6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Ғаилә

Изге күңелле, шәфҡәтле кешеләр аҙ түгел
05.06.08


       Тере, илап ятҡан төргәкте дауахананың таш тупһаһына ташлап китеү өсөн буп-буш йөрәк кәрәктер инде ул. Ә сит балаға йәнен-тәнен биргән кешенең йөрәге ҡайнар булырға тейештер.
       Сабыйҙар йортонан Өфөнөң үҫешендә тайпылыштар булған балалар өсөн 2-се Махсус коррекцион балалар йортона эләккәндә Динарға дүрт йәштән саҡ ҡына ашыуыраҡ була. Ихата буйлап сатанлап йөрөгәндә ул балалар йорто хеҙмәткәрҙәренең йөҙөнә йылмая биреберәк, өмөт менән ҡарай.
       - Бер аяғы уны бигерәк тә яфаланы, - тип хәтерләй балалар йорто директорының социаль-психологик эш буйынса урынбаҫары Гөлназ Таһирова. - Һөйәк сиренән тыш, уның башҡа ауырыуҙары ла етерлек ине. Әммә шундай аҡыллы, шат күңелле малай!
       Динар тырышып-тырмашып ауыртыу-һыҙланыуҙарына иғтибар бирмәҫкә маташты, һәм дәрестә һиҙелерлек уңыштарға өлгәште. Балалар менән дә теләп аралашты. Ғәрип балалар өсөн балалар йортона ул 2006 йылдың көҙөндә килде, ә яҙ инде уға патронат тәрбиәселәргә кандидаттар араһынан бер ғаиләне һайланылар.
       - Уларҙың тәүге осрашыуын күҙәтеп, беҙ шунда уҡ бының тәү ҡараштан мөхәббәт булыуын аңланыҡ. Етмәһә, ике яҡлы ла, - тип дауам итә Гөлназ Фәрхәт ҡыҙы. - Юҡҡа ғына, балалар - тәбиғи барометр, тип әйтмәйҙәр икән, Бүздәк районынан тап ошо балаһыҙ ғаиләне күргәс тә Динар, ҡулдарын йәйеп, "Әсәй! Атай!" тип ҡысҡырып, ҡаршы атланы.
       Әйтергә кәрәк, потенциаль алмаштырыусы ата-әсәгә алдан малайҙың физик хәле тураһында иҫкәрткәс, ир менән ҡатын, быныһы мөһим түгел, тип белдерһә лә, балалар йорто хеҙмәткәрҙәре шулай ҙа борсолоп торҙо: күҙмә-күҙ осрашҡанда нисек булыр бит әле? Әммә был борсолоуҙар бушҡа булды: өлкәндәр, күҙҙәренә йәш тулып, ҡосағын йәйеп Динарға ҡаршы барҙы. Әммә яҙмыш ир менән ҡатындың сит, етмәһә бигүк һау булмаған баланы алырға ҡарарын ныҡлыҡҡа һынанымы ни: малайҙы шунда уҡ алып ҡайтырға тура килмәне - ул ай буйына аяғы менән операцияла ятты. Дауахананан сығарғанда ул ап-аҡ, хәлһеҙ ине... Әммә был ир менән ҡатынды ҡурҡытманы. Патронат тәрбиәгә алыу тураһында килешеү төҙөлдө, һәм улар Динарҙы күтәреп алып ҡайттылар.
       - Балаға был ғаиләлә яҡшы булыуы тәүге барып ҡайтҡандан һуң уҡ аңлашылды, - тип һөйләй Таһирова. - Динарҙың йөҙөнән дә, уның һөйләүе буйынса ла, хәҙерге ата-әсәһенең һөйөү-наҙ тулы күҙ ҡарашынан да...
       Өс ай эсендә малай башҡортса өйрәнеп тә алған, шундай донъясылға әйләнгән - балалар йорто хеҙмәткәрҙәренә тауыҡтар йомортҡа һалһын өсөн уларҙы нисек ашатырға кәрәклеген, өйгә ниндәй аҙыҡ-түлек һатып алырға кәрәк булыуы хаҡында аңлатты. Хәҙер ул аяғынан аҙыраҡ интегә. Был, әлбиттә, үткәрелгән операция һөҙөмтәһе генә түгел, ә ир менән ҡатындың туҡтауһыҙ хәстәрлеге лә.
       - Алмаштырыусы ғаиләгә бер ғәрип баланы урынлаштырыу ғына ла - ҙур уңыш. Ә беҙ йәй башланыуға икәүҙе патронат ғаиләгә урынлаштырҙыҡ, тағы өсәүһе - әлегә ҡунаҡта, - тип һүҙҙе йомғаҡлай балалар йорто директоры Зинфира Ураҙбаева.
       Йә ярай, изге башланғысҡа хәйерле юл! Республикабыҙҙа иң ярҙамға мохтаждарға - ғәрип балаларға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған изге күңелле, шәфҡәтле кешеләр аҙ булмауына шатланырға ғына ҡала.
       Һүрәттә: велосипед Динарға аяғына күнекмә яһарға ярҙам итә.

Жанна Ягодкина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал