6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Нисек ике генерал һөйөүен аңлатҡан
19.06.08


       Һөйәм, һағынам - ҡолаҡты иркәләгән был һүҙҙәрҙе беҙҙең һәр кемебеҙ көн һайын ишетергә әҙер. Ә әгәр ғашиҡ егеттең ҡулдары менән улар асфальтҡа йәки, спектаклдәге кеүек, ҡоймаға яҙылһа, кемгә адресланған һуң улар? Һиңәлер, ә бәлки, бер ҡат аҫтараҡ йәшәгән ҡыҙғалыр? Ҡайҙан беләһең инде? Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары башҡарыуында "Һөйәм, һағынам..." спектакле геройҙары ла ошондай хәлгә ҡалды.
       Июнь репертуарында - театр миҙгеленең һуңғы айында - бөтә премьера спектаклдәре. Айрат Абушахманов ҡуйыуында "Мулла", "Һөйөү сәғәте һуҡҡанда", Азат Йыһаншин ҡуйыуында "Эх, күгәрсенкәйҙәрем", режиссер Фаил Ибраһимовтың Мансур Ғиләжев пьесаһы буйынса "Һөйәм, һағынам..." спектаклдәре.
       "Һөйәм, һағынам..." комедияһы Бәләкәй сәхнәлә бара, был күп тамашасылар өсөн сәйерерәк тойолдо. Залға үтеү өсөн дүртенсе ҡатҡа күтәрелергә кәрәк. Спектаклдәр ҡуйылған бина үҙе аҙ һанлы тамашасыға иҫәпләнгән. Бында күнегелгән юғары сәхнә лә юҡ һәм тамашасылар өсөн креслолар декорациялар менән бергә бер ансамбль төҙөрлөк итеп ҡуйылған. Артистарҙы тамашасыларҙан бер нәмә лә айырмай, һуңғылары был хәлгә тәүҙә аптырабыраҡ ҡалды. Әммә спектаклдәге ваҡиғалар уларҙың иғтибарын тулыһынса йәлеп иткәс, аптырауҙың эҙе лә ҡалманы.
       Тәүҙә спектаклдең исеме "Һөйәм, һағынам, һинең генералың" булған. Әммә артабан ижади төркөм һүҙбәйләнеште яртылаш ҡыҫҡартҡан. Был отошло вариант була, сөнки спектаклдең асылын аса, комедияла ҡатнашыусы барыһы ла шулай тип таный бит. Ләкин ваҡиғалар тап шул ҡыҫҡартылмаған формалағы һүҙбәйләнештән башлана.
       Уны бөтә ҡала буйлап уҡырға мөмкин. Ғашиҡ булыусы уны бөтә ерҙә яҙып сыҡҡан. Әлбиттә, ғаилә бәхетен татымаған ҡатын-ҡыҙҙар уны үҙ исеменә ҡабул итә. Ҡалала бер генә генерал йәшәй, тимәк, сәләм унан инде. Бибибаныу, Сәриә һәм Гөлбирә уға ашыға, отставкалағы генералдың йортона һәр береһе үҙ ваҡытында килә. Ә генералдың иҫе лә китмәй. Ул бала саҡтан карьера тураһында ғына хыялланған, ә никах тураһында уйлап та бирмәгән. Хәрби хеҙмәтен ҡалдырғас, ул мемуар яҙыуға тотона, ошо мәлдә ҡатын-ҡыҙҙар яғынан шул тиклем иғтибар... Ҡурҡыу белмәҫ рыцарҙың нәфис заттар һөжүменән тубыҡтары ҡалтырап төшә. Ярҙам һорап ул берҙән-бер дуҫы - урам һепереүсе Хәбибрахманға мөрәжәғәт итә. Улар бергәләп эш итеү планы төҙөй, бергәләп оборона тота.
       Спектакль комедия кеүек ҡоролғас, унда тамашасыны көлдөргән төрлө моменттар байтаҡ. Мәрәкә репликалар, килешһеҙ кейемдәр бигүк көлкөлө булмаған тормош ҡанундарын күпмелер еңеләйтергә ярҙам итә. Хәбибрахмандың бер нисә йыл элек кенә өҙөлөп һөйгән ҡатыны вафат булып ҡалған. Ул был юғалтыуҙы әле булһа ауыр кисерә һәм көн һайын уны иҫенә төшөрә. Ә быға ул ни тиер ине, был осраҡта ни эшләр ине? - һәр, хатта ҡәҙимге генә хәлдәргә лә Хәбибрахман уның күҙҙәре менән ҡарарға тырыша. Үҙ тойғолары тураһында ул генералға һөйләй, хатта улар уның тыуған көнөн билдәләргә йыйына. Хәбибрахман уға бүләк тә әҙерләй - бөтә ҡала буйлап "Һөйәм, һағынам... Һинең генералың" тип яҙып сыға. Был ҡылығын - ҡатыны күктән уның сәләмен уҡыр, тигән һуңғы өмөтөн - ул спектакль аҙағына тиклем танымай. Үҙен генерал тип атап та Хәбибрахман алдашмай, был ҡушаматты уға ҡасандыр ҡатыны уйлап тапҡан була. Шулай итеп, спектаклдә ике генерал - береһе был чинға карьера баҫҡысы буйлап күтәрелгән, икенсеһе үҙен яратҡан кешенән алған.
       Аҙағы күңелһеҙ тамамланыр тип көтөлә. Ләкин һис тә улай түгел. Комедия жанры ахырында барыһын да бәхетле итә. Спектакль өҫтөндә эшләүсе ижади төркөм, баштан уҡ тамашасыларҙы ҡыҙыҡтырып, иң һөҙөмтәле күренеште тамашаның һуңғы минутына тиклем тота. Спектакль аҙағында барыһы ла үҙ бәхетен таба: генерал Бибибаныу менән бергә уға ирешә, Сәриә адмиралға тормошҡа сыға, Гөлбирә үҙ ире менән килешә. Ә бөтә йөрәге менән үҙ ҡатынын яратҡан Хәбибрахманға генерал үҙенең аҡ парад мундирын бүләк итә. Тамамлаусы аккорд - Хәбибрахмандың шатлыҡ, наҙ, һоҡланыу тулы ҡарашы, ахыр килеп, ул ҡатынының бер ваҡытта ла йәнәшендә булмаясағы менән килешә.
       Спектаклдә ҡатнашҡан һәр артист үҙ геройҙарын сағыу бирә алды. Бик ҡыҙыҡлы, яңыса, ышандырырлыҡ килеп сыҡты. Спектаклдә ролдәрҙе Алмас Әмиров, Илдар Ғүмәров, Илдар Сәйетов, Шәүрә Дилмөхәмәтова, Сара Буранбаева һәм башҡа артистар башҡара. Декорацияларҙы һәм костюмдарҙы ҡуйыусы- рәссам Булат Ибраһимов уйлап тапҡан һәм ғәмәлгә ашырған, бейеүҙәрҙе балетмейстер Рәмизә Мөхәмәтшина ҡуйған, спектаклгә музыканы композитор Юлай Үҙәнбаев яҙған.

Олеся Серегина
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал