6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефле хәл

Үҙ баштарына мажара эҙләп...
15.03.04


       Февралдең егермеләрендә урлау, тимер юлда авария осрағы, н аркотиктар табыу тураһындағы мәғлүмәттәр менән бер рәттән "П риютово станцияһындағы милиция пунктына 16 йәшлек О.- ның хә бәрһеҙ юғалыуы, уны һуңғы тапҡыр электричкала күреүҙәре тура һында хәбәр ителеүе" күҙгә салынды. Был юлдар артында кемдең дер проблемаларға бай тормош юлы икәнлеге аңлашыла. Эш шунда , был ҡыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүге тапҡыр ғына юғалмай. Уның
       "юҡҡа сығыуҙарына "өйрәнгән әсәһе хатта милицияға мөрәжәғәт
       итергә лә ашыҡмай. Тик был юлы балиғ булмаған ҡыҙ бер айға юғала... Бахыр әсәнең хәлен аңлауы ҡыйын түгел. Үҙ - үҙенә у рын таба алмай ул. Ғинуар айында өйҙән сығып киткәнендә ҡыҙы
       "Мин арыным. Бер үҙем ҡалғым килә. Мине эҙләмәгеҙ" тигән яҙ ыу ҡалдырғайны. Нимәнән арыған Ниңә эҙләүҙәрен теләмәй Туҡ тауһыҙ сәфәрҙәрҙә нимә табырға хыяллана ул Үткән йәй уны ми лиция Һамарҙан барып тапҡан ине! Тик был сәфәрҙәрҙең аҙағы к үңелле бөтмәүе лә ихтимал бит... Әсә йөрәге шуға ауырта ла и нде. Ҡыҙым тереме икән, тигән һорауҙы ул үҙ - үҙенә бирергә лә ҡурҡа...
       "Ҡасҡалаҡ" балалар - электән килгән проблема. Һәм, тик ат а - әсәләр өсөн генә түгел. Беренсе сиратта - балиғ булмаған дар эше буйынса инспекорҙарҙың баш ауырыуы ул. Әммә "ҡасҡала ҡтар" һәм тимер юл - айырым тема. Өфө транспорт милицияһының
       балиғ булмағандар менән эшләүсе бүлек начальнигы Анатолий Т имофеев был турала түбәндәгеләрҙе һөйләне:
       - Беҙҙең хеҙмәт башҡа коллегаларыбыҙҙан әллә ни айырылма й. Шул уҡ закондар, шул уҡ приказдар... Әммә бер һиҙелерлек айырма бар: өйөнән ҡасыусы йә иһә поезда тотолған һәр өсөнсө
       үҫмерҙең беҙҙең республикала йәшәмәгәнлеге асыҡлана. Хеҙмәт кәрҙәр беҙҙең дежур бүлегенә кемдәрҙе генә етәкләп килтермәй , Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән ҡасыусылар күп. Ҡурған,
       Новосибирск, Пенза өлкәләрендә йәшәүсе балиғ булмағандар бе ҙҙең тимер юлға һирәгерәк килеп етә.
       "Ҡасҡалаҡтар" менән әңгәмәләр үткәреп, инспекорҙар уларҙы
       өйҙән ҡасырға мәжбүр иткән сәбәптәрҙе күптән асыҡлағандар и нде. Ғәҙәттә, улар ике төрлө: балалар, иҫерек тормошто хуп к үреп, улар тураһында бөтөнләй ҡайғыртмаған ата - әсәләрҙән ҡ аса. Икенсе сәбәп тәүгеһенә ҡапма - ҡаршы: бай ғаиләләрҙә ты уып үҫкән бала кеҫәләрен аҡса менән тултырып, мажара эҙләргә
       сығып китә. Тик, нисек кенә булмаһын, ҡараусыһыҙ урамда то роп ҡалған бала криминаль элементтар тип аталған кеше йоратт ары өсөн еңел табыш булап тора.
       Шуныһы ла бар, бала инспектор ҡулына эләккән хәлдә лә баш ҡа төрлө проблемалар етерлек. 2002 йылда улар ҡулына үҙ телә ге менән өйҙән киткән 134 бала эләккән, икенсе йыл иһә был һ ан ике тапҡыр артҡан. Бөгөн инспекторҙар алдында ошондай һор ау тора: ата - әсәләре йә ҡараусы кешеһе килгәнсе тотолған " ҡасҡалаҡтарҙы" ҡайҙа йәшәтергә, әйтәйек, шул уҡ Һамарҙан кил еүсе баланы Балиғ булмағандар өсөн булған берҙән - бер приют "ҡасҡалаҡта рҙың" өстән бер өлөшөн дә һыйҙырмай. Милицияла иһә бала өс с әғәттән дә артыҡ булырға тейеш түгел. Нимә эшләргә һуң Тағы
       урамға сығарып ебәрергәме Балиғ булмаған үҫмерҙәрҙең ғүмер е һәм һаулығы өсөн яуаплы кешеләрҙе көтөп тә алалмағас, пров одниктар менән килешеп, балаларҙы поезға ултыртып ҡайтарып е бәрергә мәжбүр була инспекторҙар. Тик уларҙың ысынлап та өйө нә ҡайтып етеренә бер кем дә гарантия бирмәй...

Евгения Тулина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал