6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Ҡайҙа уҡырға барырға?
27.06.08


       Күптән түгел генә улар сығарылыш синыфы уҡыусылары ине. Имтихан тапшырҙылар, берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре өсөн борсолдолар, сығарылыш балына нимә кейергә икән тип, мәж килделәр. Ләкин хәҙер уларҙың бөтөнлөй икенсе проблемалары. Улар - абитуриенттар, һәм барыһы ла юғары уҡыу йортона инергә хыяллана.
       Республикабыҙҙа юғары уҡыу йорттары етерлек. Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала 16 вуз эшләй - 12 дәүләт һәм дүрт дәүләт булмаған. Бынан тыш, Рәсәйҙең 18 дәүләт һәм һигеҙ дәүләт булмаған юғары уҡыу йорттарының филиалдары асылған. Уларҙа уҡытыу 48 йүнәлеш һәм 228 специальность буйынса алып барыла.
       Әммә әгәр һеҙҙе әле булһа "ҡайҙа уҡырға барырға" тигән һорау борсоһа, һеҙгә бер нисә кәңәш бирәбеҙ. Үҙеңдең буласаҡ специальносыңды һайлар алдынан уның талап итерлекме-түгелме икәнлеген яҡшылап уйлағыҙ. Килешегеҙ, биш йыл уҡып, аҙаҡтан эшһеҙ ултырыу ахмаҡлыҡ бит.
       Быйыл, мәҫәлән, Рәсәй вуздарын тамамлаусы 1,2 миллион егет һәм ҡыҙҙарҙың 40 проценты - юристар һәм экономистар. Ә шул уҡ ваҡытта күп кенә сәнәғәт тармаҡтарында технологтар, инженерҙар һәм башҡа белгестәр етешмәй.
       Шуға күрә буласаҡ һөнәрҙе абруйына ҡарап һайламағыҙ. Иң мөһиме, диплом алғас, эшкә урынлашырлыҡ булһын. Етмәһә, ундай абруйлы тип һаналған специальностарға конкурс та юғары була. Мәҫәлән, былтыр иҡтисад, юридик профилдәге, информацион технологиялар һәм энергетика специальностарына конкурс бер урынға биш кешенән алып 15 кешегә тиклем тәшкил итте. Ә уртаса алғанда, 2007 йылда Башҡортостанда бөтә специальностар буйынса конкурс йөҙ урынға 205 ғариза тәшкил итте.
       Юғары уҡыу йортона ингәндә үҙ көсөгөҙгә иҫәп тотоғоҙ, әммә аҡса тураһында ла онотмағыҙ. Быйыл 33 меңдән ашыу тамамлаусынан 7 мең 376 беренсе курс студенты ғына дәүләт иҫәбенә уҡыясаҡ бит. Шуға күрә әгәр бюджетҡа инә алмаһағыҙ, түләргә әҙерләнегеҙ. Ә белем хәҙер ҡиммәт. Республикабыҙ бер йыл уҡыу өсөн түләү 250 меңгә еткән Мәскәү булмаһа ла, байтаҡ сумма сығарып һалырға тура киләсәк.
       Шулай итеп, иң ҡиммәт түләүле белемде Өфө дәүләт нефть техник университеты тәҡдим итә. Бәлки, бының сәбәбе ӨДНТУ-ның мәғариф буйынса Федераль агентлыҡ тарафынан төҙөлгән Рәсәйҙең иң яҡшы вуздары рейтингында яҡшы ғына позиция биләүенә ҡайтып ҡалалыр. ӨДНТУ-ла "Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм эксплуатациялау" специальносы буйынса уҡыу һеҙгә йылына йөҙ мең һумға төшәсәк.
       Әммә уҡыу арзаныраҡ торған вуздар ҙа бар. Мәҫәлән, Өфөлә иң арзан уҡыу йылына 22 мең һум тәшкил итә. Был аҡсаға БДУ-ла һеҙҙән филолог, БДМУ-ла - социаль хеҙмәткәр, ә ВЭГУ-ла социаль-мәҙәни хеҙмәткәр яһаясаҡтар.
       Әгәр инде ниндәй һөнәр һайлауығыҙҙы әле булһа хәл итмәгәнһегеҙ икән, профориентацияға махсус тест үтегеҙ. Мәҫәлән, яҡындағы Мәшғүллек үҙәгендә үтергә мөмкин. Бер сәғәт эсендә ҡайһы бер һорауҙарға яуап тултырып тапшырғас та, белгестәр һеҙгә тәҡдимдәр һәм кәңәштәр бирер.
       Әгәр һөнәр һайлау менән проблемағыҙ юҡ икән, ҡыйыу рәүештә үҙегеҙгә оҡшаған уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһына барығыҙ. Ләкин башта бөтә кәрәкле документтарҙы йыйырға онотмағыҙ. Һеҙгә урта белем тураһында аттестат, бер нисә фотография, паспорт, берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре тураһында сертификат һәм 086-У формаһында медицина белешмәһе кәрәк буласаҡ. Әгәр һеҙҙең төрлө республика һәм Бөтә Рәсәй олимпиадалары дипломдары һәм грамоталары бар икән, уларҙы үҙегеҙ менән алығыҙ. Был хуплана ғына.
       Әйткәндәй, вуздарҙың күбеһендә документтар ҡабул итеү 20 июндә башлана. Ул 20 июлгә тиклем дауам итә. Тимәк, һеҙҙең бөтә нәмәгә өс аҙна тирәһе ваҡытығыҙ ҡалған. Һуңлап ҡуймағыҙ!
       Башҡорт дәүләт университетының ҡабул итеү комиссияһы вәкиле әйтеүенсә, абитуриенттар күпләп киләһе аҙнала килә башлаясаҡ. Сөнки шул ваҡытҡа мәктәпте тамамлаусыларҙың барыһына ла берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре тураһында таныҡлыҡтарҙы биреп бөтөргә тейештәр.
       Рәсәйҙең башҡа ҡалалары вуздарына ла уҡырға инеү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Әгәр берҙәм дәүләт имтиханы өсөн балығыҙ юғары икән, мәҫәлән, Мәскәү йәки Санкт-Петербургка уҡырға барыу мөмкинлеге бар. Әйткәндәй, башҡа ҡалалар вуздарына документтарҙы интернет буйынса ла тапшырырға мөмкин.
       "БАШвестЪ" барығыҙға ла хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын, дөрөҫ һөнәр һайлауығыҙҙы теләй. Үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ, һәм бөтәһе лә яҡшы буласаҡ!

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал