6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Тышҡы бәйләнештәр

Чех бизнесы тағы ла Өфөлә
18.06.08


       Рәсми сәфәр менән Өфөгә килгән Чехия Республикаһының вәкәләтле делегацияһы күп эштәр башҡарырға һәм киләсәккә тағы ла күберәк эштәр планлаштырырға ниәтләй. Асылда иһә, был сәфәрҙе рәсмиҙән бигерәк эшлекле тип атарға мөмкин, сөнки килеүселәрҙең күбеһе бизнес вәкилдәре булып тора. Уларҙың экспозициялары Өфөнөң Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында үткән "Чехия - һеҙҙең партнерығыҙ" тигән күргәҙмәһендә урынлаштырылды.
       Өфөлә бындай күргәҙмә беренсе тапҡыр ғына үтмәй, тәүгеһе бынан дүрт йыл элек үткәрелгәйне. Чех күргәҙмәһен ҡабаттан ойоштороу факты үҙе генә лә "дебют"тың яҡшы һөҙөмтәләре хаҡында һөйләй. Экспорт-импорт операциялары күләменең тотороҡло үҫә барыуы ла быны иҫбатлай. Хәйер, һуңғыһы ғөмүмән Рәсәй - Чехия мөнәсәбәттәренә ҡарай. Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса ике ил араһындағы үҙ-ара сауҙа иң юғары нөктәгә - 8,445 миллиард долларға етте. Был бынан бер йыл элеккегә ҡарағанда бер миллиард долларға күберәк. Беренсе квартал күрһәткесе өс миллиардтан ашып китте инде. Тышҡы сауҙа сальдоһы - ыңғай: беҙ Чехияға индергәнгә ҡарағанда күберәк продукция сығарабыҙ. Ә бына экспорт структураһын яҡшыртаһы ине. Чехияға беҙҙең экспорттың күп өлөшө энергия ресурстарына һәм сеймалға тура килә. Шул уҡ ваҡытта беҙ Чехиянан юғары өҫтәмә хаҡ менән тауарҙарҙы индерәбеҙ: машиналар, ҡорамалдар, транспорт саралары, киң ҡулланыу тауарҙары һәм башҡалар. Иҡтисадтың үҙенең структураһы шундай...
       Хәҙер Чехия предприятиелары менән үҙ-ара файҙалы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн тап уңай ваҡыт. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров әйтеүенсә, Рәсәй үҙ үҫешенең яңы этабына аяҡ баҫа, уға эшҡыуарлыҡты дәүләт яҡлауы хас буласаҡ. Федераль кимәлдә урта һәм бәләкәй бизнестың эшен еңеләйтеүсе яңы закондар ҡабул ителәсәк. Республика ла ошондай программа әҙерләйәсәк.
       Чехия яғына килгәндә, көнсығышҡа хәрәкәт - ул уның принципиаль позицияһы.
       - Ғинуар айынан Чехия Республикаһы Евросоюзда рәйеслек итәсәк. Экспорт өлкәһендә беҙ көнсығышҡа юл тотасаҡбыҙ, Башҡортостандағы күргәҙмәбеҙ тап шуны раҫлай ҙа инде, - тине ЧР Парламенты Сенатының Иҡтисад, ауыл хужалығы һәм транспорт буйынса комитеты рәйесе Иван Адамец.
       Чехия банкирҙары ла көнсығыш йүнәлешенә ҙур перспективалар бағлай. Мәҫәлән, 2007 йылда Чехия экспорт банкыһының бөтә кредит договорҙарының яртыһынан ашыуы Рәсәйгә экспортты финанслауға ҡағылды. Финанс күрһәткестәренә анализ яһағанда, банктың 33 процент кредит портфеле - "Рәсәйҙеке". Етмәһә, Мәскәү аҡрынлап икенсе планға күсә бара - алға төбәктәр сыға. Быға, башлыса, илебеҙҙә тышҡы иҡтисади вәкәләттәрҙе үҙәктән алыу булышлыҡ итә.
       "Чехия - һеҙҙең партнер" күргәҙмәһенә Чехия иҡтисадының төрлө өлкәләре: машиналар эшләү, энергетика, төҙөлөш комплексы һәм башҡа өлкәләр вәкилдәре килде. Предприятиеларҙан ағып сыҡҡан бысраҡ һыуҙарҙы таҙартыу буйынса заманса технологиялар, ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте өсөн яңы ҡарарҙар тәҡдим ителә. Экспозиция Өфө халҡының да иғтибарын йәлеп итә. Ниндәй ҡатын-ҡыҙ чех бижутерияһы хаҡында белмәһен?! Мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатында инде уларҙың йәнең теләгәнен һайлап ал.
       Әйтергә кәрәк, рәсми рәүештә бөтә саралар күргәҙмәгә тура килтерелһә лә, программа бик киң, һәм был бер нисә көндө Башҡортостанда Чехия Республикаһы көндәре тип атарға мөмкин. Мәҫәлән, күргәҙмәне асҡан көндө тағы бер мөһим ваҡиға үткәрелде: "Фармстандарт-ӨфөВИТА" акционерҙар йәмғиәтендә лиофилизирланған препараттар производство участкаһы файҙаланыуға тапшырылды. Был проектты бойомға ашырыуҙа Чехияның "FAVEA Engineering" компанияһы ҡатнашты. Хәҙер витамин заводында гормональ препараттар, шул иҫәптән үҫеү гормоны - ростан етештереләсәк, ул илебеҙҙә башҡа бер ерҙә лә сығарылмай һәм тик сит илдә генә аналогтары бар.
       Чехия Республикаһы делегацияһы шулай уҡ республика етәкселеге вәкилдәре менән осрашты. Ә бөгөн программаның төп өлөшө - сауҙа-иҡтисади конференцияһы үтәсәк. Чехия һәм Башҡортостан бизнесы вәкилдәре ике яҡ өсөн дә мөһим проблемалар буйынса "түңәрәк өҫтәлдәр" үткәрәсәк. Чехия делегацияһының рәсми өлөшө Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев һәм ҡайһы бер комитеттар вәкилдәре менән осрашасаҡ. Ләлә-Тюльпан мәсетенә барып, Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашыу ҙа планлаштырыла.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал