6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Төҙөлөш

Тағы ла шул киҫкен торлаҡ мәсьәләһе...
17.06.08


       Бөгөн бер нисә тиҫтә йылға кредит кабалаһына батып, фатир һатып алырғамы әллә ситтән ярҙамһыҙ йорт һалырғамы - күптәребеҙ өсөн был фантастика өлкәһенән. Республикала файҙаланыуға тапшырылған "квадраттар" һаны йылдан-йыл артыуға ҡарамаҫтан, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булыусылар элеккесә бик күп. Халыҡ үҙ торлаҡ шарттарын бик тә яҡшыртыр ине лә, әлеге лә баяғы, кеҫә яғы таҡыр. Торлаҡҡа хаҡтар хәҙер сиктән тыш юғары...
       - Башҡортостандың Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы эшен ҡәнәғәтләнерлек түгел, тип танырға кәрәк, - тине БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев. - Ғөмүмән, беҙҙә торлаҡ төҙөлөшө буйынса һорауҙар бик күп, әммә министрлыҡта Башҡортостанда фатир хаҡы ни өсөн юғары булыу сәбәбен аныҡ ҡына аңлата алмайҙар. Минең фекеремсә иһә, төп сәбәп киң масштабтағы коррупцияға һәм ер участкалары биреүҙәге аңлашылмаусанлыҡтарға ҡайтып ҡала.
       Өфөлә бөгөн ер участкаһы алып булмай, тип әйтергә мөмкин, тип дауам итә Раил Сарбаев. Беҙ бер нисек тә бының асылына төшөнөп етә алмайбыҙ. Кешеләр Өфө эргәһендә ер участкаһы алып, төҙөй башлау өсөн йылдар буйына йөрөргә мәжбүр. Ә шул уҡ ваҡытта республиканың Торлаҡ төҙөлөшө фонды ҡарамағындағы ер участкаларының 80 проценты - "үле". Төҙөлөш унда әле булһа башланмаған. Кем өсөн улар йыйылалыр?..
       Премьер-министр фекеренсә, Төҙөлөш министрлығының тағы бер мөһим етешһеҙлеге - Өфө районының генераль планы булмауында, әле булһа кәрәкле документация йыйылмаған, территориаль төҙөлөштәр схемаһы, ер менән файҙаланыу ҡағиҙәләре юҡ.
       Әйткәндәй, территориаль планлаштырыу схемалары Башҡортостандың 48 районында ғына һәм бөтә ҡалаларында бар, әммә яртыһының тиерлек күптән иҫкергән инде. Генпландар менән дә шул уҡ хәл. Эйе, улар республиканың бөтә төбәктәрендә лә бар, ләкин уларға төҙәтеүҙәр ваҡытында индерелмәй. Ә ҙур ҡалалар йылдам темптар менән төҙөлә бит.
       Ер менән файҙаланыу ҡағиҙәләре Башҡортостандың ете ҡалаһында һәм 15 районында ғына бар. Ә бит бик тиҙҙән (2010 йылдан) ер менән бер операцияны ла үрҙә телгә алынған документтарҙан тыш үткәреп булмаясағын барыбыҙ ҙа бик яҡшы беләбеҙ. Ваҡыт бик аҙ ҡалды, ә тәртипһеҙлек аҙым һайын, тигән һүҙҙәр яңғыраны Республика йортонда.
       - Ашығыс рәүештә Өфө районының генпланын әҙерләргә кәрәк, - тине Сарбаев. - Беҙҙә торлаҡты сафҡа индереү буйынса күрһәткестәр бик насар. Силәбе лә, Ырымбур ҙа беҙҙе уҙып китте, ә Екатеринбург кеүек ҙур ҡала тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Әгәр "Мәғариф" милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса беҙ Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урынды биләһәк, ә "Сәләмәтлек" милли проекты буйынса тәүге бишәүгә инһәк, "Рәсәй граждандарына - арзан һәм уңайлы торлаҡ" буйынса инде 63-сө урындабыҙ. "Ни өсөн?" тигән һорау тыуа. Бындай артта ҡалыуҙың сәбәбе ниҙә?
       Ысынлап та, ни өсөн беҙ артта? Күп төҙөйбөҙ ҙә кеүек, хатта ҡайһы бер бәхетлеләр бушлай фатир ҙа ала, төбәктә социаль торлаҡ та бүленә, шулай ҙа күптәргә фатирлы булыу бәхете йылмаймай.
       БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры урынбаҫары Хәлит Мәхмүдов әйтеүенсә, былтыр файҙаланыуға тапшырылған 1,856 миллион квадрат метр торлаҡтың 190 мең торлаҡ "квадраты" социаль торлаҡ өлөшөнә тура килә. Дөрөҫөн әйткәндө, мохтаж булыусылар диңгеҙе өсөн был һан нимә инде? Дөйөм торлаҡ майҙанын индереү генә түгел, социаль фатирҙар буйынса әйләнеште көсәйтеү ҙә яҡшы булыр ине.
       Быйылғы йыл "планка"һы - 2,2 миллион торлаҡ "квадраты"н файҙаланыуға тапшырыу. Бынан күпмеһе социаль торлаҡҡа бүленер, әлегә билдәһеҙ. Шуныһы ғына билдәле: 2008 йылда торлаҡ төҙөлөшөн финанслауға республика бюджетынан 1,07 миллиард һум бүленгән һәм тағы өҫтәмә рәүештә 1,5 миллиард һум бүленәсәк. Быйыл БР торлаҡ төҙөлөшөнә һалыуҙар күләме 3,6 миллиард һум тәшкил итәсәк.
       Хәлит Мәхмүдов әйтеүенсә, өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү торорға тейеш. Ул индерелгән торлаҡ күләмен арттырыуға булышлыҡ итеү генә түгел, уның үҙҡиммәтен һиҙелерлек кәметә лә.
       Бынан тыш, күпләп шәхси торлаҡ төҙөлөшө урындарына инженер коммуникацияларын үткәреү өсөн республика бюджетынан 2008 йылда 300 миллион һум аҡса бүленде. Был да ер участкаһы алып, төҙөй башлаусылар өсөн яҡшы ярҙам бит.
       Шулай уҡ йәш ғаиләләргә ярҙам тураһында ла әйтеп китергә кәрәк. 2003 йылдан 2007 йылға тиклем "Торлаҡ" Федераль маҡсатлы программаһының "Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү" ҡушымта программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, ете меңдән ашыу йәш ғаилә үҙ торлаҡ шарттарын яҡшырта алды. Хәлит Мәхмүдовтың мәғлүмәттәрен иҫәпкә алғанда (торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж 200 мең ғаиләнең 90 меңе - йәштәр), минеңсә, был һан ҙур түгел. Бындай темптар менән барһаҡ, бөтә йәштәрҙе лә урынлаштырып бөтөрөү өсөн нисә йыл төҙөргә кәрәк буласаҡ әле? Ул ваҡытҡа уларҙың инде ейәндәре тыуып бөтмәһен...
       Ә бына "Ауылды социаль үҫтереү" программаһына ярашлы, һуңғы биш йылда 4290 ғаилә үҙ фатир мәсьәләһен хәл итте. Быйыл бындай ғаиләләр 1150-гә артасаҡ. Башҡортостандың ауыл халҡы өсөн торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 656 миллион һум аҡса бүленәсәк.
       Күреүегеҙсә, торлаҡ проблемаһы әле оҙаҡ актуаль булып ҡалыуы мөмкин. Бигерәк тә республика Торлаҡ министрлығы яғынан билдәле бер ҡарашты иҫәпкә алғанда. Етмәһә, Башҡортостан "фатир" милли проекты буйынса үҙенә тейешле аҡсаның 70 процентын ғына үҙләштерә. Ошондай аҡсалата средстволарҙы үҙләштермәү айырыуса Башҡортостан райондарына хас. Үрҙә әйтелгәндәргә таянып, БР Хөкүмәте Премьер-министры Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығына башҡарылған һәм алдағы эштәр буйынса тулы мәғлүмәт әҙерләүгә бер ай ваҡыт бирҙе.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал