6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Төҙөлөшкә миллиардтар һалына
20.06.08


       Башҡортостанға яҡындағы дүрт йылда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға ярҙам итеү фондынан 6,7 миллиард һум, ә киләсәктә тағы ла күберәк аҡса инәсәк. Аҡса маҡсатлы киләсәк - ул күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға һәм республика граждандарын авария хәлендәге торлаҡтан күсереүгә тотоноласаҡ.
       Быйыл уҡ Фонд Башҡортостанға бер миллиард 318,96 миллион һум күсерәсәк. Етмәһә, яҡын арала - аҡса алыуға ҡағыҙ БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ғиман Әсәҙуллиндың ҡулында ла инде. Ул уны Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов менән Фондтың генераль директоры Константин Цицин РФ региональ үҫеш министры Дмитрий Козак алдында күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауҙы һәм граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереүҙе өлөшләтә финанслау тураһында килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң алды.
       Әйтергә кәрәк, федераль аҡсаға өлгәшеү еңелдән булманы. Был программаға инеү өсөн байтаҡ шарттарҙы үтәргә тура килде, уларҙың береһе - торлаҡ милекселәре ширҡәтен ойоштороу. Ә был - кешеләр менән оҙайлы һөйләшеүҙәр алып барыу һәм өгөтләү, улар, совет заманында өйрәнгәнсә, әле булһа үҙҙәренең шәхси милке менән идара итеүсе шәхси компанияларға шикләнеп ҡарай. Ләкин Башҡортостанда был мәсьәлә лә хәл ителде. Әйткәндәй, хәҙер бөтә республика буйлап 755 торлаҡ милекселәре ширҡәте иҫәпләнә. Торлаҡ өлкәһендә шәхси идара итеүсе ойошмалар һаны ла 129-ға артты.
       Федераль средстволар алыу өсөн кәрәкле документтар күләме лә байтаҡ булды. Ғиман Әсәҙуллин әйтеүенсә, ремонтланасаҡ 211 йортҡа документтар пакеты 300 килограмм ҡағыҙ файҙаланыуҙы талап итте, уларҙы Фондҡа алып барыу өсөн республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына "Газель" автомобиленә заказ бирергә тура килде.
       Әйткәндәй, был аҡса республиканың һигеҙ ҡалаһы - Өфө, Күмертау, Нефтекама, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө һәм Туймазы - араһында бүленәсәк.
       БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республиканың финанс министры Айрат Ғәскәров әйтеүенсә, ошо араларҙа ҡалалар Фонд средстволарын да, шулай уҡ республика средстволарын да аласаҡ. Эйе-эйе, төбәк үҙе лә аҡса һаласаҡ, килешеү шарттары буйынса капремонт һәм граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү берләшкән аҡсаға башҡарылырға тейеш. Республика 193,221 миллион һум аҡса бүләсәк. Ҡалалар үҙҙәре 597,975 миллион һум һалырға тейеш. Халыҡ иһә (шул уҡ торлаҡ милекселәре ширҡәте һәм идара итеүсе компаниялар йөҙөндә) капремонтҡа 77,318 миллион һум аҡса тотонорға тейеш.
       Фонд средстволары нисек бүленеүгә килгәндә, күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға 924,43 миллион һум бүленәсәк, авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы күсереүгә - 394,53 миллион һум. Әгәр үрҙә һанап кителгән ҡалаларҙа 54400 кеше йәшәгән 211 күп ҡатлы йортта капиталь ремонт үткәрелһә, күсереү Өфөлә һәм Салауатта 50 иҫке йортта фатир биләүсе 1500 кешегә ҡағыласаҡ. Өфөлә 40 йортта йәшәүселәр күсереләсәк.
       Капиталь ремонтҡа килгәндә, Ғиман Әсәҙуллиндың һүҙҙәренә таянып, дүрт йылда республикала был программа буйынса капиталь ремонтҡа мохтаж йорттарҙың 70 проценты ремонтланасаҡ, тип ҡыйыу белдерергә мөмкин. Республика өсөн был ҙур ярҙам.
       Был транш - беренсе. Киләһе йылдарҙа башҡалары ла буласаҡ. Шул саҡта федераль средствоға ҡалалар ғына түгел, республика райондары ла иҫәп тота аласаҡ. Теге йәки был ҡаланың йәки райондың программаға инеү-инмәүе уларҙың Фонд шарттарын ни тиклем тиҙ һөм һөҙөмтәле үтәүенә бәйле буласаҡ. Хәҙер бер кем дә тота килеп аҡса бирмәй.

Олга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал