6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Татуға табумы?
23.06.08


       Панкиҙар, готтар, эмолар һәм хатта футбол фанаттары! Сабыр булығыҙ! Һеҙҙе... тыйыуҙары ихтимал! Юҡ, һеҙҙе бер кем дә юҡ итергә йәки төрмәгә ултыртырға йыйынмай. Тик һеҙгә кейемегеҙҙе үҙгәртергә, сәсегеҙҙе алдырырға, аҡылға ултырырға һәм үҙ мауығыуҙарығыҙҙы мәңгегә оноторға тура киләсәк. Был һис тә шаяртыу түгел!
       Сөнки федераль баҫмаларҙа Дәүләт Думаһында йәштәргә ҡағылышлы 16 закондан торған пакет әҙерләнеүе тураһында хәбәр баҫылып сыҡты. Улар йәштәрҙе ысын юлға "йүнәлтергә" тейеш тә. Әгәр Дума инициативаһы хупланһа, балаларға һәм үҫмерҙәргә төндәрен йыйылышыуҙар, үҙ ҡиәфәттәре менән төрлө эксперимент яһауҙар (пирсинг, татуировка һәм башҡалар) һәм хатта, депутаттарҙың фекеренсә, әхлаҡһыҙ уйынсыҡтар, шул иҫәптән компьютерҙағы ла, тураһында оноторға тура киләсәк.
       Ярай, ҡапыл ғауғаланмай торайыҡ, әлегә закондар эшкәртеүҙә генә бит һәм бер кем дә уларҙы ҡабул итмәгән әле. Етмәһә, закон проекттарында ҡайһы бер бик актуаль һәм хатта йәмғиәткә кәрәкле үҙгәрештәр ҙә яҙылған.
       Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн комендант сәғәттәре индереү ихтималлығы айҡанлы, шулай уҡ рәхимһеҙ электрон уйынсыҡтар тураһында өфөләр ни уйлауы хаҡында "БАШвестЪ"тың киләһе һандарында уҡырһығыҙ. Хәҙер иһә властарыбыҙға формаль булмаған йәштәр берләшмәләре нимәһе менән ҡамасауланы икән, шуның айышына төшөнөргә тырышайыҡ.
       Закон проектына ярашлы, төрлө экстремистар (неофашистар, скинхедтар) ғына түгел, шулай уҡ "балиғ булмағандарҙың башҡа төрлө кире социаль хәрәкәттәре лә "ҡурҡыныс" тыуҙыра. Улар иҫәбенә ни өсөндөр готтар, эмо, футбол фанаттары һәм панкиҙар ингән.
       Эмо һәм готтар тураһында һеҙ беҙҙең гәзит биттәрендә уҡығайнығыҙ инде. Панкиҙар ҙа уларҙан әллә ни айырылмай, тик икенсе төрлө музыка тыңлай, йыртыҡ кейем кейә, баштарына ирокеза яһай. Тик бына футбол фанаттарын ниңә индергәндәрҙер, ғөмүмән, аңлашылмай. Кешегә ниндәйҙер спорт төрө менән мауығыуҙы тыйырға мөмкинме ни? Ғөмүмән, футбол фанаты хоккей, шахмат йәки бокс һөйөүсенән нимәһе менән айырыла һуң?
       Формаль булмаған йәштәр берләшмәләрен тыйыу аргументтарының береһе булып үҙҙәрен панки, эмо йәки гот тип атаған балаларҙың үҙҙәренә татуировка һәм пирсинг яһатыуҙары тора. Шунда уҡ миндә һорау тыуа: ҡала урамдарында беҙ татуировка яһатҡан үҫмерҙәрҙе йыш күрәбеҙме һуң? Ә телен, танауын, ҡашын, эйәген һәм кендеген тиштергәндәрҙе? Мин үҙем ундайҙарҙы осратҡаным юҡ, бәлки, тирә-йүнемә насар күҙ һаламдыр... Хәйер, татуировка һәм пирсинг менән 16-18 йәшлек үҫмерҙәр урамда етерлек, әлбиттә. Ата-әсәһе бер нисек тә тыя алмағас, уларҙы беҙ ни эшләтәбеҙ инде?
       Дәүләт Думаһы депутаттары йәштәр модаһына ҡаршы көрәшеүҙең радикаль алымдарын ҡулланырға булған - балиғ булмағандарға татуировка һәм пирсинг яһатыуҙы тыйыусы закон ҡабул итергә. Бәлки, был дөрөҫтөр ҙә, үҫмерҙәр, ҡағиҙә булараҡ, бының эҙемтәһе хаҡында уйланмай бит.
       Икенсе мәсьәлә, уларҙы нисек күҙәтерҙәр икән? Әгәр үҫмер башына бер нәмә алһа, ул уны эшләмәй ҡуймай бит. Телде, танауҙы йәки ҡашты өйҙә тиштерергә һәм татуировканы ла өйҙә яһатырға мөмкин бит.
       Марина, 24 йәш:
       - 15 йәшлек сағымда мин иренемде тиштерҙем һәм иңбашыма татуировка яһаттым. Ул саҡта мин кешеләрҙең фекеренә төкөрөп ҡараным. Хәҙер минең йөҙөмдә йөй ҡалды, ләкин быныһы ҡурҡыныс түгел әле. Мин банкта эшләйем бит, татуировка бик ныҡ ҡамасаулай. Уны ҡаплап торған әйберҙәр кейергә тура килә.
       Кристина, 16 йәш:
       - Балаларҙың кейем аҫтында татуировка йәки пирсингы бармы-юҡмы икәнлеген нисек тикшерерҙәр икән, миңә шуныһы ҡыҙыҡ. Тату тапһалар, уны шунда уҡ ҡырҡып аласаҡтармы?
       Илья, 20 йәш:
       - Пирсинг һәм татуировканы тыйыу - мәғәнәһеҙлек ул. Ҡолаҡтағы алҡа ла - пирсинг бит. Бынан ни фәтеүә? Ярай, тыйҙылар, алҡаларҙы систерҙеләр ҙә ти, ә кемдәлер тату тапһалар? Бөтөрөргә мәжбүр итерҙәрме? Был бит мәғәнәһеҙлек.
       Закон проектында шулай уҡ, балаларҙы формаль булмаған хәрәкәттәрҙән йолоп алырға, туған мәктәбендә ыңғай эшмәкәрлеккә йәлеп итергә тырышасаҡтар, тип әйтелгән. Әлбиттә, депутаттарҙың йәштәргә кәрәкле йүнәлеш бирергә ынтылыуын аңларға мөмкин. Ләкин улар бер нәмәне иҫәпкә алмағандар: барыһын да бер ҡалыпҡа һуғып булмай бит. Бөтә балаларҙы бер төрлө яһап, бер төрлө мауыҡтырып булмай. Бының кемгә кәрәге бар?
       Ғөмүмән, элек-электән йәмғиәт ҡайһы бер йәштәр ағымдарына ҡаршы көрәшергә маташҡан. Мәҫәлән, заманында хиппиҙар "эләккән". Ә совет заманында илебеҙҙә хатта "Бөгөн джаз уйнаһа, иртәгә тыуған илен һатыр" ("Сегодня он играет джаз, а завтра родину продаст") кеүек төрлө лозунгылар булған. Ә һөҙөмтәлә нимә? Йәштәр барыбер йәшерен рәүештә сит ил музыкаһын тыңлаған, йәшерен генә йыйылышҡан һәм нисек теләһә, шулай кейенгән.
       Екатерина: 23 йәш:
       - Миңә атайым үҙенең йәшлеге тураһында күп һөйләне. Ул һәм уның күп кенә дуҫтары совет власына ҡаршы булған һәм айырылып тороу өсөн нимә генә эшләмәгәндәр. Атайымдың ул саҡта сәсе оҙон булған, һәм ул комсомолецтарҙың ҡайсы тотоп, уны баҫтырыуҙары хаҡында һөйләй торғайны. Сөнки уларҙың алдына формаль булмаған йәштәр менән көрәшеү бурысы ҡуйылған булған. Улар оҙон сәсле егеттәрҙе тотоп, сәстәрен киҫкәндәр, кейемдәрен йыртып ташлағандар. Ә тегеләре махсус рәүештә сәс үҫтергән. Беҙҙең йәштәрҙе лә хәҙер шул уҡ хәл көтәме инде?
       Андрей, 30 йәш:
       - Йәштәр сәйәсәте менән шөғөлләнеү өсөн йәштәрҙең нимә менән йәшәүен аңларға кәрәк, ә беҙҙең власть быны аңламай, иң ҡурҡынысы, хатта аңларға маташмай ҙа. Эмо, готтар һәм панкиҙар ниндәй насарлыҡ эшләгән һуң? Былар музыкаль ағымдар ғына һәм бер ниндәй ҙә кире йоғонто (скинхедтарҙан һәм сатанистарҙан айырмалы рәүештә) яһамай ҙа. Мин үҙем формаль булмаған ағымда торҙом. Оҙон сәс үҫтерә, кирза итек кейә торғайным. Тик бер ниндәй ҙә тәртип боҙманым: наркотик ҡулланманым, хатта тәмәке лә тартманым. Килешәм, балаларҙы йәбер-золомдан, рәхимһеҙлектән, наркотиктарҙан һаҡларға кәрәк. Ләкин депутаттар үҙ бурысын кәрәкле йүнәлешкә бормаған.
       Мария, 26 йәш:
       - Илебеҙҙә мәғәнәһеҙ закондарҙың иге-сиге юҡ инде уның. Бер ниндәй штраф та бер ҡасан да бер кемде лә ҡурҡытмай. Мәҫәлән, беҙҙә автобуста һәм йәмәғәт урындарында һыра эсеү тыйылды. Ләкин барыһы ла нисек эсһәләр, шулай дауам итәләр. Бер кемдән дә ҡурҡмайҙар ҙа. Яңы закондарҙан да шулай уҡ ҡурҡмаясаҡтар.
       Ә бына БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының тәрбиәүи эш һәм балалар йәштәр хәрәкәтен үҫтереү бүлеге начальнигы Александр Мартынов был турала нимә уйлай икән:
       - Мин был закон проекты тураһында әлегә бер нәмә лә ишетмәгәнмен. Шуны әйтә алам: формаль булмаған йәштәр берләшмәләре эшмәкәрлеге законға ҡаршы килгән, йәмғиәткә зыян килтергән йәки ҡурҡыныс тыуҙырған осраҡта ғына уларҙы закон кимәлендә көйләргә кәрәк. Әлбиттә, экстремистик ойошмаларҙың эшмәкәрлегенә сик ҡуйырға кәрәк. Ләкин нисек йәштәргә билдәле бер музыка тыңлауҙы һәм билдәле бер стилдә кейенеүҙе тыйырға мөмкин? Ә татуировкаларға һәм пирсингҡа килгәндә... Бына илебеҙҙә 18 йәше тулмағандарға алкоголь һәм тәмәке һатыу тыйылды, шулай уҡ балиғ булмағандарға махсус салондарҙа татуировка һәм пирсинг яһатыуҙы тыйырға кәрәк. Әммә беҙҙең Рәсәй тәжрибәһе буйынса, һәр тыйыу ҡаршы ҡуйыуға килтерә. Ә бит өй шарттарында тәнеңдең төрлө өлөштәрен тиштерергә һәм татуировка яһатырға мөмкин. Былай итеп йәштәребеҙ үҙҙәренә зыян килтереп ҡуймаһын... Бында иң элек барыһын да ентекле уйларға кәрәк.
       Шулай итеп, депутаттарыбыҙ бындай закондар ҡабул итер алдынан барыһын да яҡшылап үлсәп ҡарар тип ышанайыҡ. Юҡһа, Рәсәй йәштәрен нимә көтә, билдәһеҙ бит. Ә улар - беҙҙең киләсәгебеҙ!

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал