды бит.
       Математика иң уңышһыҙ имтихан булды. Дөйөм алғанда, Рәсәй буйынса мәктәпте тамамлаусыларҙың 23,5 проценты "икеле" алды.
       - Республикабыҙҙа математиканан "икеле"гә уҡыусыларҙың 23,4 проценты тапшырҙы, - тип һөйләй Владимир Аристархов. - 39,8 проценты "өслө" алды (Рәсәй буйынса - 39,5 процент). 24,8 проценты "4" алды, ә 12 процент уҡыусылар имтиханды "бишле"гә тапшырҙы.
       Ләкин "икеле"ләр күп булыуға ҡарамаҫтан, уҡыусылар артыҡ борсолманы. Уларҙың аттестатында "плюс бер балл" ҡағиҙәһе арҡаһында юғарыраҡ баһа торасаҡ бит.
       Уҡыусыларыбыҙ өсөн БДИ формаһында һуңғы имтихан булып башҡорт теле торҙо. Был предмет буйынса "икеле"ләр булманы тиерлек - 0,3 проценты ғына иң түбән баһа алды. "Бишле"ләр ҙә артыҡ күп булманы - 12,8 процент ҡына. Күбеһе - 65 проценты башҡорт теле буйынса "4" билдәһе алды.
       БДИ һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәт булмаған уҡыусыларға апелляция биреү мөмкинлеге бирелде.
       - Быйыл рус теле буйынса 357 апелляция бирелде, шуларҙың икәүһе генә ҡәнәғәтләндерелде, улары ла техник сәбәптәр буйынса, - тип һөйләне Владимир Аристархов. - Уҡыусылар бланкаларҙа крест билдәһе урынына дөрөҫ яуап менән квадраттарҙы тулыһынса буяғандар, ә компьютер уны буш урын тип иҫәпләгән. Шундай дүрт эш асыҡланды. Математика буйынса 500 тирәһе апеллация бирелде, уларҙың 21-ен ҡәнәғәтләндерҙеләр, - 20-һе - техник сәбәптәр буйынса, ә береһе дөрөҫ сиселешен һыҙып ташлаған уҡыусының хаталаныуы менән бәйле. Башҡа предметтар буйынса мөрәжәғәттәр аҙ булды.
       БДИ һөҙөмтәләре тураһында таныҡлыҡтар уҡыусыларға тапшырылды ла инде. Хәҙер улар тыныс ҡына юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарының ҡабул итеү комиссияларына бара ала, уларҙа документтар 15 июлгә тиклем ҡабул ителә.
       Быйылдан башлап БДИ һөҙөмтәләре тураһында таныҡлыҡтар таныҡлыҡ алған йылдан һуңғы йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә буласаҡ, ә РФ Ҡораллы Көстәре сафына саҡырылыусылар өсөн - өс йыл буйына.
       Бөтә юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары бөтөн предметтар буйынса БДИ һөҙөмтәләрен ҡабул итергә тейеш. Ә әгәр уҡырға инеүсе кәрәкле предмет буйынса БДИ тапшырмаған булһа, уны БДИ формаһында инеү һынауына ебәрергә тейештәр.
       Ҡабул итеү комиссиялары, әгәр абитуриенттың БДИ буйынса балдар иҫәбе "2" билдәһенә тиң икән, документтарҙы ҡабул итеүҙән баш тартыуы ла ихтимал. Был ваҡытта урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары инеү имтихандары башланғанға тиклем БДИ балдарын күсереүҙең үҙ шкалаһын билдәләү хоҡуғына эйә.
       - Рәсәйҙең бөтә мәктәптәрендә БДИ балдарын билдәгә күсереүҙең берҙәм шкалаһы билдәләнде, - ти Зиннәт Аллаяров. - Һәр юғары һәм урта махсус уҡыу йорто 1 июлгә тиклем балдарҙы күсереүҙең үҙ шкалаһын баҫып сығара. Ул төрлө ерҙә төрлө буласаҡ. Балдарҙы күсереү шкалаһын ҡабул итеү комиссияларында белергә мөмкин.
       - Беҙҙең университет, уҡыусылар БДИ өсөн алған билдәләрҙе үҙгәртергә кәрәкмәй, тип иҫәпләй, - тип һөйләй Раил Әсәҙуллин. - Шуға күрә БДПУ-ла БДИ балдарын мәктәптә күсереү шкалаһы ғәмәлдә буласаҡ. Әлбиттә, бөтә вуздарҙа ла улай түгел. Конкурс ҙур булған уҡыу йорттарында балдарҙы күсереү шкалаһы башҡа төрлө буласаҡ.
       Юғары һәм урта профессиональ белем биреү учреждениеларына инеү һынауҙары этабында берҙәм дәүләт имтихандарының икенсе тулҡыны 17 июлдән 31-енә тиклем үтәсәк. Хәҙер үк әҙерләнә башлағыҙ. Уңыштар һеҙгә!

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал