6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Транспорт

Автобустарҙа хаҡ артасаҡ
26.06.08


       Быйыл 1 июлдән Өфөлә ҡала автобустарында йөрөүгә хаҡтар артасаҡ. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте 2008 йылдың 20 июнендәге 213-сө ҡарары менән ҡала автобустарында пассажирҙар һәм багаж йөрөтөүгә яңы тарифтар билдәләне.
       Хәҙер "НефАЗ" маркалы автобуста ете һум урынына ун һум сығарып һалырға тура киләсәк, ә "Мерседес Спринтер" маркалы микроавтобустарҙа 12 һум урынына 15 һум бирергә кәрәк буласаҡ. Әммә бының менән генә бөтмәй әле! Тиҙ йөрөүсе һәм экспресс режимында эшләүсе автобустарҙа йөрөү өсөн хаҡ 25 һумға етеүе ихтимал.
       "Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһы вәкилдәре өфөләрҙе тынысландырырға тырыша. Улар әйтеүенсә, Өфөлә әле хаҡтар ул тиклем юғары түгел. Сағыштырыу өсөн улар Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында автотранспортта йөрөү хаҡын килтерәләр. Мәҫәлән, Мәскәүҙә - 17 һумдан 25 һумға тиклем, Ҡазанда - 15 һум, Силәбелә - 12 һум, Ҡурғанда - 11 һум, Түбәнге Новгородта һәм Һамарҙа - 10 һум, Пермдә - 8 һумдан 10 һумға тиклем түләргә кәрәк. Шулай ҙа йөрөү өсөн хаҡтарҙы күтәреү сиктән тыш кеүек тойола.
       Олеся, 30 йәш:
       - Минең уйлауымса, был хаҡтарҙы күтәреү күп өфөләрҙең кеҫәһенә һуғасаҡ. Был нимәгә бәйле икән һуң? Бер һумға күтәреүгә оҙаҡ ваҡыт күнеккәндә, өс һумға күтәрелгәс, нимә булыр икән? Миңә кондукторҙар йәл, ябай халыҡ бит уларҙы әрләйәсәк...
       Евгения, 35 йәш:
       - Хаҡтарҙы күтәреү тиҙҙән минималь эш хаҡын күтәрәсәктәре менән бәйләнгәндер, тип уйлайым. Беҙҙә һәр ваҡыт шулай инде ул, яҡшыраҡ булһын тип тырышалар, ә киреһенсә килеп сыға. Бынан бит халыҡ яфа сигә.
       Игорь, 50 йәш:
       - Мин был турала әлегә ишетмәгәм, әгәр шулай икән - бигерәк ҡапыл күтәрәләр.
       Әлфиә, 25 йәш:
       - Миңә, әлбиттә, 12 һум түләйемме йәки 15 һуммы - бик мөһим түгел. Ләкин кемгәлер был ауырға тура киләсәк бит.
       Илья, 22 йәш:
       - Эйе-е, былай уҡ тип көтмәгәйнем! Ете һумдан һигеҙ һумға күтәрһәләр аңлашыла әле, бер кем дә быны артыҡ һиҙмәҫ ине. Һәр ваҡыт шулай эшләнеләр, һәм кешеләр ҙә быға күнеккән инде. Ләкин өс һумға...
       Мария, 58 йәш:
       - Бына мин, мәҫәлән, "Мерседес"та йөрөргә яратам, унда башҡа автобустарҙағыға ҡарағанда уңайлыраҡ. Ләкин хәҙер транспортта йөрөүгә ундай аҡса сығара алмайым...
       Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә юл йөрөүгә хаҡтар артыуын "БАШвестЪ"ҡа аңлатып торманылар, етмәһә, Ҡала йәшәйешен тәьмин итеү идаралығында, был турала белмәйбеҙ әле, тип хәбәр һалдылар...
       "Башавтотранс"тың үҙендә аңлатыуҙарынса, тарифтарҙы арттырыу - ул мәжбүри сара. Был яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡ артыу менән бәйләнгән. Кешеләргә аңлатыу өсөн тәүлек әйләнәһенә "ҡыҙыу" линия булдырылды. Теләгән ваҡытта 272-55-46 телефон номерын йыйып, пассажир ялыу биреү генә түгел, "Башавтотранс" белгесенән квалификациялы консультация ла ала ала.
       "БАШвестЪ" редакцияһы эксперимент үткәрҙе. Беҙ "ҡыҙыу" линия номерына шылтыраттыҡ. Яуап оҙаҡ көттөрмәне. Телефон трубкаһын ҡатын-ҡыҙ күтәрҙе. Күрәһең, уны хаҡтар артыуы тураһында һорауҙар менән ҡаңғыртып бөтөргәндәрҙер инде, шуға күрә уның тауышы бер аҙ асыулы ине. Шулай ҙа ул бөтә һорауҙарға яуап бирҙе.
       - 1 июлдән юл йөрөүгә хаҡтар күтәрелеүе дөрөҫмө?
       - Эйе.
       - Ни өсөн юл хаҡын бер юлы өс һумға күтәрергә ҡарар иттеләр? Элек бит иң күбе 1 һумға күтәрә торғайнылар...
       - Беҙҙә хаҡтар 2006 йылдың апреленән бирле күтәрелгәне юҡ. Ә бензин хаҡы артҡандан-арта бара. Беҙ үҙебеҙгә зыянға эшләй алмайбыҙ.
       - Ә ҡала-ара автобустарҙа ла хаҡты күтәрәһегеҙме?
       - Миндә әлегә ундай мәғлүмәт юҡ.
       Нишләйһең, "Башавтотранс" етәкселеген дә аңларға мөмкин. Улар бит хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләргә, бензин һатып алырға, автобустарҙы ремонтларға тейеш...
       Шулай ҙа дәүләт ташыусыһы халыҡтың социаль яҡланмаған ҡатламы тураһында уйлаған икән. Абонемент билеттарын бер кем дә бөтөрөргә йыйынмай бит. Уларҙың хаҡы бер аҙ күтәреләсәк, әлбиттә. Уның ҡарауы, биш тапҡыр йөрөүгә айлыҡ абонемент билеты буйынса бер тапҡыр йөрөү хаҡы 9 һум 60 тин тәшкил итәсәк, ун тапҡыр йөрөүгә айлыҡ абонемент билеты буйынса - 9 һум 40 тин, 20 тапҡыр йөрөүгә айлыҡ абонемент буйынса - 9 һум 15 тин. Иң арзаны 50 тапҡыр йөрөүгә айлыҡ абонемент билеты буйынса йөрөү хаҡы буласаҡ - бер тапҡыр ултырып йөрөүгә 8 һум 86 тин.
       Кондукторҙан йәки водителдән һатып алырға мөмкин булған юл йөрөү билеттары ла ҡалдырыла. Мәҫәлән, ойошмалар һәм граждандар өсөн лимитһыҙ айлыҡ билет хаҡы 595 һум тәшкил итәсәк. Студенттар, шулай уҡ мәктәп һәм профессиональ училищелар уҡыусылары өсөн лимитһыҙ айлыҡ билет хаҡы 420 һәм 300 һум буласаҡ.
       Пластик карталар буйынса йөрөү күпкә арзаныраҡ торасаҡ. "Электрон кондуктор" системаһы буйынса бер тапҡыр йөрөү хаҡы пластик картаны бер үк ваҡытта тулыландырыу суммаһына бәйле. Бер тапҡыр йөрөүгә 8 һум 40 тин күләмендә иң түбән тариф пластик картаны бер үк ваҡытта 441 һумға тулыландырғанда билдәләнгән.
       Бынан тыш, республика территорияһы сиктәрендә, маршрут таксиҙарынан тыш, ҡала һәм ҡала эргәһе бәйләнеше дөйөм файҙаланыу транспортының бөтә төрҙәренә берҙәм социаль йөрөү билеты ла ғәмәлдә ҡаласаҡ.
       Шулай итеп, "Башавтотранс" менән аңлаштыҡ. Ҡарарға ҡул ҡуйылған, йөрөүгә хаҡтар артыуы менән хәҙер бер нәмә лә эшләп булмаясаҡ. Тик бына шуныһы ҡыҙыҡ, шәхси коммерция ташыусылары быға нисек яуап бирер, "Башавтотранс"ҡа ҡарап, улар ҙа йөрөү хаҡын күтәрерме? Был һорау менән "Альянс СКД" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директорының пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу буйынса урынбаҫары Николай Вышеславцевҡа мөрәжәғәт иттек:
       - Мин әлегә йөрөүгә хаҡты күтәреүҙең мәғәнәһен күрмәйем. Ләкин был шәхси минең фекерем. Миңә водителдәр менән кәңәшләшергә кәрәк буласаҡ. Бергәләп хәл итәсәкбеҙ.
       Шулай итеп, беҙгә 1 июлде көтөргә генә ҡала.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал