6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Таш, ағас, ҡағыҙ
17.06.08


       Шаулы ҡала уртаһындағы был йәшел оазиста ҡунаҡтарҙы һәр ваҡыт шатланып ҡаршы алалар. Юлсылар ҙа юл эҙләп, бер аҙ аҙашып, тәбиғи таштарҙан һалынған баҫҡыс буйлап күтәрелеп, бәләкәй ҡапҡаны асып инергә ашыға. Һеҙҙең алдығыҙҙа сәскәгә күмелгән баҡса һәм тәҙрәләре таҙа итеп йыуылған бәләкәй генә бер йорт хасил була. Элекке бөхтәлек һәм атмосфера һаҡланған был өй хәҙер музейға әйләнгән, даими экспозициянан тыш, бында төрлө күргәҙмәләр үтеп тора. Әммә башҡа сәнғәт һарайҙарынан айырмалы рәүештә улар бында бер ай ғына түгел, ә оҙағыраҡ "ҡунаҡ була".
       Бөгөн Александр Тюлькиндың йорт-музейына килеп, һеҙ билдәле рәссам Мәүлитбай Хәлиловтың күргәҙмәһен ҡарай алаһығыҙ. Ҙур экспозиция бүлмәне һәм оҙон коридорҙы биләгән. Картиналар стеналарға эленгән, тәпәш кенә аҫтаҡтарға скульптуралар урынлаштырылған. Жанры һәм тематикаһы буйынса төрлө эштәр интерьерҙы биҙәгес булып тормай, уларҙың күп төрлөлөгө оҫтаның ни тиклем һәләтле булыуы хаҡында һөйләй.
       "Теле һәм стилистикаһы бер ни тиклем шартлы, әммә иғтибарлы тамашасы фәлсәфә орлоғо таба алыр, сөнки һәр биттә фекер, идея ята бит", - ишек эргәһендә эленгән текст экспозиция менән танышыуға йүнәлеш бирә. Бөтә нәмәлә дөрөҫ көйләү кәрәк, ә сәнғәтте аңлау өсөн - бигерәк тә. Мәүлитбай Хәлилов ижадының тематик төрлөлөгөнөң айышына төшөнөү бик еңелдән түгел. Эштәрҙең атамалары ябай ғына булһа ла, улар киң мәғәнәгә эйә. "Әсәлек", "Ғаилә", "Хәтер", "Саҡырыусы рух", "Көтөү" - әҫәрҙең йөкмәткеһе исеменә тап килеүен белеү өсөн картинаға бер күҙ ташлау ғына етмәй. Был график эштәр уйланыуҙы талап итә. Рәссам тамашасыға фекер йөрөтөргә тәҡдим итә.
       Рәссамдың күп нәмә менән ҡыҙыҡһыныуына һәм күп аралаш өлкәләрҙә үҙ ижадына юл табыуына уның Розалия Солтангәрәеваның "Ҡобайырҙар" китабына иллюстрацияларын ҡарап ҡына ла инанырға мөмкин. Ҡайһы берҙә авторҙың фаразы төҫлө буяуҙарҙа сағылыш таба, шулай ҙа Мәүлитбай Хәлилов йышыраҡ классик ҡара-аҡ гамма ҡуллана.
       Тарихты һәм боронғо легендаларҙы белеү рәссамдың скульптура эштәренән тулы тәьҫорат алырға ла ярҙам итәсәк. Киң даирәлә Мәүлитбай Хәлилов график ҡына түгел, Бабичҡа, Мусинға, Нәжмигә һәйкәлдәр авторы булараҡ та билдәле. Скульпторҙың таланты тураһында уның йорт-музейҙа ҡуйылған бәләкәй генә эштәре буйынса ла фекер йөрөтөргә мөмкин. "Айгөл", "Әсәлек", "Уйланыу", "Тәгәрмәс" - оҫтаның ҡулында төрлө материал - йылы ағас та, һыуыҡ металл һәм таш та тыңлаусан.
       Йорт - ул бөтә ғаилә йыйыла торған урын булыуын иҫәпкә алһаҡ, Мәүлитбай Хәлиловтың скульптураһы һәм графикаһы менән йәнәштә уның ҡыҙының эштәре лә урынлашыуы аңлашыла. Ләкин атаһының ҡара-аҡ полотноларынан айырмалы рәүештә Айгөл Хәлиуллина тамашасы хөкөмөнә һутлы тондарҙа яҙылған картиналар тәҡдим итә. Уның сағыу һәм күңелле "Көҙ", "Йәй", "Ҡыш" исемле эштәре йәйғор төҫтәренең барыһын да индергән, тик бер генә - тушь менән төшөрөлгән "Көтөү" тигән эше атаһының стилендә яҙылған.
       Ҡунаҡ күргәҙмәләрҙән тыш, Александр Тюлькиндың йорт-музейында танылған рәссамдың ижадына арналған даими экспозиция ла бар. Эштәрҙе теләгән ваҡытта ҡарай алаһығыҙ - музей аҙнаның бөтә көндәрендә лә асыҡ.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал