6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Спорттың башҡа төрҙәре

Мин бәһлеүән түгел, мин - штангасы
16.06.08


       12 июндә Ағиҙел йылғаһы яры буйында Дуҫлыҡ Монументы ҡаршыһында ҡыҙыҡ спорт байрамы үтте. Спорттың Өфөләге бер нисә популяр төрө вәкилдәре ярыш ойошторҙо.
       Волейболсылар ҡомло майҙансыҡта уйнаны. Ҡаяға үрмәләүселәр металл конструкцияларҙан һәм кәртәләрҙән ун метр тирәһе бейеклегендәге трасса яһаны. Йәй көнө сноуборд ҡарау бик ҡыҙыҡлы булды. Уның исеме лә ят ине - джиббинг. Тамаша шунан ғибәрәт булды: йылға ярында һалынған плиталарға ниндәйҙер "һалабаш" түшәгәндәр ҙә ҙур булмаған трассаның осонда парапет урынлаштырғандар. Яҡшыраҡ шыуһын өсөн бөтә был конструкцияға нимәлер һылағандар һәм шуның буйлап сноубордта шыуып төшә башланылар. Бик матур килеп сыҡманы, әлбиттә, йығылыуҙар күп булды.
       Иң ҡыҙыҡлыһы, моғайын, көс экстримы буйынса асыҡ ҡала беренселеге булғандыр. Был шоу-спортты телевизор аша йыш күрһәтәләр, һәм уның ниҙән ғибәрәт булыуын барыһы ла беләлер, тип уйлайым. Кемдәр таныш түгел, ҡыҫҡаса аңлатып китәм. Бәһлеүәндәр ғәҙәти булмаған көс күнекмәләрендә - автомобилдәрҙең артҡы частарын күтәреүҙә, йөк машиналарын этәреүҙә, башҡа төрлө ауыр предметтарҙы күтәреп йөрөтөүҙә көс һынаша. Ҡәҙимге кешеләрҙең быға көсө етмәй. Шуға күрә ярышта, башлыса, пауэрлифтингта, ауыр атлетикала һәм бодибилдингта мускулдарын көсәйткән спортсылар ҡатнаша.
       Илебеҙҙең иң көслө экстремалдары был көндө Рәсәй чемпионатында көс һынашты. Көс экстримы буйынса Өфө асыҡ беренселегенә бәләкәй шоу ғына эләкте. Ауырлыҡтар ҙа ҡәҙимге кешенең көсө етерлек булмаһа ла, илдең төп форумындағынан еңелерәк булды.
       Атлеттар, нигеҙҙә, пауэрлифтинг буйынса урындағы мәктәптән ине. Турнир атамаһындағы "асыҡ" тигән һүҙҙе аҡлаусы ҡунаҡтар икәү булды. Ярышта һуңғы ике йыл чемпионы Денис Әбдрәшитов (Өфө), былтырғы турнир призерҙары Рөстәм Сәтүәлов (Ишембай) һәм Артур Талипов (Өфө), Денис Сөләймәнов (Өфө), Евгений Охлюев (Өфө), Дмитрий Кашуба (Приморье крайы, Өфөлә уҡый), Алексей Серов (Өфө) һәм Руслан Әхмәҙиев (Өфө) ҡатнашты.
       Бөтәһе ете күнекмә үткәрелде. 60 килограмлыҡ "гантелдән" башланылар. Уртаса ҡатын-ҡыҙ ауырлығындағы спорт снарядын бер ҡул менән күтәрергә кәрәк булды. Был күнекмәлә Денис Әбдрәшитов барыһынан да яҡшыраҡ сығыш яһаны, ул снарядты туғыҙ тапҡыр күтәрҙе. Унан ҡала Дмитрий Кашуба һәм Рөстәм Сәтүәлов - һигеҙ һәм ете тапҡыр күтәрҙеләр.
       "Эстафета" нисектер ҡурҡыныс килеп сыҡты. Бер яҡҡа 120- шәр килограмлыҡ ике тимер баллон килтерергә, ә икенсе яҡҡа 350 килограмлыҡ ҙур покрышканы өс тапҡыр әйләндерергә кәрәк ине. Бында Кашуба еңеп сыҡты.
       "Бүрәнә" күнекмәһендә спортсылар 110 килограмм ауырлығындағы штанга кеүегерәк әйберҙе күтәрҙе. Был күнекмәнән һуң улар хәлдән тайҙы. Кашуба - һигеҙ, Әбдрәшитов - ете, Сәтүәлов алты тапҡыр күтәрҙе.
       "Өйрәк" күнекмәһендә атлеттар 175 килограмлыҡ снарядты йөрөттө. Был йөктө йөрөтөү өсөн уға тотҡа ҡуйғандар. Уны аяҡ араһына ҡуйып ҡына күтәреп йөрөтөргә мөмкин. Былай атлағанда спортсылар өйрәк һымаҡ баҫа, исеме лә шунан килеп сыҡҡан.
       Был бурысты иң яҡшыһы Әбдрәшитов үтәне - 17,9 секунд, икенсе Сәтүәлов булды - 20,6, Талипов өсөнсө ваҡыт күрһәтте - 24,2 секунд.
       Бишенсе күнекмә Рәсәй автомобиле һәм уның салонында ултырған биш ҡыҙ ҡатнашлығында үткәрелде. Спортсылар машинаның артҡы тәгәрмәстәре торған трапты күтәрҙе. Ҡыҙҙарға был "аҫҡа-өҫкә" күтәреү бик оҡшап ҡалды - улар һәр күтәреүсе өсөн әүҙем көйҙө. Был күнекмәлә тәпәш буй һәм ҡыҫҡа аяҡтар мөһим икән. Сәтүәлов 36 тапҡыр күтәреп еңеү яуланы, Охлюев икенсе урында (34), 31 һөҙөмтә менән Әхмәҙиев өсөнсө.
       "Карусель" ҡатын-ҡыҙҙарҙы тағы ла шатландырҙы. Бер яҡтан бағанаға бәйләнгән, ә икенсе яҡтан тотҡа ҡуйылған кузовҡа дүрт фитнес-ҡыҙҙы ултырттылар. Кәрзинде ерҙән айырып, тәүге тапҡыр йығылтҡансы түңәрәк буйлап йөрөтөргә кәрәк ине. Егеттәр бик ныҡ тырышты. Ҡыҙҙарҙы иң оҙағыраҡ Кашуба йөрөттө.
       Һуңғы төр - Ағиҙелдә "Бурлак". Канатҡа тотоноп, ҙур булмаған "КамАЗ"ды (дөрөҫ, ауырлығы алты тонна) һөйрәтергә кәрәк ине. Кашуба был еңелдән булмаған йөкләмәне 8,4 секундта үтәне һәм беренсе урынды яуланы. Әбдрәшитов һәм Охлюев берҙәй ваҡыт күрһәтте - 9,2 секунд.
       Һөҙөмтәлә Өфө егете Денис Әбдрәшитов өсөнсө йыл рәттән чемпион булды - 49 мәрәй. Икенсе урын Дмитрий Кашубала (Приморье крайы) - уның 46 мәрәй. Үҙен "Ишембай монстры" тип атаған Рөстәм Сәтүәлов 39 мәрәй менән өсөнсө булды.
       Беҙ штанга менән шөғөлләнеүҙе архитектор эше менән бергә алып барған еңеүсегә бер нисә һорау бирҙек.
       - Бер үк ваҡытта бәһлеүән һәм архитектор булыу - бик шәп бит!
       - Мин бәһлеүән түгел, мин - штангасы, - тип яуап бирҙе Денис. - Ауыр атлетика менән ныҡлап шөғөлләнмәйем, әммә күнекмәләрҙе дауам иттерәм һәм бына әлеге тәҡдимдән баш тартманым. Еңеүҙән бигерәк, ҡатнашыу оҡшаны.
       - Ә архитектурала нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?
       - Башлыса, дизайн менән, коттедждар проектын да эшләйем.
       - Архитектура менән штанга, көс экстримы араһында ниндәйҙер бәйләнеш бармы?
       - Архитектурала ла ауыр һәм экстремаль мәлдәр булғылай. Инстанцияларҙа проекттарҙы ҡатмарлы яҡлау һәм тапшырыу, ҡабул итеүселәр менән көрәш, төндәрен эшләү, клиенттар менән уртаҡ тел табыу бик еңелдән түгел.
       - Һеҙҙең шундай бәһлеүән булыуығыҙҙы күреп, клиенттар һеҙҙән ҡасмаймы?
       - Юҡ. Мин осрашыуҙарҙа олпат күренәм, етмәһә, элекке эштәрем дә минең файҙаға һөйләй.
       - Бәһлеүәндәргә интеллект хас түгел, тигән стереотипҡа нисек ҡарайһығыҙ?
       - Бәһлеүәндәрҙең генә түгел, һәр профессиональ спортсының йыш ҡына интеллектуаль үҫешергә ваҡыты ҡалмай - улар һәр ваҡыт сборҙарҙа, сығыштарҙа. Ләкин, әйтәйек, беҙҙең тренерыбыҙ - һәр яҡлап үҫешкән кеше һәм, ғөмүмән, ғилемле егеттәр бик күп.
       - Ярыштарҙа нығыраҡ нимә оҡшаны?
       - Ауыр атлет булараҡ, миңә бүрәнә менән еңелерәк булды, шулай уҡ "Эстафета"ла ла. Ә тамашалыҡ яғынан "КамАЗ"ды тартыуҙы айырып күрһәтер инем. Тамашасы бит бер ҡул менән 60 килограмлыҡ герҙы күтәрәһеңме йәки аяҡ араһынан 145 килограмм ауырлыҡты күтәреп бараһыңмы аңламай. Ә бына йөк машинаһы үҙе генә лә тәьҫирләндерә.
       - Тағы ла етдиерәк кимәлгә сығырға уйламайһығыҙмы?
       - Беҙҙә бында, башлыса, һәүәҫкәр спорт. Көс экстримы менән профессиональ шөғөлләнеү өсөн бөтә иғтибарыңды шуға тупларға, спортсы диетаһын күҙәтергә, күнекмә яһарға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ғаиләңде ҡарау өсөн был эш өсөн "көйгән", һинең үҫешеңә билдәле бер күләмдә аҡса һалған бағыусы кәрәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал