6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Салауат ҡалаһы эргәһендә "Салауат йыйыны"
24.06.08


       Ярты көн эсендә Салауат ҡалаһы эргәһендә тағы бер ҡаласыҡ үҫеп сыҡты. "Салауат йыйыны-2008" республика фольклор байрамын ойоштороусылар һәм ҡатнашыусылар күптән уҙған йылдар күренешен булдыра алғандар. Күҙ ҡарашы еткән тиклем арала күп һанлы ихаталар һәм тирмәләр ҡоролған. Салауат ҡалаһы эргәһендәге ҙур яланда иртә таңдан алып йыл һайын үткәрелгән был мөһим сараға әҙерләнеү буйынса ҙур эштәр алып барылды. Республикабыҙҙың бөтә ҡалаларынан һәм райондарынан делегациялар йыйылды. Уларҙың һәр береһе тамашасыны нимә менәндер таң ҡалдырырға тырышты. Берәүҙәр ҙур тирмә ҡуйған, икенселәр бай йыһазы - ҡулдан һуғылған келәмдәр һәм хайуан тиреләренән йыйылған полотнолары менән хайран итте, ә ҡайһы берәүҙәр бик тәрән булмаған быуа ҡаҙып, унда балыҡ ебәрергә лә өлгөргән. Көн уртаһына ҡунаҡсыл ихаталарға халыҡ тулғайны инде - кешеләр камералары һәм фотоаппараттары менән һәр мөйөштө ентекле ҡарап сыҡты һәм милли зиннәттәр фонында үҙ дуҫтарын һәм яҡындарын иҫтәлеккә төшөрөп алды.
       - Бөтәһен дә ҡарап сығам тиһәң, тотош көн дә етмәҫ, - тине бер ҡыйыу ханым. Ул ысынлап та хаҡлы ине.
       Һәр тирмәгә инеп сығыу мөмкин дә түгел ине. Шуға күрә бер-ике тиҫтә ихатаға инеп сыҡҡас, тамашасылар мәҙәни саралар барған майҙансыҡтарға йүнәлде. Улар ҙа аҙ түгел ине. Береһендә спорт ярыштары барһа, икенсеһендә һәүәҫкәр артистар сығыш яһаны, өсөнсөһөндә - балалар һабантуйҙарында үҫмерҙәр көс һынашты. Бар ерҙә лә халыҡ бик әүҙем ҡатнашты. Кемдер ҡыйыу рәүештә һауаға олғашҡан һырғауыл буйлап үрмәләне, берәүҙәр шахмат уйнаны, кемдер үләнгә ултырып алып, спортсылар өсөн "көйҙө". Һәр ваҡыттағыса, милли көрәш тирәләй халыҡ күп йыйылғайны. Төп приз - автомобилгә лайыҡ булыусылар күп ине, әммә элекке йылдарҙағы кеүек унда был юлы ла Стәрлетамаҡтан Юрий Сабанов еңеүсе булды.
       - Әлбиттә, ҡәнәғәтмен, - тип үҙ шатлығы менән уртаҡлашты спортсы. - Ләкин был абруйлы награданы яулау өсөн ныҡ тырышырға тура килде.
       Көрәш буйынса ярыштан ҡала "Салауат йыйыны-2008" байрамы кульминацияһы - милли батырға арналған театрлаштырылған тамашаға ла бик күп халыҡ йыйылғайны. Юғары ҡунаҡтар - республика Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев килеүе сараға тағы ла ҙурыраҡ мәртәбә өҫтәне.
       "Салауат йыйыны-2008"ҙе тантаналы асыуҙа республика башлығы, был байрам милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың исемен йөрөткән ҡалала тәүге тапҡыр үткәрелә, тип билдәләне. Ул шулай уҡ, бер йылдан республика Салауат Юлаевтың тыуыуына 255 йыл тулыуын тантаналы билдәләйәсәк, тип иҫкәртеп үтте.
       Сәхнәлә һәм уның алдындағы майҙанда меңәрләгән артист һәм йөҙәрләгән һыбайлы ҡатнашлығындағы тамаша, ысынлап та, бик сағыу һәм матур күренеш булды. Уның нигеҙенә Салауат Юлаев исеме менән бәйле тарихи ваҡиғалар һалынған. Тамашаны һәр кемдең күңеленә үтеп инерҙәй итеп ойоштороуҙа уның режиссеры Азат Йыһаншиндың роле ҙур булды.
       - Күҙ ҡамаштырырлыҡ иҫ киткес тамаша! - тине Өфөнән байрамға килгән БДУ студенткаһы.
       "Салауат йыйыны" һәр юлы республиканың төрлө мөйөштәрендә үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, унда меңәрләгән ял итеүселәр йыйыла.
       - Был юлы беҙгә бик уңай тура килде, - ти Салауаттан Оксана Әхмәтшина. - Беҙ байрамға бөтә ғаилә менән килдек, әхирәтем дә үҙ ғаиләһе менән килгән. Беҙҙең дачабыҙ бынан йыраҡ түгел, бөгөнгә түтәлдәребеҙҙе ҡалдырып тороп, бөтәһе менән бергә ял итергә ҡарар иттек. Тамашаны ҡараныҡ, ә хәҙер балалар һабантуйына барабыҙ - улдарыбыҙ төрлө ярыштарҙа ҡатнашырға теләй.
       "Салауат йыйыны-2008" кискә тиклем дауам итте һәм байрам фейерверкы менән тамамланды.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал