6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Фестивалдәр

Йонсоған өфөләр һәм Сатоши Томи
16.06.08


       Был юлы "Технойәй-2008" IV электрон музыка фестивален ойоштороусылар нығыраҡ "ҡупырайырға" булған, күрәһең, улар йәштәрҙе Ҡала көнөн Өфөнөң ди-джейҙары менән генә түгел, ә сығышы менән япон булған американ менән дә бергә байрам итергә саҡырҙы.
       Вәғәҙә итеүҙәренсә, тап төш ваҡытында вертолет майҙансығынан һауаға техно стилендә тауыштар күтәрелде һәм тирә-яҡҡа таралды. Сәхнәгә бер-бер артлы баш ҡала ди-джейҙары сыҡты һәм бер-береһе менән ярышып, үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Аҫта бәләкәй төркөмдәр яһап, йәштәр бейене. Ҡулдарына һауа тултырылған шарҙар һәм бәләкәй флагтар тотҡан йәштәр үҙҙәрен бик ипле тотто. Бөтәһе лә вәғәҙә ителгән йондоҙ - япон ди-джейы Сатоши Томиҙы көттө. Әммә фестивалде асыу унһыҙ үтте (дөрөҫ тә, кем иртә менән ҡунаҡҡа йөрөһөн?). Хөрмәтле ҡунаҡ майҙансыҡҡа сәғәт дүрттә килергә һәм хатта сығыш яһар алдынан журналистар менән аралашырға тейеш ине. Һуңыраҡ асыҡланыуынса, Сатоши-сан майҙансыҡҡа килгән, әммә ҡара "Ауди"ҙан уның тәржемәсеһе генә сыҡҡан икән. Мәшһүр ди-джей, үҙен тәртипкә килтерергә һәм юлдан һуң бер аҙ ял итергә кәрәк, тип һылтанып, өфөләрҙе тәбрикләүҙән баш тартҡан.
       Республика баш ҡалаһына ул иртәнсәк 6 сәғәт 30 минутта килеп төшкән һәм көн буйына, Башҡортостан тәбиғәтен күҙәтеп, ҡаланан ситтә үткәргән. Әммә "БАШвестЪ"ҡа уңай тура килде: Сатоши Томи ҡунаҡханала бер аҙ интервью бирергә ризалашты.
       Ул фойеға шым ғына килеп инде. Джинсы, ҡара футболка кейгән, аяғында ябай ғына кедалар. Бер аҙ ҡыҫынҡы күҙҙәре менән ҡыҙыҡһыныусан ҡарашлы, сал сәсе ҡыҫҡа итеп алынған. Ул "хэллоу" тип барыһын да сәләмләне, әммә һәр береһе менән айырым да күрешеп сыҡты. Ул һис тә арымаған төҫлө, ихлас йылмая. Сатоши үҙ-үҙенә ышана һәм, журналистар ниндәй һорауҙар бирерҙәр икән тип, бөтөнләй борсолмай. Ә тәржемәсе тураһында быны әйтеп булмай, ул, Сатоши Томиға нисә йәш тип һорарға йыйынмайһығыҙмы, тип ҡыҙыҡһына. Юҡ, беҙгә уныһы кәрәкмәй.
       Сатоши-сан ди-джей менән 20 йыллап шөғөлләнә, әйтеүенсә, үҙ эшенән бик ҙур ҡәнәғәтлек ала.
       - Мин музыканы бик яратам. Минең өсөн ул энергия сығанағы. Музыка менән булмаһа, нимә менән шөғөлләнгән булыр инем икән, тип оҙаҡ уйландым. Ләкин бер ниндәй ҙә фекергә килә алманым. Эш мине һайлағандыр, тип иҫәпләйем, сөнки башҡа бер нәмәне лә белмәйем.
       - Ә нимәнән башланды һуң?
       - Хип-хоптан. Әммә бер ваҡыт пластинка әйләндереп, музыка яһап булыуын күреп, ғәжәп ҡылдым. Шул ваҡыттан алып музыкаға ғашиҡмын.
       - Хәҙер уйнаған техно менән элекке техно араһында айырма нимәлә?
       - Был турала әйтеүе ҡыйын. Әгәр элек продюсер, инженер, музыкант булһа, бөгөн бер кеше үҙендә ошо өс ипостасте берләштерә.
       - Һеҙ килер алдынан Өфөлә ямғыр ҡойоп яуа ине, ә концерт көнөндә ҡояш балҡый. Һеҙ ниндәй көндә уйнарға яратаһығыҙ?
       - Ямғыр тауышы музыкаға үҙ шармын индерә. Әммә асыҡ майҙанда уйнағанда инде, иң мөһиме, тамашасыға уңайлы булһын. Шуға күрә мин ҡояшты һайлайым. Ошондай көн (Сатоши ҡулы менән тәҙрәгә күрһәтә) - иң яҡшыһы.
       - Һеҙ клубта ла, стадионда ла сығыш яһайһығыҙмы?
       - Эйе, миңә икеһе лә оҡшай.
       - Һеҙҙең көн тәртибе ниндәй?
       - (көлә) Аэропорт-ресторан-ҡунаҡхана-концерт. Шулай ҡабатланып килә. Ҡалалар ғына үҙгәрә. Өфөгә мин Мәскәүҙән осоп килдем, ә Мәскәүгә - Миландан.
       - Яҡындарығыҙ эшегеҙгә нисек ҡарай?
       - Улар аҡыллы ғына өндәшмәй, сөнки ди-джей булыуҙың нимә икәнен белмәйҙәр.
       - Һеҙ бәхетлеме?
       - Бик тә. Миңә тормошомдағы бөтә нәмә оҡшай. Мин ағым буйлап йөҙәм һәм барыһын да нисек бар, шулай ҡабул итәм.
       Моғайын, япондан башҡа яуап көтөү мөмкин дә түгелдер. Өфө тамашасыһын ул концерт көнөндә ниндәй булһа, шулай ҡабул итте. Уның сығышы электрон музыка фестивален тамамланы, шуға күрә Сатоши Томиға һыра эсеп һәм бейеп ҡыҙған тамашасы тура килде. Һауа тултырылған шарҙар урынына ҡулдарында - шешәләр, аяҡ аҫты тулы төргәктәр, шешә ярсыҡтары һәм тәмәке төпсөктәре. Алып барыусы музыка аҫтында Са-то-ши То-ми тип ҡабатлауға ҡарамаҫтан, күптәр хатта сәхнәлә ниндәй ди-джей икәнен дә аңламаны...

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал