6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фекерҙәр

Балаларға кисен йөрөү тыйыла
25.06.08


       Над нами солнце светит -
       Не жизнь, а благодать,
       Тем, кто за нас в ответе,
       Давно пора понять,
       Тем, кто за нас в ответе,
       Давно пора понять,
       Мы маленькие дети,
       Нам хочется гулять!
       Был йырҙы башҡарыусы ҡәҙимге совет мәктәбенең 6 "А" синыфы уҡыусыһы һәм бер үк ваҡытта балалар өсөн "Приключения Электроника" кинофильмының төп геройы Сережа Сыроежкин ҡасандыр балаларға һәм үҫмерҙәргә бер үҙҙәре генә йөрөүҙе тыйырҙар тип, башына ла килтермәгәндер.
       Төрлө тыйыуҙар күптән инде беҙҙең өсөн ғәҙәтигә әйләнгән.
       Тиҙҙән уларға тағы берәү өҫтәлер, моғайын, - комендант сәғәте. Был юлы сикләү балаларға ҡағылыуы ихтимал - Дәүләт Думаһы уларға кисен һәм төнгө ваҡытта өлкәндәрһеҙ урамға сығыуҙы тыйырға планлаштыра.
       Федераль кимәлдә закон әле ҡабул ителмәгән, әммә Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә балалар өсөн комендант сәғәттәре индерелгән дә инде. Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Тверь, Белгород, Һамар, Кемерово өлкәләрендә һәм Краснодар крайында 14 йәшкә тиклемге балаларға 21 сәғәттән һуң йәмәғәт урындарында өлкәндәр оҙатыуынан тыш күренеү тыйыла. Ҡағиҙә боҙоусыларҙы ата-әсәһе килгәнсе милицияға алып китеү, ә һуңғыларын 10 минималь эш хаҡы күләмендә штраф көтә.
       - Ләкин бындай санкциялар имен булмаған ғаиләнән балаларҙы өйҙә тотор микән! Унан бигерәк, был законды ҡабул итеү бындай балаларҙың ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн бөтә яуаплылыҡты йүнһеҙ ата-әсәләргә һаласаҡ чиновниктарҙың үҙҙәренә ҡулай! - тип үҙ фекерен белдерҙе Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге педагогтарының береһе. - Хатта ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү тураһында эш буйынса судта ла бит улар: "Алығыҙ әйҙә, мин үҙемә тағы табам", - тип кенә ҡуялар. Уларҙың өйөндә ябай ғына көнкүреш кәрәк-ярағы ла юҡ бит, штраф түләү өсөн аҡса тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.
       Үҙәк вәкиле, яңы тыйыу саралары уйлап сығарғансы, ғәмәлдәге закондарҙы ҡатыраҡ күҙәтергә кәрәк, ти.
       - Әгәр ата-әсә үҙ балаларына вайымһыҙ икән, бер ниндәй штраф та ярҙам итмәйәсәк, - был РФ Дәүләт Думаһының Башҡортостандан депутаты, Думаның Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаеваның фекере. - Шулай ҙа мин "комендант сәғәтен" ҡабул итеү яҡлымын. Үҫмерҙәр енәйәтселеге арта, балалар енәйәт, беҙ йәшәгән агрессив мөхит ҡорбанына әйләнә. Комендант сәғәте индерелгән төбәктәр тәжрибәһе беҙҙең дөрөҫ йүнәлештә барыуыбыҙҙы иҫбатлай. Ыңғай һөҙөмтә бар, иң мөһиме, ул ваҡытлыса күренеш булмаһын.
       ...Үҙ бала сағымды иҫемә төшөрәм: ул ваҡытта бындай закондар булманы һәм беҙ урамда үҙ аллы йөрөй торғайныҡ. Ләкин заманалар үҙгәрҙе бит. Йәмғиәт һәм кешеләр башҡамы? Вайымһыҙыраҡ! Яуызыраҡ! Ҡурҡынысыраҡ! Ата-әсәләр үҙҙәрен иркен тота, балалар ҙа. Үҫмерҙәр алама йоғонтоға, "насар" компанияға эләгеүе йәки уларҙың яуызлыҡҡа яуап биреү өсөн көсө етмәүе ихтимал.
       Ата-әсәләр араһында бындай закон сығарыу инициативаһын тәнҡитләүселәр ҙә байтаҡ. "Идея, әлбиттә, аңлашыла һәм, бер яҡтан, дөрөҫ тә. Балаларҙы яҡлау. Ләкин комендант сәғәтен индереү шулай уҡ кәрәкме икән ни? Күп өлкәндәр икенсе сменала эшләй. Был осраҡта балаға нимә эшләргә? Өйҙә ултырырғамы? Ә яңғыҙ әсәләргә нимә эшләргә? Тәүҙә ул балаһын ашатыу-кейендереү өсөн көн буйына эштә, аҙаҡтан - өйҙәге хәстәрлектәр. Балаһы менән йөрөү өсөн уға ҡайҙан көс һәм ваҡыт табырға?" - тип иҫәпләй улар.
       Өлкән быуындың да үҙ фекере. "БАШвестЪ"ҡа интервьюла Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Галина Осипова бына нимә тине:
       - Минең быға ҡарашым ике төрлө. Бер яҡтан, үҙебеҙҙең шул сағыбыҙҙы иҫкә төшөрәм, йәш саҡта беҙ ҙә ғашиҡ булдыҡ, көнләштек, егеттәр кисен өйгә оҙатып ҡуя торғайны... Ә икенсе яҡтан - был тыйыуҙа ниндәйҙер көсләү салынып ҡала. Бының менән беҙ үҙебеҙҙе түбән төшөрәбеҙ, балалар тәрбиәләүҙә һәм урамда тәртип булдырыуҙа үҙебеҙҙең көсһөҙлөгөбөҙҙө таныйбыҙ кеүек килеп сыҡмаймы?
       Ә беҙҙең йәмғиәтебеҙ ысынлап та көсһөҙ бит. Бына статистика ни һөйләй. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, йыл һайын илебеҙҙә 100 меңгә яҡын бала юғала. Уларҙың күптәре өйҙән ҡасып сығып китә һәм ҡарауһыҙ балалар сафын тулыландыра. Икенселәр енәйәтселәр иғтибары объектына әйләнә, маньяктар, тере тауар, наркотиктар менән сауҙа итеүселәр тырнағына эләгә. Төрлө бандаларға эләгеп, кеше талау, үлтереү, көсләү юлына баҫа... Дөйөм алғанда, Рәсәй балаларының яртыһы тиерлек хәҙер социаль хәүеф зонаһында тора.
       Ә бына үҫмерҙәр үҙҙәре нимә уйлай икән?
       Марат Мохтаров, 10-сы синыф уҡыусыһы:
       - Бындай сараларға мин кире ҡараштамын. Беҙҙең ихатала ҡайһы берҙә, уҡытыусылар әйтмешләй, ауыр балалар компанияһы йыйыла. Бөтәһе лә тиерлек ата-әсәләре эскесе булған ғаиләләрҙән. Ҡайһы берҙәре өйгә ҡайтып, уларҙың нисек эскәнен күрмәү өсөн таңға тиклем эскәмйәлә ултырып сыға. Комендант сәғәте индерһәләр, улар ни эшләр? Мин, иң элек, бына шундай ата-әсәләр менән нимәлер эшләргә кәрәк, тип уйлайым. Ә нормаль мөнәсәбәттәр булған ғаиләлә бер ниндәй комендант сәғәте кәрәкмәй ҙә. Мәҫәлән, мин әсәйем борсолмаһын өсөн генә өйгә иртәрәк ҡайтырға тырышам. Миңә ҡалһа, айыҡ фекер йөрөтөүсе һәр кем төнөн урамда йөрөүҙең хәүефһеҙ булмауын аңларға тейеш. Мин беләм, класташтарымдың күбеһе шулай эшләй - бер кемдең дә бәләгә тарығыһы килмәй.
       Күреүегеҙсә, фекерҙәр айырылды. Өгөт-нәсихәт уҡырға ла, ниндәйҙер сара күрергә лә мөмкин. Мине нимә борсой - комендант сәғәте ғәмәлдә эшләрме икән? Милиция урамда үҫмерҙәрҙе ысынлап күҙәтерме? Балаларға тәмәке һәм спиртлы эсемлектәр һатыу тыйылған, ләкин ысынында ул күҙәтелмәй бит. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре көн һайын өлкән йәштәр генә түгел, үҫмерҙәр ҙә йыйылған дискотекалар, компьютер клубтары буйлап йөрөрмө?!

Эльмира Сабирова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал