6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

"Boombox": "Беҙ - вампир түгел, беҙ сәхнәлә ябығабыҙ"
24.06.08


       Тәүге тапҡыр "Boombox" төркөмө менән мин былтыр йәй машинала таныштым. Туранан-тура үҙҙәре менән түгел, әлбиттә. Радио аша уларҙың "Вахтерам" йырын ишеттем. Мине ул бик тә ҡыҙыҡһындырҙы һәм мин, ғәҙәтем буйынса, был төркөмдөң солисы ниндәй икән тип күҙ алдына килтерә башланым. Ҡыҙыҡлы ғына образ килеп сыҡты: 35-40 йәштәр тирәһендәге, мыҡты кәүҙәле (бәһлеүәндәй), таҡыр башлы, әммә һаҡаллы ир кеше.
       Ә был төркөмдө Өфө концертында күргәс, минең ғәжәпләнеүемде белһәгеҙ... Сәхнәгә киң балаҡлы ыштан һәм мультфильмдан панда төшөрөлгән футболка кейгән йәш кенә егет килеп сыҡты. Уның исеме - Андрей Хлывнюк, ул "Boombox" төркөмө текстары авторы һәм тауышы. Шулай ҙа сәхнәлә мөһабәт кәүҙәле, таҡыр башлы бер ир хасил булды. Дөрөҫ, ул солист түгел, микрофоны ла юҡ. Был төркөмдөң гитарасыһы - Андрей "Муха" Самойло.
       Ҡатнашыусылар тураһында һүҙ башлағас, ә улар төркөмдә бөтәһе өсәү, сираттағы ғәжәпләнеүем тураһында ла әйтеп үтәйем. Коллективтағы өсөнсө кеше ысын мәғәнәһендә ди-джей булып сыҡты. Валентин "Валик" Матиюк - үҙ эшендә профессионал. Сәхнәгә ул төрлө винил пластинкалар тултырылған сумка менән сыҡты, ди-джей пультына килде, һәм шоу башланды.
       Концертҡа тиклем мин, шулай уҡ тамашасыларҙың да күбеһе, "Boombox" төркөмөнөң радиостанциялар ротацияһында булған ике генә: "Та4то" һәм "Вахтерам" йырын белә инек. Шуға ҡарамаҫтан, концертҡа халыҡ күп йыйылғайны.
       Йырҙарҙың күбеһен Андрей туған украин телендә йырланы. Төркөмдә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла сығыштары менән Украинанан бит. Етмәһә, Андрей, Рәсәйҙә сығыш яһауын онотоп, "рәхмәт" урынына ҡайһы берҙә "дякую" тип ебәрҙе. Ул үҙе таныуынса, хәҙер уның гастролдәр графигы бик тығыҙ һәм арып, ҡайһы берҙә ниндәй ҡалала сығыш яһауын да онотоп ебәрә икән. Шулай ҙа Өфө уға оҡшаны.
       - Өфө беҙҙең оҙаҡ хәтерҙә ҡаласаҡ, - тине Андрей Хлывнюк. - Бында бик яҡшы тамашасылар. Беҙҙең йырҙарыбыҙҙы һеҙҙә лә беләләрҙер, тип уйламағайныҡ. Беҙ мотлаҡ һеҙгә тағы киләсәкбеҙ, һәм бер генә тапҡыр түгел!
       Был һүҙҙәр тамашасыларҙың күңеленә айырыуса хуш килде.
       Ғөмүмән, "Boombox" төркөмө - ярайһы уҡ йәш. Ул 2004 йылда ойоша. Әммә ошо ваҡыт эсендә егеттәр ике альбом сығарырға, ете клип төшөрөргә, тыуған Украинаһында ғына түгел, күрше илдәрҙә лә миллионлаған кешенең йөрәген яуларға өлгөрҙө.
       Рәсәйҙәр "Boombox" тураһында былтыр йәй генә белде. Бөтә радиостанцияларҙа яңғыраған "Вахтерам" йыры - рус телендәге тәүге йырҙарының береһе - бер нисә аҙна эсендә бик популярға әйләнде.
       Төркөмдөң үҙенә генә хас стиле. Уларҙы башҡа бер кем менән дә бутап булмай. "Boombox" уйнағанын тәүге аккордтарҙан уҡ аңлап була. Һәр хәлдә, мин уға оҡшаш бер төркөмдө лә белмәйем. Уларҙың музыкаһы стиленә килгәндә, аныҡ ҡына әйтеп булмай. Был рэгги ҙа, хип-хоп та, джаз да, соул да, хард-кор ҙа. Ғөмүмән, музыканттар мөмкин булғандың барыһын да аралаштыра алған. Уларҙың музыкаһынан ысын мәғәнәһендә энергия, дәрт алаһың. Концерт барышында Алексей Хлывнюк:
       - Ғәҙәттә, бөтә музыканттар ҙа - вампирҙар, улар тамаша залынан энергия ала, тиҙәр. Ысынында иһә, был дөрөҫ түгел. Концерттарҙа беҙ үҙебеҙ ныҡ арыйбыҙ, сәхнәлә өсәр килограмм ауырлығыбыҙҙы юғалтабыҙ. Тимәк, беҙ һеҙҙән энергия алмайбыҙ, ә киреһенсә, үҙебеҙ бирәбеҙ.
       "Boombox" концертында тиҙ ритмлы, дәртле йырҙар ҙа, шулай уҡ аҡрын лирик йырҙар ҙа булды. Хәҙерге бөтә йәштәр төркөмдәренеке кеүек, йырҙар тематикаһы төрлө. Андрей ҡыҙҙар, мөхәббәт, азатлыҡ тураһында йырланы. Миңә уның бигерәк тә бөтә яҡшы ҡыҙҙарға арнаған "Королева" йыры оҡшаны. Һәр йырынан һуң алҡышлап ҡул сапҡан тамашасыға Андрей "рәхмәт" әйтергә онотманы, зал менән аралашты. Шуға күрә нисектер өйҙәгесә, дуҫтарса шарттар булдырылды. Уның бер йыры ла бер-береһенә оҡшамағайны.
       "Вахтерам" йырын башҡарыр алдынан Андрей ни өсөндөр тамашасылар менән хушлашырға ҡарар итте. "Һеҙҙең менән "Boombox" төркөмө булды", - тип иғлан итте ул, һәм бөтә тамашасылар уның менән бергә йырланы.
       Һуңғы йыр яңғарыуын аңлап, тамашасылар шашып ҡалырға ҡарар итте, буғай. Аҡылдан яҙғандай, һикерҙеләр, ҡысҡырҙылар, ә бер бигүк айыҡ булмаған ҡатын бөтә залға әсе итеп һыҙғырҙы. Ә түшәмдән конфеттиҙар яуа башлағас, күңел асыу иң юғары нөктәһенә етте. Бына музыканттар "Вахтерам" йырын аҙағына тиклем уйнап бөттө, шулай ҙа сәхнәнән китергә ашыҡманы, киреһенсә, тағы ла дәртләнеберәк үҙ сығыштарын дауам итте.
       "Boombox" төркөмө мин яратҡан "Та4то" йырын башлағас, мин айырыуса шатландым. Сөнки концертта уны ишетергә тура килмәҫме икән тип, кәйефем ҡырыла биреберәк ҡуйғайны. Шуға күрә башҡаларға ҡушылып мин дә ҡысҡырып йырланым.
       Бынан һуң Андрей тағы ла хушлашты һәм аҙаҡтан сит телдәргә яҡшы эйә булыуын күрһәтергә итте, күрәһең. Ул инглиз телендә дәртле Date with another ten йырын башҡарҙы, һәм төркөм сәхнәнән юғалды.
       Әммә оҙаҡҡа булманы. Тамашасылар туҡтауһыҙ "Бум-бокс, Бум-бокс!" тип ҡысҡырҙы, һәм егеттәр тағы килеп сыҡты. Андрей инглиз телендә ике һәм украинса бер трэк йырланы. Хәҙер ул сәхнәлә һикермәне, ә тыныс ҡына ултырып йырланы. Күренеп тора, егеттәр арыған. Тамашасылар уларға бик оҙаҡ ҡул сапты, шулай ҙа сәхнәнән ебәрҙе.
       Нишләйһең, хәҙер беҙгә "Boombox"тың яңынан ҡалабыҙға килеүен көтөргә генә ҡала... Андрей, вәғәҙәне үтәргә кәрәк!

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал