6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Асия Латипова: "Уҡытыусы - ул экспериментатор-хеҙмәткәр"
25.06.08


       2008 йылда "Мәғариф" милли проектына ярашлы ун мең уҡытыусы 100-әр мең һум аҡсалата дәртләндереү аласаҡ. Башҡортостанға 363 "педагогик" грант оҙатыласаҡ. "БАШвестЪ" биттәрендә беҙ профессионализмы Рәсәйҙең төп белгестәре тарафынан билдәләнгән һәм танылған уҡытыусылар хаҡында һөйләүҙе дауам итәбеҙ.
       - Әгәр миңә ғүмеремде яңынан башларға, уны башҡаса ҡорорға тәҡдим итһәләр, барыбер үҙ һөнәремә хыянат итмәҫ - педагог булыр инем, - ти Мәләүез районы Первомайка ҡасабаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Асия Латипова.
       Бала саҡ - Үҫмер саҡ - Йәшлек
       - Иң мөһиме, туҡтауһыҙ уҡырға кәрәк - тәүҙә мәктәп, һуңынан институт, ә һуңынан инде ғүмер буйына, ялҡауланмаҫҡа... ...Асия, тыңлайһыңмы?
       - Әлбиттә, тыңлайым, олатай, ә уйнарға?
       - Уйнарға ла кәрәк, һинең һымаҡ тиктормаҫ унһыҙ нишләһен... Һинең оло ағайҙарың да - уҡытыусылар, береһе Мәскәүҙә уҡыны, икенсеһе - үҙебеҙҙең Өфөлә. Уҡытыусылар, Асия, иң аҡыллы һәм хөрмәтле кешеләр.
       Хәҙер Асия Мөхәмәтулла ҡыҙы үҙе өләсәй, һәм был һүҙҙәрҙе әйткәндә уның тулҡынланыуы һиҙелеп тора?
       - Тәүҙә олатайым менән өләсәйемде кулак тип ҡулға алдылар, һуңынан һуғыш - фронт, айырылышыу, күҙ йәштәре. Был хәл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр ғаиләгә таныш. Уларға бик ауыр булды. Ләкин беҙ ағайым менән был ауырлыҡты бөтөнләй тойманыҡ: өҫтәл һәр ваҡыт тулы булды, өйҙә бер-береңә ихтирам, тәртип хөкөм һөрҙө. Иң мөһиме, олатайым үҙе колхозда эшләһә лә, юғары белеме булмаһа ла, уның тырышлығы арҡаһында беҙҙең йортта белем культы булдырылды.
       Балалар - Мәктәп - Ғаилә
       Бөгөн Латиповтар ғаиләһе - татыу педагогик коллектив: Асия Мөхәмәтулла ҡыҙының бер туған ағаһы һәм ике туған ағай-энеһе, ире, ҡыҙы, кейәүе - уҡытыусылар. Ҡыҙы әсәһе менән бергә эшләй, бына ете йыл инде Первомайка мәктәбендә инглиз теленән уҡыта.
       - Әгәр мин башҡа һөнәр һайлаһам, минең эшмәкәрлек өлкәм генә үҙгәрмәҫ ине, мин Латипова булмаҫ инем - тормош иптәшем менән беҙ студент саҡта, Стәрлетамаҡ педагогия институтында таныштыҡ бит.
       Мәҡәлә героиняһы билдәләүенсә, уҡытыусы булыу ауыр, тип әйтеп булмай, ләкин был һөнәр кешенән билдәле бер характер һыҙаттары талап итә. Әгәр белгес ошо сифаттарға эйә булмаһа, ул саҡта мәктәптә эшләүҙән фәтеүә юҡ.
       - Уҡытыусы - ул балаларҙы яратыусы экспериментатор- хеҙмәткәр, - ти Асия Мөхәмәтулла ҡыҙы. - Был юғары, матур һүҙҙәр генә түгел. Уҡытыусы - беренсе сиратта, изге күңелле, ярҙамсыл, эскерһеҙ кеше. Балалар өсөн был бик мөһим, улар быны тоя. Баланы бер тапҡыр алда, һуңынан һин иң яҡшы була алаһың, ә уның өсөн яҡын кешегә әйләнмәйәсәкһең. Балаға әйткән һүҙеңә үҙеңә ышанырға кәрәк, шул саҡта ғына ул да ышанасаҡ. Был закон тап башҡорт телен - республика белем биреү системаһында сағыштырмаса яңы предметты өйрәнеүҙә айырыуса асыҡ сағыла. Йәмғиәт, башҡорт теле хәҙерге уҡыусыға ни тиклем кәрәк, тигән бәхәскә йыш ҡына әйләнеп ҡайта бит.
       Тел - Мәҙәниәт - Йәмғиәт
       - Туған телде өйрәнергәме әллә өйрәнмәҫкәме: был бәхәс темаһы түгел. Һәр цивилизациялы кеше туған телен белергә тейеш. Уның мәҙәниәтте сағылдырыуы һәм формалаштырыуы йөҙәр йылдар элек иҫбатланған, һәм быға миҫалдар бик күп - был урыҫтарҙың, татарҙарҙың, украиндарҙың, сыуаштарҙың, башҡорттарҙың менталитет айырмаһын асыҡ күрһәтеүсе ауыҙ-тел ижады ла, нәфис әҙәбиәт тә. Бөтә был күп төҫлө мәҙәни мираҫты юғалтырға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ.
       Бер ай элек беҙ үҙ мәктәбебеҙҙә "Туған телдәр байрамы" ойошторҙоҡ: балалар һәм өлкәндәр үҙ туған телдәрендә йырҙар йырланы, шиғырҙар уҡыны, ә беҙҙә бит һигеҙ милләт балалары уҡый. Балаларҙың бер-береһенә килеп, бер милләт вәкилдәре булыуын белеп шатланыуҙарын, уларҙы ниндәй ғорурлыҡ солғап алыуын күреү бик күңелле булды. Үҙ тамырҙарың, үҙ тарихың менән ғорурланыу - был мөһим генә түгел, ә үҙ атайыңды һәм әсәйеңде белеү кеүек үк кәрәкле лә.
       Тәжрибә - Ижад - Грант
       Асия Мөхәмәтулла ҡыҙының һүҙҙәренә ышанаһың, һәм был ғәжәп түгел дә: уның иңендә 40 йыл педагогик стаж; федераль кимәлдә танылған методикалар, бының менән йөҙ мең һумлыҡ грант алған бөтә педагогтар ҙа маҡтана алмай; бөгөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән уҡыусылары - Мәләүез районы мәктәптәрендә генә улар дүртәү.
       Ә бит башҡорт телен, бигерәк тә әҙәбиәтен уҡыта башлау еңелдән булманы - яҡшы уҡыу китаптары ла, дидактик әсбаптар ҙа, күргәҙмә материалдар ҙа юҡ ине. Булғаны эшләп еткереүҙе талап итә ине.
       - Материалдарҙы бөртөкләп йыйҙыҡ, бер-беребеҙ менән тәжрибә уртаҡлаштыҡ, бергәләп рекомендациялар, әсбаптар, методик ҡулланмалар төҙөнөк, - тип хәтерләй Латипова. - Хәҙер был мәсьәләләр хәл ителә, тик әле булһа предмет буйынса квалификациялы кадрҙар етешмәүе актуаль проблема булып ҡала: ҡайһы бер башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары материалды яҡшы белә, ләкин махсус педагогик белеме юҡ.
       Мәктәп, район һәм республика кимәлендә яңы эшләй башлаусы белгестәргә бөгөн методик берекмәләр ярҙам күрһәтә, уларҙың төп өлөшөн Асия Мөхәмәтулла ҡыҙы кеүек етәкселәр тәшкил итә. Латипованың төп эш алымы - дәрестәрҙең стандарт булмаған формалары: дәрес-уйын, дәрес-сәйәхәт, дәрес-дискуссия, дәрес-тикшеренеү. Асия Мөхәмәтулла ҡыҙы белем биреү системаһына үҙе индергән һәм бына ун йылдан ашыу инде уҡытыу процесында ҡулланған дәрес-йыйын тураһында айырым әйтеп китергә кәрәктер. Йыйын - ул бергәләп хәл итеүҙе талап иткән көнүҙәк проблемалар тикшерелгән халыҡ йыйылышы. Рус теле, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү предметтарын уҡытҡанда бындай форма аналогы булып дәрес-диспуттар тора.
       - Бындай дәрестәр уҡыусыларҙа ижади һәм аналитик фекерләү үҫтереү өсөн иң йоғонтоло булып тора, - ти педагог. - Проблемалы ситуация булдырып, уҡытыусы әҫәргә әҙер анализ бирмәй, ә балаға тексты үҙ аллы танып белеү мөмкинлеге бирә. Әммә дәрес-йыйындың һәм дәрес-диспуттың етди айырмаһы бар - милли специфика. Мөрәжәғәт-һүҙҙәр, аргументлауҙы төҙөү - дәрес-йыйынды үткәргәндә байтаҡ шарттарҙы күҙәтергә һәм дәресте үҙенсәлекле атрибутика менән тулыландырырға кәрәк.
       Латипова билдәләүенсә, был алым уҡыусыларға материалды еңелерәк һәм тиҙерәк үҙләштерергә ярҙам итә. Бының менән күп кенә тел уҡытыусылары килешә.
       Быны дөйөм уҡыу күрһәткестәре лә (Латипова уҡытҡан синыфтарҙа өлгәш йөҙ процент, ә белем сифаты 93 процентҡа етә), шулай уҡ уның уҡыусылары үткәргән ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге лә иҫбатлай. Етмәһә, балалар әле өйрәнелмәгән темаларға тотона, уларҙы үҙ кәңәшсе-тәрбиәселәре менән бергә эшкәртә һәм әҙәбиәтте өйрәнеүҙә "үҙ" проблематикаһы буйынса тәүге тикшеренеүселәр булып тора. Йәш ғалимдарҙың - Латипованың уҡыусыларының эштәрен, ҡағиҙә булараҡ, республиканың төп фәнни эшмәкәрҙәре юғары баһалай, ә балаларҙан күптәре уҡыусы сағында уҡ Башҡортостандың төп юғары уҡыу йорттарында белем алыуын дауам итергә саҡырыу ала.

Елена Мужайлова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал