6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Тәтешле-Ямаш геройы
27.06.08


       Бөтәһе лә әкиәттәге кеүек булды. 1945 йылдың 9 майында гвардия өлкән сержанты Николай Степанович Ведерниковтың расчетынан пулеметсылар Еңеү көнөн билдәләй. Хәрби йөҙ грамдан көрөшкәләре кибеп тә өлгөрмәй, тағы түңәрәк дата. Ведерников 1925 йылдың 18 июнендә тыуған, тимәк, уға 20 йәш. Билдәләйҙәр, әлбиттә.
       Ысынлап та, еңеү йылы июне Үрге Тәтешлелә тыуып үҫкән яҡташыбыҙ өсөн иҫтә ҡалырлыҡ була. Һалдаттар "дембелгә", тыныс тормошҡа әҙерләнә. Ә 20 йәшлек сержант Николай Ведерников командованиеның хәрби заданиеһын өлгөлө үтәгәне өсөн уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелеү тураһында СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 июнендәге Указын уҡый.
       Был һанды иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ. 1945 йылдың 27 июне. Һуғыш тамамланған. Снайпер, пулемет расчеты командиры, взвод командиры Николай Ведерников (йәш булғас, уға нисектер Степанович тип өндәшеү ҡабул ителмәй) һуғыш юлдары буйлап үтә. Ул күп ҡалаларҙы фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша, йылғаларҙы аша сыға, биш тапҡыр яралана, контузиялана. Әммә сафта ҡала.
       Үҙенә Герой исеме бирелеү тураһында хәбәрҙе алғас, Николай Ведерников, нимә өсөн Тыуған ил уны шундай юғары исем менән билдәләне һуң, тип уйға ҡала. Ул Брянск, I Белоруссия, I Украина фронттарында һуғыша. Һәм өлкән сержант Висла йылғаһын аша сыҡҡан ваҡыттағы алышты иҫенә төшөрә. Ул саҡта нисек тә яулап алған плацдармда нығынырға, уны киңәйтергә кәрәк була. Ведерников пулемет уты менән һөжүм итеүселәргә ярҙам итә. Фашистар ажарланып контратакаға ташлана. Дошманды үҙенә яҡын ебәреп, Ведерников 150-ләп дошман һалдатын атып үлтерә.
       Командование, ысынлап та, ошо батырлыҡты күҙ уңында тота. Ведерниковты наградлау ҡағыҙында шулай тип билдәләнә:
       "Пулемет расчеты командиры өлкән сержант Н.С. Ведерников 1944 йылдың авгусында Висла йылғаһы аша сыҡҡанда, Дороткинск плацдармын (Польша) тотҡанда һәм киңәйткәндә айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтә. 207-се бейеклектә дошман атакаһы ваҡытында ул һөжүм итеүселәрҙе үҙенә яҡын ебәрә һәм пулеметынан 150-ләп немецты юҡ итә..."
       Ләкин был бит 1944 йылдың авгусында булған. Ә яҡташыбыҙ Н.С. Ведерников һуғышыуын дауам иткән. Көнсығыш Пруссияла уға бик ауырға тура килә. Унда фашистар ҡаршылыҡ булдырыу өсөн һәр йортто, һәр ҡаралтыны файҙаланырға тырыша. Бреслау ҡалаһы өсөн һуғышта ғына Ведерников ошондай өс хәрби нөктәне юҡ итә. Өҫтәүенә, уның штурмлаусы төркөмөнән барыһы ла иҫән ҡала.
       Баҡһаң, командование хатта иң ҡаты алыштар ваҡытында ла үҙ яугирҙарының нисек һуғышыуын күҙәткән икән. Шуға күрә Н.С. Ведерниковты Герой исеменә күрһәтеү буйынса наградлау ҡағыҙында шулай тип тә өҫтәлгән:
       "Штригау (Германия) ҡалаһында 1945 йылдың 14 февраленән 18-енә тиклем ул алыштың иң киҫкен мәлендә, расчеты сафтан сыҡҡан пулемет артына ятып, дошман һөжүмен кире ҡаға. Штригау ҡалаһы өсөн алыштарҙа ул гитлерсыларҙың һигеҙ атакаһын кире ҡаға һәм ротаға яҡын һалдатын юҡ итә, ике пулемет нөктәһе утын баҫтыра.
       1945 йылдың 10 мартында Бреслау ҡалаһы өсөн һуғыштарҙа Н.С. Ведерников штурмлаусы төркөмдөң алға барыуына ярҙам итә, үҙ пулеметы уты менән немецтарҙың өс пулемет нөктәһен юҡ итә, һөҙөмтәлә штурмлаусы төркөм юғалтыуһыҙ кварталды ала.
       1944 йылдың йәйенән алып һуғыш тамамланғанға тиклем алыштар ваҡытында Н.С. Ведерников шәхсән үҙе 300-ләп немец һалдатын юҡ итә".
       Бына ошо хәрби батырлыҡтары өсөн Тәтешле районынан яҡташыбыҙға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә лә инде. Әйткәндәй, Пермь крайы хеҙмәтсәндәре лә уны "үҙҙәренеке" тип һанай.
       Бик күптән ата-әсәһе менән бергә ул Пермь өлкәһенә, Үрге Ямаш ауылына күсеп китә. Унда совхоздың баҫыусылыҡ бригадаһында эшләй. Шунан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Һуғыштан һуң Владимир Азин исемендәге тыуған совхозына әйләнеп ҡайта. Комбайнер, һуңынан баҫыусылыҡ бригадаһы бригадиры була.
       Башҡортостанда ла, Пермь өлкәһендә лә Николай Степанович Ведерниковҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелеү тураһында ишеткәс, бик шат булалар. Башҡорт һәм Пермь ере Геройҙы тәрбиәләгән, ә ул Тыуған илде данға күмгән.
       Башҡортостандың Үрге Тәтешле ауылындағы бер урам Н.С. Ведерниковтың исеме менән аталған.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал