6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Һыйырҙың һөтө телендә
24.06.08


       Һеҙгә йомаҡ ҡояйым әле. Израилдә 168 мең һыйыр, улар йылына 1,6 миллион тонна һөт бирә. Беҙҙә - 656 мең һәм 2,3 миллион. Шул уҡ ваҡытта алыҫтағы илдә мал аҙығын етештермәйҙәр, ә һатып алалар. Сит ил рекордсмендары көнөнә 22-шәр килограмм һөт бирһә, беҙҙекеләр - 18-әр.
       Һорау: ни өсөн?
       Бөтә ғиллә мал аҙығында. Әгәр беҙҙең малҡайҙарҙы израилсә ашатһаҡ, улар ҙа ҙурыраҡ һауым һәм артым бирер ине. Ә әлегә республика тәүлек артымы буйынса Рәсәйҙә 27-се урынды биләй, ә алынған һөттөң тулайым күләме буйынса - беренсе.
       Һәр хәлдә, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, беҙҙең республикала ла Израилдәге кеүек һөҙөмтәләргә еңел өлгәшергә мөмкин, тип иҫәпләй. Етмәһә, бының өсөн республикала мөмкинлектәр Израилдәгегә ҡарағанда күберәк. Беҙҙең хужалыҡтарҙың ысынлап та хәленән килеүен ошо көндәрҙә "Зубово" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә күрергә мөмкин булды, унда мал аҙығы етештереү проблемалары буйынса семинар-кәңәшмә үтте. Ике дәүләттең технологик әҙерлек кимәлен (үрҙә телгә алынғанса, Израилдә мал аҙығы етештерелмәй) сағыштыра алмайым. Үҙебеҙҙең мал аҙығы етештереүҙе яҡлап, шуны әйтергә теләйем - беҙҙә бит тәбиғи мал аҙығы. Бесән һәм сенаж әҙерләнгән техник культуралар республикала 198,6 мең гектар майҙанда сәселгән. Улар тейешле тәм һәм туҡлыҡлылыҡ сифаттарына эйә булып үҫһен өсөн заманса технологиялар индерергә кәрәк. Мәҫәлән, урып йыйыу осоронда үҙе сапҡан, киптергән һәм әҙер бесәнде инде төккә һалған техника ҡулланырға кәрәк. Был үҫемлектең туҡлыҡлылыҡ составын мөмкин тиклем тулыраҡ һаҡларға ярҙам итәсәк: ғәмәлдә тикшерелгән. Ветлабораториялар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, заманса урып йыйыу комплекстарын файҙаланыу иҫәбенә Ауырғазы районында бесәндең энергетик туҡлыҡлылығы 0,73 мал аҙығы берәмегенә күтәрелгән, Благовещен, Иглин һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында - 0,61-гә. Мал аҙығы культуралары сәсеүлектәре структураһында кукуруз өлөшөн арттырырға кәрәк. Бында ғалимдар, иртә өлгөрөүсе һәм уртаса иртә гибридтарҙы үҫтерергә кәрәк, тип иҫәпләй. Ул саҡта емгә ултырған кукуруз орлоҡтарын алырға мөмкин буласаҡ. Өлгөрөүҙең тап ошо стадияһында кукуруз кешеләргә тәмле лә, тимәк, хайуандар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Һауын һыйырҙар өсөн ул айырыуса файҙалы.
       БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитовтың әйтеүенсә, райондарҙа мал аҙығы культураларының торошо хәҙерге ваҡытта үләндәрҙән яҡшы уңыш вәғәҙә итә. Бер йыллыҡ үләндәрҙең, аралыҡлы культураларҙың яҡшы үҫеүенә ошо көндәрҙә республикала уҙған һәм көтөлгән яуындар булышлыҡ итә.
       Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр беҙҙең республикала 1,5 миллион тонна тупаҫ һәм һутлы мал аҙыҡтары әҙерләнгән. Был 2006 йылдағынан 36,6 процентҡа күберәк булды. Ул саҡта бер шартлы мал башына иҫәптә 30,4 центнер мал аҙығы берәмеге тура килгәйне. Быйыл ауыл хужалығы етештереүселәре алдына был күрһәткесте тағы өс процентҡа арттырыу бурысы ҡуйылды.
       Ғөмүмән, мал аҙығы етештереүҙе камиллаштырыу - һыйырҙарҙы яҡшыраҡ ашатыу мөмкинлеге генә түгел. Бер ыңғай игенселәр көтөүлектәрҙең деградацияһын да туҡтата, тупраҡтың уңдырышлылығын да арттыра.

Марият Артюхова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал