6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Ни генә тимәһендәр, Пушкин - бөйөк шағир
06.06.08


       Бөйөк рус шағиры, яҙыусы, драматург Александр Сергеевич Пушкиндың шиғырҙары, әкиәттәре һәм хикәйәләре беҙгә бала саҡтан таныш. Йыл һайын был бөйөк кешенең ижадын беҙ мәктәптә өйрәнәбеҙ, ә күптәр уның менән университет йылдарында ла айырылышмай.
       Моғайын, һәр ҡайһыбыҙ Пушкин шиғырҙарын яттан беләлер. Хатта үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, унан өҙөктәр килтерәбеҙ. Ҡайһы берҙә уның шиғырҙары үҙенән-үҙе иҫкә төшә. Ғөмүмән, Александр Пушкиндың әҙәби ижады беҙҙе ғүмер буйына оҙата килә.
       Ысынлап та, илебеҙ өсөн Александр Сергеевич - ысын милли герой. Һәм 6 июндә, уның тыуған көнөндә, беҙ Рәсәй Пушкин көнөн билдәләйбеҙ.
       Был байрам илебеҙҙә күптән түгел генә барлыҡҡа килде. Шағирҙың тыуған көнөнә дәүләт статусын РФ Президентының 1997 йылда ҡул ҡуйған Указы бирҙе. Шул ваҡыттан алып йылына бер тапҡыр беҙ һәр ерҙә Пушкин шиғырҙарын ишетәбеҙ, телевидение һәм радио аша шағирҙың биографияһы тураһында һөйләйҙәр, ә кистәрен өлкән быуын вәкилдәре, йыйылышып, Пушкин ултырмалары ойоштора.
       Улар, ярай, аңлашыла. Ә бына Пушкин көнө тураһында йәш кешеләр нимә уйлай? Ғөмүмән, улар Александр Сергеевич тураһында нимә белә һәм шиғырҙарынан өҙөктәр килтерә аламы? Беҙ уларға ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек тә.
       Марина, 18 йәш:
       - Тураһын әйтәм, мин Пушкинды яратмайым. Уның шиғриәте миңә бөтөнләй тәьҫир итмәй. Ә уның тормошо хаҡында фильмды ҡарағас, ғөмүмән, ихтирамым бөттө. Юҡ, әлбиттә, шәхси тормош һәм шиғриәт - икеһе ике төрлө әйбер, ләкин барыбер оҡшамай.
       Алия, 23 йәш:
       - Пушкин ысын Гений. Уның шиғырҙары бик еңел уҡыла һәм ятлана. Унан һуң ижад иткән бөтә шағирҙар ҙа Пушкиндан өлгө алғандыр, тип уйлайым. Уның күп кенә шиғырҙарын яттан хәтерләйем:
       Он памятник себе воздвиг нерукотворный,
       К нему не зарастет народная тропа...
       Ирина, 17 йәш:
       - Мин Пушкинды бала сағымдан уҡ яратып уҡыным. Хәҙер ҙә йыш ҡына ҡабаттан уҡыйым. Әлбиттә, һәр кем дә Пушкинды яратырға тейеш түгел, әммә, дөрөҫөн әйткәндә, рус телендә һөйләшкән кешенең уның шиғырҙарының һәм прозаһының матурлығын тоймауына аптырайым.
       Илья, 16 йәш:
       - Пушкин, Пушкин... Бөтә ерҙә Пушкин! Унан башҡа Рәсәйҙә шағирҙар аҙмы әллә? Ярай, гений, ти, фажиғәле һәләк булған, ти, шунан нимә? Шәхсән миңә Лермонтовтың ижады нығыраҡ тәьҫир итә.
       Анна, 21 йәш:
       - Пушкин - минең генә түгел, башҡа бик күптәрҙең беренсе мөхәббәте. Үҙем Пушкиндың ижадына ғашиҡ булғас, башҡа кешеләрҙең уның ижады ни тиклем матур булыуын күрмәүен аңламайым.
       Евгения 19 йәш:
       - Бик оҙаҡ Пушкин менән беҙҙең мейене ҡатырҙылар. Беренсе кластан 11-сегә тиклем йыл һайын ошо Пушкин. Хәтеремдә, бер йылда ғына уның 20 (!) шиғырын ятланыҡ. Ә ни фәтеүә? Береһен дә хәтерләмәйем, хатта исемен дә. Миңә ҡалһа, Пушкиндың шәхесе сиктән тыш ҡабартылған, унан башҡа ла бөйөк шағирҙар күп бит. Яратмайым мин уны!
       Кирилл, 24 йәш:
       - Рус хәҡиҡәттәренең береһе Пушкиндың, Аллаһы Тәғәлә кеүек, бөйөк булыуына ҡайтып ҡала. Ул - бер ҡасан да байымаясаҡ әҙәбиәтебеҙ ҡояшы. Ләкин үҙеңә йәки әңгәмәсеңә уның ни өсөн бөйөк икәнен аңлатып ҡара - аңлата алмаясаҡһың бит. Үҙ эсеңдән генә быға инанаһың. Мәктәп эскәмйәһенән уның:
       У Лукоморья дуб зеленый,
       Златая цепь на дубе том.
       И днем и ночью кот ученый
       Все ходит по цепи кругом... тигән шиғыр юлдарын һис онотмайым.
       Алла, 23 йәш:
       - Бер кем дә бер кемде лә мотлаҡ яратырға тейеш түгел. Һеҙгә Пушкин оҡшамай икән - уҡымағыҙ һуң! Әммә үҙемә килгәндә инде, хәҙерге мөхәббәт романдарына һәм тупаҫ детективтарға ҡарағанда, Пушкинды уҡыу күпкә яҡшыраҡ, тип әйтә алам. Мәктәп программаһынан ситкә китеп, үҙең өсөн классиканы икенсе яҡтан асып ҡара әле. Эйе, мәктәп программаһында бөтә ергә Пушкинды тығалар һәм "ул - бөйөк рус шағиры" тигән фекерҙе тылҡыйҙар. Һөҙөмтәлә уны бик аҙҙар ысынлап ярата - был инде Пушкиндың түгел, ә уҡытыусыларҙың ғәйебе. Уның әкиәттәре иҫ киткес бит, шулай уҡ повестары, шиғырҙары ла оҡшай, бөтәһе лә түгел, әлбиттә.
       Лилиә, 24 йәш:
       - Пушкин шиғырҙарының рифмалары һәм ритмдары ябай, әммә теле бик матур, барыһына ла - баланан алып өлкәндәргә тиклем - аңлайышлы. Тап шуның менән уның шиғырҙары гениаль һәм уның бөйөклөгө лә шунда. Пушкинды уҡый башлағыҙ, уның шиғырҙарын ятлағыҙ, һәм һеҙ телмәрегеҙҙең нисек үҙгәреүен тойорһоғоҙ. Ә уның тураһында ғәйбәтте аҙыраҡ тыңлағыҙ.
       Марат, 20 йәш:
       - Мин уның "Лукоморье"һын яратам. Йыр кеүек ағыла, еңел иҫтә лә ҡала. Гениаль, тимәй, башҡа ни әйтәһең!
       Күреүегеҙсә, Пушкин һәм уның ижады ҡапма-ҡаршы хистәр тыуҙыра. Кем белә, бәлки, бында ысынлап та беҙҙең белем биреү системаһы ғәйеплелер, ә бәлки, бынан 200 йыл элек тыуған Пушкин ҡартайғандыр. Шулай ҙа беҙ Пушкинды уҡырҙар һәм уның ижадын үҙҙәре өсөн яңы яҡтан асырҙар тип ышанабыҙ!

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал