6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Ҡораллы Көстәр

Кисәге мәктәп уҡыусыларын ҡалдырасаҡтар, ә студенттарҙы - ал асаҡтар
30.06.08


       Күп йылдар рәттән 30 июнь хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу тамамланыуы менән билдәле булды. Әммә быйылдан башлап бөтә нәмә үҙгәрҙе: саҡырыу кампанияһы дауам итә, уның срогы 15 июлгә тиклем оҙайтылды.
       Армияға алыуҙың "артыҡ" ике аҙнаһы ишеккә шылтыратҡан һайын дер ҡалтырап төшкән хәрби хеҙмәттән ҡасыусыларҙы ғына түгел, мәктәп тамамлаусыларҙы ла борсой. Хәҙер аттестат алып, 18 йәшен билдәләгәндәр, уҡыуын дауам иттереү мөмкинлегенән мәхрүм ителеп, хәрби хеҙмәткә алынырға тейешме? Теоретик яҡтан, шулай килеп сыға, әммә Башҡортостанда кисәге уҡыусылар юғары уҡыу йортона инеү имтихандарына тыныс ҡына әҙерләнә ала. Яҙғы саҡырыу кампанияһы алдынан үткәрелгән инструктор-методик сборҙарҙа Башҡортостандың хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы рәйесе, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидүс Ямалетдинов, "йәштәргә белем, специальность алыу мөмкинлеге бирергә кәрәк", тине. Шулай итеп, хәрби комиссариаттарға, мәктәпте тамамлаусыларҙың береһе лә быйыл яҙ ғәскәрҙәргә эләкмәҫкә тейеш, тигән күрһәтмә бирелде.
       Әммә Рәсәй мәғариф надзоры башлығы Любовь Глебованың һүҙҙәрен дә килтерергә кәрәк. Ул, быйыл алған берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре хәрби хеҙмәткә алыныусылар өсөн өс йыл буйына ғәмәлдә булып ҡаласаҡ, тип билдәләне. Йәғни улар, хеҙмәт итеп ҡайтҡас, элек тапшырған имтихан һөҙөмтәләре буйынса юғары уҡыу йортона инә аласаҡ.
       Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Генераль штабы шулай уҡ, хәрби комиссариаттар бакалавр дәрәжәһе алған (йәғни дүртенсе курсты тамамлаған) студенттарҙы ла саҡырырға тейеш түгел, тигән директива әҙерләне.
       Башҡортостандан Ҡораллы Көстәр сафына 6600 кешене оҙатыу планлаштырыла. Бөгөнгә, БР Хәрби комиссариаты мәғлүмәттәре буйынса 5800 тирәһе кеше оҙатылған да инде, был 87,9 процент тәшкил итә. Әйткәндәй, шуларҙан 1238 егет - юғары белемле (18,7 процент).
       Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәйек, быйыл армияға саҡырылыусылар хәҙерге Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр бер йыл хеҙмәт итәсәктәр. 2007 йылда хеҙмәт итеү срогы йыл ярым тәшкил итте, ә уға тиклем оҙаҡ ваҡыт ике йыл булды.
       Тағы бер яңылыҡ - быйылдан башлап армияла хеҙмәт итеүҙән кисектереү биреүсе 25 сәбәптең 16-һы бөтөрөлдө. Хәҙер ауырлы ҡатындарҙың ирҙәре, өс йәшкә тиклемге бала атаһы, инвалид һәм өлкән йәштәге ата-әсәләрҙең улдары, унан башҡа 8 йәшкә тиклемге өс йәки унан күберәк бала, йәки инвалид бала тәрбиәләнгән тулы булмаған ғаиләләрҙән егеттәр башҡалар менән бер рәттән армияға саҡырыла. Даими рәүештә ауыл ерендә йәшәүсе уҡытыусылар һәм врачтар ҙа, специальносы буйынса дәүләт ойошмаһына эшкә урынлашҡан вуз тамамлаусылар ҙа, тулы урта белемле техникум һәм ПТУ уҡыусылары ла хәрби хеҙмәткә алынасаҡ.
       Ә инде үҙгәрештәр ғәмәлгә ингәнгә тиклем был нигеҙҙә кисектереү алып өлгөрөүселәр уның менән тулы файҙалана ала: закон кире көскә эйә түгел.
       Кисектереүҙәрҙең күбеһен бөтөрөү, Ҡораллы Көстәр сафында бер йыл хеҙмәт итеүгә күсеү сәбәпле, һалдаттар йыйыу ныҡ ҡына кәмеүе менән бәйләнгән. Өҙөклөк элек кисектереүгә хоҡуғы булған граждандарҙы, шулай уҡ оҙаҡ ваҡыт хәрби хеҙмәттән тайпылған өлкән йәштәгеләрҙе саҡырыу иҫәбенә тулыландырыласаҡ. Беренсе сиратта, юғары уҡыу йортон тамамлаусыларҙы саҡырырға тырышасаҡтар. Уларға һайлау хоҡуғы бирелә - йә ваҡытлы хеҙмәткә барырға, йәки бер юлы контракт төҙөргә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал