6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Персона

Юғарыға өлгәшеү
20.06.08


       - Рәссамдар (был һүҙҙең киң мәғәнәһендә) йәмғиәткә кәрәкмәй. Уртаса статистик кешенән уға нимә кәрәклеге хаҡында һорашһаң, ай-һай, уның сәнғәткә ынтылыуы тураһында яуапты ишетерһең микән?.. Ләкин асылда рәссамдарһыҙ йәмғиәт юҡ. Элекке быуындар хаҡында һәм халыҡтарҙы, берләшмәләрҙе һәм тарихи осорҙарҙы беҙ айырым шәхестәрҙең был этнос мәҙәниәтен һәм тәғәйен дәүер рухын сағылдырған ижади эштәре арҡаһында ғына айырып беләбеҙ бит, - дизайнер Клим Ғәлимов сәнғәт кеүек абстракт темаға бик ышаныслы фекер йөрөтә. Уның ҡатыны Әлиә Байрамғолова иренең фекерен тулыһынса уртаҡлаша. Климдың оҫтаханаһында - коммуналь фатирҙағы ҙур булмаған бүлмәлә тулы тәртип. Стеналарҙа картиналар - Әлиәнең пейзаждары һәм Климдың ҡаргиҙәр моделдәре схемалары (ул бер нисә йыл Рыбинскиҙағы заводтарҙың береһендә эшләгән), спорт велосипеды һәм комьютер, уның колонкаларынан матур көй ағыла.
       - Быйыл май айында Өфөлә үткән "Урал моңо-2008" Халыҡ-ара төрки йәштәр ижады конкурс-фестивалендә Гран-при яулаусы Сайлыҡ Оммун йырлай, - ти Әлиә. - Беҙ бөтә өс концертҡа ла эләктек, һәм беҙгә конкурсанттарҙың йырҙары шул тиклем оҡшаны, хатта уларҙың башҡарыуында йырҙарҙы дискыға яҙып биреүҙәрен үтендек.
       Был ваҡытта уларҙың әле ике йәше лә тулмаған ҡыҙҙары Самира атаһының инструменттары һәм дискылары менән уйнап мәж килә. Бына шундай дуҫтарса шарттарҙа ижад, беҙҙең көндәрҙә рәссам булыу еңелме икәнлеге хаҡында әңгәмә ҡорабыҙ.
       Тап ошо ғаиләгә ҡунаҡҡа килеү идеяһы осраҡлы ғына тыуманы. Республикабыҙҙа июнь айының өсөнсө шәмбеһендә билдәләнгән БР Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан беҙ сәнғәт кешеләре менән рәсми булмаған шарттарҙа осрашырға ҡарар иттек. Етмәһә, Клим да, Әлиә лә - икенсе быуында рәссамдар. Икеһенең дә аталары үҙ ғүмерҙәрен сәнғәткә арнаған.
       - Беҙ апайым Айгөл менән икебеҙ ҙә атайыбыҙ - танылған рәссам Азамат Байрамғолов юлынан киттек, - тип һөйләй Әлиә. - Ә альтернатива бар ине - күҙ алдыбыҙҙа әсәйебеҙ Нилә Байрамғолованың (ҡыҙ фамилияһы Аллаярова) өлгөһө, ул Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһына нигеҙ һалынған көндән алып 30 йыл Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләне.
       Аллаяровтар - республикабыҙҙа ғына түгел, унан ситтә лә бик билдәле фамилия. Бигерәк тә өлкән быуын өфөләр опера йырсыһы Нажия Аллаярованы яҡшы белә һәм ярата. Ул Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә Виолетта һәм Джильда (Вердиҙың "Травиата" һәм "Риголетто"һынан), Розина (Россини, "Севильский цирюльник" ), Әминә һәм Шәүрә партияларын (Исмәғилевтың "Салауат Юлаев" һәм "Шәүрә" операларынан) һәм башҡа бик күп ролдәрҙе башҡарҙы.
       - Сәхнәлә иң мөләйеме беҙҙең әсәй була торғайны, - тип дауам итә Әлиә. - Уның бер сығышы ла һиҙелмәйенсә үтмәне. Хис-тойғоға бай, көләс йөҙлө, ғәжәйеп матур тауышлы әсәйебеҙ күп һанлы тамашасыларҙың ҡараштарын үҙенә йәлеп итте, үҙ эшен бик бирелеп башҡарҙы. Шулай ҙа апайым менән мине лә иғтибарынан ситләтмәне. Беҙ филармонияла бик йыш була торғайныҡ, уның концерттарынан тыш, башҡа ижади коллективтарҙың, Рәсәй һәм донъя йондоҙҙарының бер сығышын да ҡалдырманыҡ. Шулай ҙа мин дә, апайым да музыка менән етди шөғөлләнмәнек. Әммә джаз һәм блюзды яратабыҙ, этник музыканы рәхәтләнеп тыңлайбыҙ.
       Айгөл Ҡаҙағстанда йәшәй. Университетта уҡыта һәм мультфильмдарға эскиздар эшләй. Әлиә апаһы хаҡында ғорурланып һөйләй, бер үк ваҡытта электрон мәғлүмәттәр базаһында һаҡлаған картиналар галереяһын асып, уның эштәрен күрһәтә. Пейзаждар, портреттар һәм, әлбиттә, мультипликацион фильмдарға эскиздар. Айгөлдөң эштәре төрлө планлы, уларҙы бер залға урынлаштырһаң, төрлө авторҙарҙыҡы икән, тип хаталанырға ла мөмкин. Ул ике юғары белемгә эйә: БДПУ-ны һәм Бөтә Рәсәй дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлаған. Мәскәүҙә Айгөл үҙенең буласаҡ ире Әнүәр Райбаев менән таныша һәм уның менән Алма-Атаға китә. Әнүәр документаль фильмдар төшөрә - ул Ҡаҙағстанда танылған кинорежиссер булып эшләгән үҙенең әсәһе юлынан киткән.
       - Бөтә ғаилә өҫтәл артына йыйылғанда һүҙ нимә хаҡында бара?
       - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙгә йыш бергә йыйылырға тура килмәй. Әммә тура килгәндә бер-беребеҙҙең эштәре, яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Сәнғәт тураһында һөйләшәбеҙ, әммә бәхәсләшергә тырышмайбыҙ - беҙҙең һәм ата-әсәйҙәребеҙҙең төрлө менталитет бит.
       - Шулай ҙа нимәләлер килешәһегеҙҙер бит?
       - Сәнғәтте үҫтерергә кәрәклегендә. Элек-электән картиналарҙы һатып алған меценаттар булған. Сәнғәткә аҡса һалыу файҙалы, сәнки әҫәрҙәрҙең ваҡыт үтеү менән ҡиммәте арта бара.
       Фекерләүгә Клим да ҡушыла:
       - Рәссамдарға совет заманында йәшәүе еңелерәк булғандыр, тип уйлайым. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ижад менән генә шөғөлләнеп, ғаилә аҫырап булмай. Йәштәр йышыраҡ аралаш һөнәр һайлай - мәҫәлән, дизайнер була. Мөхитте, хәлде проектлау менән шөғөлләнәләр, художестволы фекерҙе графикаға һалалар, бында бөтә нәмәне материаллаштырыу иң мөһиме булып тора. Ә ысын сәнғәт мәктәбе аҡрынлап юғала бара. Ә әле булғаны энтузиастар арҡаһында ғына юғалмай килә. Бөгөн бер ерҙә лә, рәссам талап ителә, тигән иғлан күрмәҫһең. Ә уларға ихтыяж мотлаҡ тыуа бит. Бер дуҫыбыҙ Америкала булып ҡайтҡайны, ул, унда компьютер ярҙамынан тыш, үҙ ҡулы менән картина яҙған рәссамды көндөҙ сыра яҡтырып эҙләһәң дә таба алмаҫһың, тип һөйләне, ә йәмғиәттең уларға ихтыяжы әле үк тыуған.
       - Тимәк, һеҙ рәссам булғанығыҙға үкенәһегеҙме?
       - Улай уҡ түгел. Бордюр йыуырға ла, покрышкалар ҡуйырға ла мөмкин, әммә ижад менән шөғөлләнгән кеше үҙен шәхес булараҡ билдәләй. Һәм ғүмер буйына, бер нигә ҡарамаҫтан, мәҙәниәт прогресты этәреүсе булып ҡала.
       Кешеләр театрға, музейға, күргәҙмәләргә мөмкин тиклем күберәк йөрөһөн өсөн нимә эшләргә кәрәк булыуы хаҡында фекер алышыу һүҙ көрәштереүгә хас булды. Быларҙың барыһына Клим нөктә ҡуйҙы.
       - Бөтә нәмә ҡыҙыҡһыныуға, ниндәйҙер яңылыҡ ҡарарға ынтылыуға ҡайтып ҡала. Телевизор менән генә мөрхәтһенгән кешеләр бар, икенселәр концертҡа йөрөй, ә ҡайһы берәүҙәр күргәҙмәләргә лә бара. Тимәк, уларға йәнле ысынбарлыҡ күберәк талап ителә.
       Ләкин быны аңлауға һәр кем барып етә алмай шул.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал