6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Сәфәрҙәр һәм делегациялар

Владимир Чуров һәм уның шәжәрәһе
30.06.08


       Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров Башҡортостан Республикаһының яңы Үҙәк һайлау комиссияһының беренсе ултырышында булды. БР Үҙәк һайлау комиссияһының элекке составы вәкәләттәре срогы быйыл июнь айында сыҡты, һәм, "Һайлау хоҡуғының һәм Рәсәй Федерацияһы граждандары референдумында ҡатнашыуға хоҡуҡтың төп гарантиялары тураһында"ғы Федераль закондың 23-сө статьяһына, "Һайлауҙар тураһында"ғы Башҡортостан Республикаһы Кодексының 22-се статьяһына ярашлы, РФ Үҙәк Һайлау комиссияһы, БР Үҙәк һайлау комиссияһы, урындағы үҙидара вәкәләтле органдары, сәйәси партиялар тарафынан тәҡдим ителгән 12 кеше составында республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы ойошторолдо. Комиссияның яртыһы Башҡортостан Президенты тарафынан тәғәйенләнде, улар Михаил Егоров, Сергей Каменев, Рәмил Мәжитов, Игорь Панкевич, Нурфаяз Шәймәрҙәнов һәм Нәүфәл Янбухтин. Ҡалған яртыһын БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары күрһәтте, улар Рөстәм Бикмәтов, Евгений Былин, Валерий Гета, Ришат Лоҡманов, Елена Родина һәм Александр Сидякин.
       БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе, уның урынбаҫары һәм секретары беренсе ултырышта йәшерен тауыш биреү юлы менән һайланды. Һөҙөмтәлә Күгәрсен районы муниципаль район хакимиәте башлығы Рәмил Мәжитов БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе булды. Рәйес урынбаҫары итеп Нәүфәл Янбухтин һайланды, секретары - Елена Родина.
       Чуров үҙенең яңы Үҙәк һайлау комиссияһының тәүге ултырышында ҡатнашыу сәбәбен комиссия составында етди үҙгәрештәр булыу менән аңлатты - уның 12 ағзаһының дүртәүһе генә элекке БР Үҙәк һайлау комиссияһында эшләгән, етәксе состав тулыһынса алыштырылды.
       - Һеҙ бөгөн барыһын да дөрөҫ эшләнегеҙ, - тине Владимир Евгеньевич тауыш биреү тамамланғас. - Һәр ваҡыттағыса иң ауыр эште комиссия составындағы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙға йөкмәттегеҙ. Урынбаҫар итеп тәжрибәле юристы, урындағы үҙидара менән эшләү тәжрибәһенә эйә булған кешене һайланығыҙ, һәм был бик мөһим. Ахыр килеп, рәйес итеп тә бик лайыҡлы кешене һайланығыҙ, ул, һис шикһеҙ, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһына лайыҡлы етәкселек итәсәк.
       РФ Үҙәк Һайлау комиссияһы исеменән Чуров БР Үҙәк һайлау комиссияһының яңы ағзаларын ҡотланы һәм элекке составҡа рәхмәт белдерҙе. Чуров, яҡын аралағы айҙарҙа һәм йылдарҙа урындағы үҙидара органдарына һайлауҙарға ҙур иғтибар бирергә кәрәк буласаҡ, тип иҫкәртеп уҙҙы. Шуға күрә ошо көҙ үк закондарҙы күҙәтеүгә контроль БР Үҙәк һайлау комиссияһы өсөн беренсе имтихан булып торасаҡ. Бында тауыш биреүҙең масштабы мөһим түгел, ә иң мөһиме - был һайлауҙар закондарға ярашлы үтһен, һәм һайлаусыбыҙҙың урындағы власҡа ышанысы юғалмаһын.
       - Үҙ яғынан Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы, элекке кеүек, Башҡортостан Республикаһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләйәсәк. Уҙған йыл ярым эсендә беҙҙә Рәсәй Федерацияһы һайлау комиссиялары системаһында эшлекле, дуҫтарса мөнәсәбәттәр урынлашты. Беҙ күп нәмәлә Федерация субъекттары комиссиялары тәжрибәһенә таянабыҙ. Үҙ сиратыбыҙҙа, уларға бөтә кәрәкле ярҙамды күрһәтәбеҙ.
       Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышынан һуң үткәрелгән матбуғат конференцияһында Владимир Евгеньевич үҙенең ата- олатайҙары сығышы менән беҙҙең яҡтарҙан булыуы хаҡында һөйләне.
       - Атайым Евгений Петрович 1918 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй кантонының Үрге Троицк ауылында тыуған, хәҙер ул Башҡортостандың Туймазы районы Үрге Троицкое ауылы. Олатайым - Петр Андреевич Чуров революцияға тиклем Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Аҙнағол ауылында земство ветеринары булып хеҙмәт иткән. 1919 йылда ул Граждандар һуғышында һәләк була. Тиҙҙән уның ҡатыны - минең өләсәйем, математика уҡытыусыһы Мария Матвеевна ла вафат була.
       Етем ҡалғас, Евгений Петрович әсәһе яғынан туғандары ғаиләһендә, һуңынан балалар йортонда тәрбиәләнә. Ул Аксеново ауыл хужалығы техникумын тамамлап, ер төҙөүсе специальносы ала, һуңынан Ленинградтағы хәрби-диңгеҙ училищеһына уҡырға инә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Евгений Петрович Ладога күле аша данлыҡлы "Йәшәү юлы"н һала.
       - Өләсәйемдең һеңлеһе Надежда Матвеевна, - тип дауам итте РФ Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе, - Аҙнағолда үҙ коллегаһы, ауыл уҡытыусыһы Хәбиб Усман улы Ғәлиевҡа тормошҡа сыға. Ул биш бала тапҡан. Шуға күрә хәҙер минең Башҡортостанда туғандарым күп. Икеһе лә ярты быуаттан ашыу ауыл мәктәбендә уҡытҡан. Мәктәп һаҡланмаған, ләкин улар йәшәгән йорт һаҡланған. Икеһе лә республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы булған, икеһе лә Ленин ордены менән наградланған. Бер ауыл мәктәбенән ике уҡытыусы, етмәһә, ир менән ҡатын юғары хөкүмәт наградаһына лайыҡ булыуы - был бик һирәк осраҡ.
       2005 йылда Владимир Чуровтың "Дүрт генерал сере" ("Тайна четырех генералов") тигән китабы сыға, унда ул үҙ шәжәрәһе тураһында ентекле һөйләй.
       Башҡортостанда Владимир Чуров тәүге тапҡыр һәм, әлбиттә, төп ваҡытын ул эшкә арнаясаҡ - Ғафури, Бәләбәй һәм Туймазы райондарының территориаль һайлау комиссиялары эшмәкәрлеге менән танышасаҡ. Ләкин осраҡ менән файҙаланып, атаһының тыуған яғына барып сығасаҡ, Туймазы районында туғандары менән күрешәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал