6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Конкурстар

Етди уҡыу
26.06.08


       Дүрт мең ярым юл ҡатмарлы ғына тексты яттан һөйләргә! Уртаса статистик уҡыусының, проза түгел, ҙур булмаған шиғырҙы ятларға кәрәк булһа, ҡото оса. Ләкин һуңғы ваҡытта дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында, нигеҙҙә, педагогтар һәм бер республика бәйгеһе арҡаһында, "Урал батыр" башҡорт эпосына ҡыҙыҡһыныу арта. Традиция буйынса йыл һайын "Урал батыр" эпосы буйынса Республика йәш сәсәндәр бәйгеһе был боронғо халыҡ әҫәрен баһалаусыларҙы йыя.
       Июндең һуңғы көнөндә унынсы, юбилей бәйгеһе башлана. Быйыл унда ҡатнашыусылар ниндәй яңылыҡтар менән осрашасаҡ, шулай уҡ бәйгенең тарихы тураһында Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры Әхмәт Сөләймәнов, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Мираҫ Иҙелбаев, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре, бәйге жюрийы ағзаһы Розалия Солтангәрәева, "Урал батыр" эпосы йәш сәсәндәре бәйгеһенә арналған тапшырыуҙар циклы авторы Сәрүәр Сурина, БР Мәғариф министрлығының милли мәғариф һәм төбәктәр хеҙмәттәшлеге бүлеге начальнигы Рәйсә Күзбәкова һөйләне.
       - Бәйгенең берҙән-бер үҙгәрешһеҙ шарты булып - "Урал батыр" эпосын яттан белеү ҡала, - тине жюри ағзаһы, БДУ профессоры Мираҫ Иҙелбаев. - Ижади ярыштың икенсе турында уҡыусыларға эпостан ваҡиғаларҙы сәхнәләштереп күрһәтергә кәрәк буласаҡ, һәм, ахыр килеп, өсөнсө турҙа уҡыусыларға викторина һорауҙарына яуап бирергә тура киләсәк. Быйыл ул танылған башҡорт яҙыусыһы Зәйнәп Биишеваның тормошона һәм ижадына арналасаҡ.
       Рәйсә Күзбәкова әйтеүенсә, тәүге йылдарҙа бәйгелә ҡатнашыу өсөн "Урал батыр" эпосынан 1,5 мең юл белеү етһә, хәҙер иһә кәмендә 2400 юл белергә кәрәк.
       - Киләһе конкурстарҙа беҙ һәр ҡатнашыусының эпостың тулы тексын яттан белеүенә ынтылабыҙ, ә был 4500 юл, - тине ул. - "Урал батыр"ҙы тулыһынса ятларға мөмкин булыуын 2001 йылда йәш сәсәндәр бәйгеһендә Әбйәлил районынан Венера Баймөхәмәтова иҫбатланы. Хәҙер тулы тексты белеүен күрһәтеүсе бәйгеселәр һаны йылдан-йыл арта. Былтырғы бәйгелә улар 14 булды.
       Рәйсә Күзбәкова был ярыштың тарихы тураһында ла һөйләп үтте. "Урал батыр" эпосы сәсәндәренең тәүге конкурсы 1996 йылда Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты базаһында үтә. Уны үткәреү инициаторы булып Фәнзил Санъяров тора. Республика статусына конкурс 1997 йылда эйә була (дөрөҫ, уны 2000 йылда үткәрмәйҙәр, шуға юбилейы быйыл тура килә лә инде). Хәҙерге ваҡытта республиканың бөтә райондары ла үҙ командаһын бирә. Дөйөм ҡатнашыусылар һаны 260 кешегә етә.
       Бәйге дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары өсөн үткәрелһә лә, жюриға республиканың төп юғары уҡыу йорттары профессорҙары һәм ғилми хеҙмәткәрҙәр инә. Ойоштороусылар, балалар сәсәндәр бәйгеһе йоғонтоһо аҫтында өлкәндәрҙә лә, шул иҫәптән ижади интеллигенция вәкилдәрендә лә, "Урал батыр" эпосына ҡыҙыҡһыныу уяныр, тип ышана. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, жюри ағзаһы Розалия Солтангәрәева, эпосты өйрәнеү һәм уны популярлаштырыу халыҡтың генетик хәтерен һаҡлау өсөн мөһим, тип билдәләне.
       Жюри рәйесе, БДПУ профессоры Әхмәт Сөләймәнов балаларҙың ошо тиклем ҡатмарлы тексты тойоуҙары, уны яттан һөйләргә хәлдәренән килеүе хаҡында әйтеп үтте. Йәш сәсәндәр эпоста һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың үҙ интерпретацияһын бирергә маташа, сюжет һыҙыҡтары дауамын уйлап таба, оригиналь текстағы ҡайһы бер тап килмәгән урындарҙы бәйләргә маташа, тине ул.
       Быйыл нисә бәйгесе ҡатнашыр, әлегә билдәһеҙ. "Урал батыр" эпосы буйынса унынсы Республика йәш сәсәндәр бәйгеһе башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ул 30 июндән 3 июлгә тиклем республиканың Стәрлетамаҡ районында үтәсәк.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал