6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Ҡаланың Йондоҙло көнө
16.06.08


       Ҡала көнө өфөләр өсөн, моғайын, иң шатлыҡлы һәм күңелле байрамдыр. Ә быйыл байрам айырыуса күңелле үтте. Беренсенән, көн бик матур торҙо. Иртәнән алып ҡояш яҡтыртты, ә термометр уҡтары 20 градустан юғары күрһәтте. Икенсенән, байрамды ойоштороусылар ҡалабыҙ халҡы өсөн ысын бүләк әҙерләгән - Өфөгә Рәсәй күләмендәге бер нисә йондоҙ килде: "Город 312" һәм "ЛАВА" төркөмдәре, йырсылар Оксана Почепа (элекке Акула) менән Леона.
       Концерт барған Ленин исемендәге майҙанға иҫәпһеҙ-хисапһыҙ кешеләр йыйылды: балалары менән ғаилә парҙарынан һәм үҫмерҙәрҙән алып пенсионерҙарға тиклем.
       Концертты билдәле Рәсәй виджейҙары Арчи һәм Настя Борисова алып барҙы. Улар тамашасы менән аралашты, төрлө конкурстар ойошторҙо. Ғөмүмән, сәхнәлә ысын профессионалдар эшләүе тойолдо.
       Тамаша башланыр алдынан матбуғат конференцияһы үткәрелде, унда беҙгә, журналистарға, йондоҙҙар менән аралашыу һәм уларҙан концертта өфөләрҙе нимә көтөүе хаҡында белешеү мөмкинлеге бирелде. Йырсы Оксана Почепа йондоҙҙарға ғәмәлдә ниндәй тамашасы алдында сығыш яһау мөһим булмауы хаҡында әйтеп үтте. Концерт - ул һинең ғүмерең, яҡшы артист, профессионал, сәхнәгә сыға һәм эшләй, тине ул.
       - Артистар эшкә тотонорға һәм бөтә булмышын, һәләтен һалып эшләргә тейеш, - тип коллегаһын йөпләне "Город 312" төркөмө солисы Ая.
       Баҡһаң, Өфөгә килгән бөтә йондоҙҙар концерттың күңелле, дәртле үтәсәгенә шикләнмәгән икән.
       - Беҙ концертты ойоштороусыларға беҙҙе бында килтергәндәре өсөн ҙур рәхмәт әйтергә теләйбеҙ, - тине "Город 312" төркөмөнөң бэк-вокалсыһы Дим. - Беҙ өфөләр беҙҙең сығышыбыҙҙан ҡәнәғәт ҡалыр, тип ышанабыҙ.
       Шулай итеп, беренсе булып сәхнәгә "ЛАВА" төркөмөнән дүрт мөләйем ҡыҙ сыҡты. Улар ике генә йыр йырланы: "Вова" һәм "Здесь". Тәүге йырҙы тамашасылар төркөмгә ҡушылып йырланы.
       Икенсе булып йырсы Леона сығыш яһаны. Был йәш ҡыҙҙың үҙ альбомы бар, ул илебеҙҙә һәм унан ситтә лә ярайһы уҡ билдәлелек яулап өлгөргән. Үҙ сығышын ул "Заболела тобой" йырынан башланы. Өфөләргә ул тағы бер нисә йырын йырлап ишеттерҙе.
       Йырсы Оксана Почепа айырыуса дәртле сығыш яһаны. Тамашасыға ул Акула булараҡ билдәле. Үҙенең йырсы карьераһын ул 14 йәшендә башлай. Күп йырҙары ысын хитҡа әйләнгән. Оксана, һәр музыкаль стилдә эшләргә мөмкин, тип иҫәпләй. Сығышын ул иң билдәле "Я убегаю" йырынан башланы.
       Күпмелер ваҡыт Оксана йондоҙҙар офоғонан юғалып торҙо һәм күптән түгел генә әйләнеп ҡайтты, хәҙер ул Акула түгел. Күрәһең, ниндәйҙер ижади кризис булғандыр инде. Оксана Почепа үҙенә илһам биреүсе төп сығанаҡ булып мөхәббәт тороуы хаҡында әйтеп үтте. Өфө концерты өсөн махсус рәүештә ул "Слова" тип аталған яңы йырын әҙерләгән, шулай уҡ башҡа билдәле йырҙарын да башҡарҙы. Оксана туҡтауһыҙ тамашасы менән аралашты һәм бөтәһен дә үҙе менән бергә йырлауын үтенде.
       Иң һуңғы булып сәхнәгә "Город 312" төркөмө күтәрелде. Өфөлә егеттәр инде өсөнсө тапҡырына сығыш яһай һәм ҡалабыҙҙы бик яратыуҙары хаҡында белдерҙе. Үҙ уңыштарының сере ал-ял белмәй хеҙмәт итеүҙә, тине егеттәр.
       - Беҙҙең өсөн иң мөһиме - эш, - тип һөйләй Ая. - Беҙ һәр музыкаль стилдә эшләй алабыҙ. Иң мөһиме, был беҙгә ҡыҙыҡлы булһын һәм үҙебеҙ өсөн ниндәйҙер яңылыҡ асырға мөмкин булһын.
       Концертта "Город 312" төркөмөнөң "Девочка, которая хотела счастья", "213 дорог", "Фонари" кеүек киң билдәле йырҙары һәм уларҙың гимны булып торған "Небо в алмазах" йыры яңғыраны. Өфөләр өсөн махсус рәүештә улар "Невидимка" һәм "Не хочу тебя терять" тигән ике яңы йыр ҙа башҡарҙы.
       Үҙ сығышын "Город 312" "Останусь" йыры менән тамамланы, заманында ошо йыр менән улар үҙҙәрен бөтә илгә танытҡайны. Ошо ваҡытта Ленин исемендәге майҙан күген байрам салюты яҡтыртты.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал