6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Ахмаҡтар аҙыраҡ, зомбиҙар күберәк
30.06.08


       - Хәҙерге йәштәр әллә нинләй. Барыһы ла эсә, тарта, транспортта ололарға урын бирмәй, һүгенә, лифтты бысрата, - тип зарлана беҙҙең подъезд эргәһендә ултырған әбейҙәр.
       Таныш хәлме? Бындайҙы йыш ҡына үҙегеҙгә лә ишетергә тура киләлер, моғайын. Бына шулай өлкән быуын вәкилдәрен тыңлайһың да, ә бәлки, ысынлап та, беҙ дөрөҫ йәшәмәйбеҙҙер, беҙҙә намыҫ та, оят та юҡтыр, тигән уйға ҡалаһың...
       Һуңынан үҙеңде тынысландырырға тура килә. Барыһы ла бигүк насар түгел бит. Йәштәр араһында подъезда һыра шешәһенә түгел, ә белемгә ынтылған лайыҡлы кешеләр ҙә байтаҡ бит. Өлкәндәр шаштырып һөйләргә күнеккән инде, һәм хәҙерге йәштәрҙе баһалап еткермәй.
       Ә Йәштәр көнөндә айырыуса хәҙерге йәш кешеләрҙе яҡлап сығыш яһағы килә. Йәштәр - илебеҙҙең киләсәге бит!
       Хәтеремдә, бала сағымда өләсәйем үҙенең йәшлеге тураһында һөйләгәйне. Ул саҡта ла кешеләр идеаль булмаған. Хулигандар ҙа, эскеселәр ҙә, әрәмтамаҡтар ҙа булған... Өлкәнерәк быуын уларҙы ла шулай әрләгән. Элек-электән шулай булған, артабан да шулай дауам итер, моғайын. Был мәңгелек һәм хәл ителмәҫлек атайҙар һәм балалар проблемаһы. Әллә мин хаҡлы түгелменме?
       - Хәҙерге йәштәрҙе әрләргә ярамай, уларҙың бер ғәйебе лә юҡ бит, - тип иҫәпләй билдәле ғалим-крайҙы өйрәнеүсе, педагог һәм яҙыусы Морат Рәхимҡолов. Шуға күрә мин йәштәрҙе әрләмәйем, мин уларҙы йәлләйем.
       Морат Ғәлим улы ҙур тәжрибәгә эйә, уға хәҙер 83 йәш. Ул оҙаҡ ваҡыт Башҡорт дәүләт университетында уҡытҡан, йәштәрҙә рус әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләгән. Ул хәҙерге йәштәр проблемалары хаҡында ишетеп кенә белмәй һәм беҙгә күп нәмәләр тураһында һөйләй ала.
       - Мин күп йылдар студенттар менән эшләнем. Һәм шуны әйтә алам: элек йәштәр күпкә яуаплыраҡ, ҡыҙыҡһыныусаныраҡ, ныҡышмалыраҡ ине, улар йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашты, төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға ынтылды, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер торҙо...
       - Ләкин хәҙер ҙә ундайҙар бар бит...
       - Хәҙер бөтәһе лә башҡасараҡ. Беҙҙә беренсе урында патриотизм торҙо. Беҙ Тыуған илебеҙҙе яраттыҡ, һәм уның өсөн ғүмеребеҙҙе бирергә әҙер инек. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йәштәрҙең һәммәһе лә фронтҡа эләгергә ынтылды. Ә кемдәрҙе алманылар, улар тылда үҙ хеҙмәте менән еңеүҙе яҡынайтыу өсөн заводтарға эшкә йүнәлде.
       - Ә хәҙерге йәштәр хаҡында нимә әйтә алаһығыҙ?
       - Хәҙерге йәштәрҙә беренсе урында - үҙ файҙаһын ҡайғыртыу. Һәр кем үҙ шәхси мәнфәғәттәрен өҫтөн ҡуйырға маташа. Кешеләр үҙ маҡсаттарына өлгәшеү өсөн баш аша атларға әҙер. Ләкин уларҙың бындай тәртибен ғәйепләп булмай бит. Уны аңлатыуы ла еңел. Рәсәйҙә хәҙер милли идея юҡ, шуға күрә йәштәр бер ниндәй перспектива күрмәй. Бер ниндәй идеология юҡ: иҫкеһен алып ырғыттыҡ, яңыһына үҫеп етмәгәнбеҙ. Йәштәрҙең үҙ файҙаһын ҡайғыртыу мәнфәғәттәре лә бирешмәҫкә ынтылыу менән аңлатыла. Илебеҙҙә ҙур аҡса эшләп алыу сиктән тыш ҡыйын. Ә йәштәрҙең матур йәшәгеләре килә.
       - Ә элек йәштәр матур тормош тураһында хыялланмай инеме ни?
       - Беҙгә еңелерәк ине. Беҙ бушлай белем алдыҡ, торлаҡты ла бушлай алырға мөмкин булды...
       - Эйе, ләкин илдә бөтә нәмә етешмәгән бит!
       - Әлбиттә, һәр нәмәнең ыңғай һәм кире яҡтарын табырға мөмкин. Беҙ үҙ илебеҙҙе яраттыҡ, һәм беҙҙе бөтә нәмә ҡәнәғәтләндерҙе. Хәҙер илдә әхлаҡ та юҡ, намыҫ та юҡ.
       - Ләкин бөтәһе лә улай түгел бит!
       - Мин һеҙҙе әрләмәйем. Мин, киреһенсә, йәштәрҙе юғары белем алырға, был тормошта яҡшы урынлашырға ынтылғандары өсөн маҡтайым. Ләкин һеҙҙе яҙмыш ҡосағына ырғыттылар бит! Хәҙер ҡайһы бер йәштәр проблемаһыҙ лайыҡлы эш таба, фатир, автомобиль һатып ала алмай... Ниңә, шулай түгелме ни?
       - Уныһы шулай, ә хәҙерге йәштәрҙең мәҙәни тенденциялары тураһында ни әйтерһегеҙ?
       - Әлбиттә, мин күп нәмәне аңламайым һәм аңламаясаҡмын да. Миңә хәҙерге йәштәрҙең тотанаҡһыҙлығы оҡшамай. Мин йыш ҡына телевизор ҡарайым, радио тыңлайым, һәм йәш ҡыҙҙарҙың сәхнәгә ярым яланғас сығыуын күрә алмайым. Минеңсә, хәҙерге йәштәрҙән зомби яһарға маташалар. Киң мәғлүмәт саралары әхлаҡһыҙға әйләнде, улар фәхешлекте асыҡтан-асыҡ пропагандалай.
       - Ә пирсинг менән татуировкаларға нисек ҡарайһығыҙ?
       - Ҡырҡа кире. Бының һис кәрәге юҡ, тип иҫәпләйем. Йәштәр үҙ-үҙҙәрен ғәрипләргә генә маташа.
       - Ә төнгө клубтарға?
       - Был минең бөтөнләй башыма һыймай. Нисек ундай йорттарға йөрөргә мөмкин? Мәҫәлән, күптән түгел элиталы төнгө клубтар тураһында тапшырыу ҡараным. Унда ниндәй әхлаҡ булһын, ҡот осҡос бит был! Ысын мәғәнәһендә йәштәрҙе аҙҙырыу бара!
       - Хәҙерге музыка ла оҡшамаймы һеҙгә?
       - Миңә патриотик йырҙар оҡшай. Хәҙерге эстрада әҙәпһеҙгә әйләнде. Ә бына Лариса Долина, мәҫәлән, арыу ғына. Кобзон нисек бар, шулай ҡалған.
       - Ә хәҙер һеҙгә оҡшаған нимәлер бармы һуң?
       - Һуңғы ваҡытта спортсыларыбыҙ мине яңынан шатландыра башланы. Илебеҙ спортта ярайһы уҡ уңыштарға өлгәште!
       - Йәштәребеҙгә яҡшыраҡ булыу өсөн нимә эшләргә кәрәк һуң?
       - Бына хәҙерге йәштәр өлкән быуынға ҡарай ҙа беҙҙең нимә өсөн эшләгәнебеҙҙе, нимәгә ынтылғаныбыҙҙы аңламай. Һеҙгә өлкәндәргә ҡарата сабыр, түҙемле булырға, уларға ихтирам менән ҡарарға өйрәнергә кәрәк. Ләкин ҡарттар ҙа аҙыраҡ һуҡранырға һәм йәштәргә зарланмаҫҡа тейеш, бөтә ғиллә илдә һалынған шарттарҙа бит. Бөтә нәмә үҙгәргән һәм бер ваҡытта ла элеккесә булмаясаҡ.
       - Бына бында мин һеҙҙең менән килешәм.
       - Хәҙер аҡмаҡтар аҙ, аҡыллылар күберәк. Был шатландыра ла. Беҙҙең йәш саҡта кеҫә телефондары, компьютерҙар, интернет төшөбөҙгә лә инмәне. Ләкин шуны онотмағыҙ, беренсе урында - хеҙмәт. Эш һөйөүсән булырға өйрәнегеҙ, өлкәндәрҙе ихтирам итегеҙ! Шул саҡта тормошоғоҙҙа барыһы ла яҡшы буласаҡ! Байрам менән һеҙҙе, Йәштәр көнө менән!

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал