6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Курск вокзалы врачы
26.06.08


       1978 йылдың 26 июнендә Киевта күренекле совет ғалим- терапевы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Николай Дмитриевич Стражескоға (1876-1952) һәйкәл асыла. Уны ғалимдың вафат булыу йыллығы көнөндә асалар.
       Бер яҡтан, украин ғалимы Н.Д. Стражесконың Башҡортостанға ни ҡыҫылышы бар һуң кеүек. "Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында кем кем булған" ("Кто был кто в Великой Отечественной войне") белешмәһен асайыҡ. Унда, һуғыш йылдарында Николай Дмитриевич - Өфөлә Госпиталдәр идаралығы консультанты, ә Башҡортостандан киткәндән һуң 1943 йылдан Госпиталдәр советы ағзаһы һәм Ҡыҙыл Армияның Баш хәрби-санитар идаралығы консультанты була, тип әйтелгән.
       Һуғышҡа тиклем Н.Д. Стражеско Украина клиник медицина ғилми-тикшеренеү институтын етәкләгән. Исеме донъяға билдәле ғалим институт менән бергә Өфөгә эвакуациялана һәм 1941-1943 йылдарҙа Башҡортостан медицина институтының факультатив терапия кафедраһы мөдире була.
       Башҡортостанда уның һуңынан күренекле медиктар булып киткән күп уҡыусылары ҡала. Һәйкәл асылыуы тураһында уларҙан берәйһе белде микән, әммә 1952 йылдың 26 июнендә уларҙың уҡытыусыһы вафат булыуы тураһында баҫылып сыҡҡан хәбәр һәр береһенең йөрәгенә барып етә.
       - Барыһы ла асыҡ күҙ алдыма баҫты, - тип хәтерләй профессор С.В. Базанова. - Хәтеремдә, һуғыш йылдарының һалҡын ҡышы. Яғылмаған бинала Н.Д. Стражеско ҡарҙай аҡ халатта йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары буйынса лекция уҡый. Уны студенттар һәм бер сәғәткә генә килгән шинель кейгән кешеләр - эвакогоспиталдәр врачтары иғтибар менән тыңлай. Николай Дмитриевич хәрби врачтарҙы - яралыларҙы һәм ауырыуҙарҙы тиҙерәк тергеҙеүгә бөтә көсөн биреп эшләгән бөйөк хеҙмәткәрҙәрҙе тәрән ихтирам итте һәм юғары баһаланы. Буш ваҡыты булмауға ҡарамаҫтан, ул врач-фронтовиктың ҡатыны өсөн йылы кейем табыу, сирләп киткән студентты госпиталләштереү, зәңгеле ауырыуҙар өсөн витаминдар тураһында хәстәрләргә лә өлгөрҙө.
       Академик Н.Д. Стражеско мәктәбен үтеү - ул яҡшы клиницист, педагог һәм ғалим булыу өсөн ныҡлы фәнни нигеҙ алыуҙы белдерҙе...
       Беҙ, Башҡортостан ғалимдары, Бөйөк Ватан һуғышында дошманды еңеү эшендә уның ҡаҙаныштарын ғүмер буйына хәтерләйәсәкбеҙ.
       Уның уҡыусыларының иҫтәлектәре беҙгә Н.Д. Стражесконы ғалим-педагог булараҡ һүрәтләй. Әммә ул Өфөлә терапевт, госпиталдәрҙең баш консультанты ла була. Был, моғайын, уның өсөн Өфөлә йәшәү осоронда иң мөһиме булғандыр.
       1988 йылда Антонина Алексеевна Кулагина миңә үҙенең "Эвакогоспитали Башкирии в годы Великой Отечественной войны" тигән китабын бүләк иткәйне.
       Баҡһаң, һуғыш ваҡытында республика территорияһында бөтәһе 22500 яралыға иҫәпләнгән 63 эвакогоспиталь ойошторолған булған. Шуларҙан 36 госпиталь Өфөлә урынлашҡан. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан эвакогоспиталдәре аша 250 мең яралы үтә. Уларҙың күбеһе һауығып, сафҡа әйләнеп ҡайта, һуғышыуын дауам итә. Быға 422 врач һәм 1300-ҙән ашыу урта медицина хеҙмәткәренең фиҙакәр хеҙмәте булышлыҡ итә.
       Эвакогоспиталдәр эшендә Украина, Мәскәү ғалимдары Богомолец, Палладин, Семашко әүҙем ҡатнаша. Николай Дмитриевич 700 койкалыҡ 1741-се эвакогоспиталдең даими консультанты була. Госпиталь 1941 йылдың 1 июлендә Өфөлә Туҡай урамындағы 48-се йортта урынлашҡан ҡала клиник дауаханаһы базаһында асыла. Бина стационар өсөн ҡулайлаштырылмаған була. Йыйылыштар залында урынлашҡан иң ҙур палатаны яралылар "Курск вокзалы" тип йөрөтәләр, унда бер үк ваҡытта 99 кеше ята.
       Академик Стражесконың кәңәштәренә врачтар ҙа, яралылар ҙа ҡолаҡ һала һәм уларҙы һис һүҙһеҙ үтәй. Ғалимдың Өфөләге ғилми тикшеренеүҙәре, медицина термины менән әйткәндә, яра инфекцияһын һәм сепсисты клиник-эксперименталь өйрәнеүгә арнала.
       Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, Николай Дмитриевич Стражеско тыуған яғына әйләнеп ҡайта һәм яңынан Украина кардиология институтын етәкләй. Хәҙер ул уның исемен йөрөтә. Стражеско СССР Фәндәр академияһы академигы, Социалистик Хеҙмәт Геройы була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал