6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Яҡшы кеше булғанға күрә лә бик йәл
05.06.08


       Өфө "Нур" татар дәүләт театрының дүрт артисы башҡарыуында мелодраматик тарих тамашасыларҙы еңелсә шаңҡытты, тип әйтергә мөмкин. Барыһы ла еңел генә башланды, әммә көтөлмәгәнсә тамамланды. Театрҙың ижади коллективы, тамашасы хөкөмөнә яңы "Гүргә керер сер ине-2" спектаклен сығарып, тамашасыларҙы уйландырырға мәжбүр итергә теләгәйне. Спектаклдәге тормош хәлдәре, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәре телевизион сериалдағы һымаҡ бер-береһенә үрелеп барҙы.
       Эскерһеҙ, изге күңелле йән эйәһе - йәш, сибәр Рәйлә, студент һәм иренә үлеп ғашиҡ ҡатын. Ул, ҡошсоҡ кеүек, еңел һәм дәртле. Һәр һүҙе күңелгә май булып ята, ә көлөүе инде көмөш ҡыңғырау сыңымы ни. Күршелә генә йәшәгән өлкән йәштәге эшҡыуар Венер Мөнир улы бындай мөғжизәгә нисек ғашиҡ булмаһын инде? Ҡатын-балаға ул көн дә тиерлек шоколад килтерә, ә тегеһе, көлөп һәм оялышынан ҡыҙарып, бүләктәрҙе ҡабул итә. Атаһы йәшендәге әфәндегә ул бөтә күңеле менән ышана һәм унан бер ниндәй яуызлыҡ көтмәй. Венер Мөнир улы уға секретарь эше, айына мең доллар эш хаҡы һәм сит илдәргә командировкалар тәҡдим итә. Ул сыңғырлатып көлә лә ҡәтғи рәүештә "юҡ" тип яуап ҡайтара. Әммә Рәйлә һиҙмәгәнде ире Юлай яҡшы аңлап-күреп тора, әлбиттә. Ул ҡатынын ныҡ көнләшә, нишләйһең, үҙенсә ярата. Был мөхәббәт өсмөйөшөн уңышлы эшләүсе бизнес-ханым Дилбәр емерергә була, унда Юлай водитель булып эшләй. Ләкин был эшкә ул саф күңелдән тотонмай, йәштәрҙең никахын һаҡлап ҡалырға ынтылмай, ә киреһенсә, Венер Мөнир улының ҡотҡоһона бирелә. Уны әрләй, әлбиттә, ниәттәренең эскерһеҙлегенә ышанмай, ләкин уға бурыслы - Венер Мөнир улы уға ейәненә операция яһатыу өсөн күп кенә аҡса биргән була, шуның өсөн ул уға Рәйлә менән мөнәсәбәттәрен яйға һалырға ярҙам итергә тейеш.
       Дилбәр Рәйләгә эшҡыуарҙың уға ҡарата ниәттәрен асыҡтан-асыҡ әйтеп бирә һәм үҙен үпкәсел ҡыҙҙай тотмаҫҡа кәңәш бирә. Быға тағы бер нисә күңелһеҙ хәл өҫтәлә, һәм спектакль башындағы бәхетле, шаталаҡ Рәйлә бөтөнләй үҙгәрә, рух төшөнкөлөгөнә бирелә, дәртле көлөүе лә ишетелмәй. Героиняның кәйефе үҙгәреүе һағайта, әлбиттә, ләкин төҙәтә алмаҫлыҡ хәл булыр тип башҡа ла килмәй. Әммә зал шулай көтһә лә, спектакль режиссеры Гөлдәр Ильясова иһә фажиғәле финал тәҡдим итә. Нескә, нәфис Рәйлә, ире өйҙән ҡыуғас, тәҙрәнән ташлана. Ваҡиғаларҙың бындай боролошонан һуң тамаша залында тын алған тауыш та ишетелмәй. Фәрештәне үлтерҙеләр...
       Тамашасы бер нисек тә бындай ахырҙы көтмәгәйне. Юлай аҡылына килеп, Рәйләнән ғәфү үтенер, Дилбәр Венер Мөнир улының әйткәнен тыңлауҙан туҡтар йәки ул мөхәббәтенең яуапһыҙ булыуы менән килешер һәм сигенер, бик булмаһа, Рәйлә эшҡыуарға китһен әйҙә, тип көткәйне. Ләкин юҡ, яҡты, изге кеше мотлаҡ һәләк булырға тейеш, шул саҡта ғына уның үлемендә ғәйепле булған кешеләрҙе ахырғы көнөнә тиклем намыҫы яфаларға тейеш. Рәлиф Кинйәбаев пьесаһының төп фекере шундай. Режиссерҙан тыш, тамашасыға уны спектаклде ҡуйыусы рәссам Азамат Ғиләжев, композитор Сәйҙәш Сәсәнбаев, яҡтылыҡ буйынса рәссам Гөлзинә Солтанова еткерҙе.
       Кешеләр араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәргә баҫым яһап, спектакль өҫтөндә эшләүсе ижади төркөм, тамашасыларҙың иғтибарын тарҡатмау өсөн, бик аҙ декорациялар яһаған. Бөтә ваҡиғалар Дилбәрҙең бай коттеджы ихатаһында бара. Сәхнәлә һәр ваҡыт бер үк шарттар. Өҫтәл артында рәхәтләнеп сәй эсергә мөмкин, ҡыҙып китеп ултырғыс менән бәрергә лә мөмкин. Бөтәһе лә кеше күҙ алдында. Ә бит ҡыйҙы өйҙән сығарыу килешмәй, ваҡиғалар ихатала барғас, тимәк, бөтә кеше күҙ алдында, тигән һүҙ. Йәнәһе, ҡарағыҙ, үҙегеҙ ҙә гонаһһыҙ түгелһегеҙҙер әле.
       Спектакль ҡотолғоһоҙ шарттар әсирлегенә эләккән уңышлы, көслө ҡатын-ҡыҙ тураһында тарих булараҡ иғлан ителгәйне. Ул бер нисә миҙгел театрҙа ҙур уңыш менән барған "Гүргә керер сер ине" спектакленең логик дауамы. Был тарихтың икенсе өлөшөндә автор төп героиня менән ҡайтанан осрашырға тәҡдим итә, уны Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Резида Фәхруллина башҡарҙы. Ләкин был юлы Дилбәр икенсе планға күсте, сәхнәлә инде Зөһрә Әсәҙуллина башҡарыуында Рәйләгә үҙен күрһәтеү мөмкинлеге бирелде. Уның героиняһы балҡыусы һәм тормошҡа шатланыусы бер нур булды. Дилбәр, Венер Мөнир улы (Айрат Фатих улы), Юлай (Альберт Шәрәфетдинов) - уның тирәләй йыһан юлдаштары кеүек. Уларҙың һәр береһе был ҡыҙҙы үҙенсә яратҡан кеүек. Әммә һөҙөмтәлә һәләкәткә илттеләр...

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал