6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Төҙөлөш

Һәр кешегә берәр метрға
04.06.08


       Өфөлә бына 15-се тапҡырына "Ҡала. Архитектура һәм төҙөлөш" Халыҡ-ара төҙөлөш күргәҙмәһе эшләй. Был йылдар эсендә ҙур булмаған ҡала экспозицияһы ярайһы уҡ ҙур халыҡ-ара форумға әйләнде. Был юлы унда Рәсәй төбәктәренән 300-гә яҡын компания, шул иҫәптән яҡын һәм алыҫ сит илдәр фирмаларының 22 вәкиллеге ҡатнаша. Күргәҙмәгә бындай ҡыҙыҡһыныу аңлашыла: Башҡортостанда төҙөлөш йылдам темптар менән үҫешә, баҙар ярайһы уҡ киң, шуға күрә унда һәр компания үҙ өлөшөн индерә ала. БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрының беренсе урынбаҫары Хәлит Мәхмүдов менән әңгәмәбеҙ Башҡортостан төҙөлөш баҙары проблемалары һәм үҫеш перспективалары хаҡында.
       - Хәлит Мәхмүт улы, былтыр йыл аҙағында, республика төҙөүселәре бөтә "юбилей" объекттарын тапшырғас, күптәрҙә, хәҙер улар нимә менән шөғөлләнер икән, тигән һорау тыуҙы. Бөтә төҙөлөш ойошмалары ла торлаҡ баҙарына "инә" алмай бит...
       - Был бер кемде лә борсомаҫҡа тейеш, тип уйлайым - Башҡортостан төҙөлөш комплексының, "Рәсәй граждандарына - арзан һәм уңайлы торлаҡ" өҫтөнлөклө милли проектын бойомға ашырыуҙан тыш, башҡа бурыстары ла бик күп. Күрәһегеҙме, хәҙер төбәккә ниндәй инвестициялар күләме килә. Шуға күрә, торлаҡтан тыш, беҙ социаль-мәҙәни-көнкүреш объекттары, сауҙа үҙәктәре, яңы заводтар, предприятиелар һәм башҡа бик күп нәмәләр төҙөйбөҙ.
       - Шулай ҙа төп бурыс булып республика халҡын торлаҡ менән тәьмин итеү ҡалалыр, тип уйлайым?
       - Беләһегеҙме, республика етәкселеге Башҡортостандың төҙөлөш комплексы алдына йыл һайын һәр кешегә берәр квадрат метр төҙөү бурысы ҡуйҙы. Йәғни йылына дүрт миллиондан ашыу торлаҡ "квадраты" тапшырырға. Былтыр республика буйынса 1,856 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде, быйыл кәмендә 2,2 миллион "квадрат" тапшырырға планлаштырабыҙ. Йәғни аҡрынлап ҡуйылған маҡсатҡа яҡынлашабыҙ. Әммә шуны әйтер инем, өҫтәмә инвестициялар йәлеп итмәйенсә, кадрҙар әҙерләмәйенсә, төҙөлөш материалдары етештереү буйынса яңы предприятиелар төҙөмәйенсә тороп, яңы торлаҡ, шул иҫәптән социаль торлаҡ та, күләмен ҡырҡа арттырыуға өлгәшеп булмаясаҡ.
       - Был йүнәлештә ниндәй эштәр алып барыла һуң?
       - Төҙөлөш материалдары сәнәғәтен үҫтереүгә килгәндә, бөгөн республикала бер нисә завод төҙөлә һәм модернизациялана. Мәҫәлән, бөтә кирбес заводтарында ла тиерлек (ә улар республикала 20-нән ашыу) ҡорамалдар иҫкергән. Күп предприятиелар хәҙер яңыһын һатып ала, Өфө районында йылына 250 мең кубометр ҡеүәт менән стена материалдары (газосиликаттар) заводы төҙөлә. Ошондай уҡ завод Нефтекамала төҙөлә. Ауырғазы районында йылына 80 миллион дана кирбес сығарыу буйынса завод һәм башҡа предприятиелар барлыҡҡа киләсәк. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, уларҙың эше индереләсәк торлаҡ күләмен йылына өс миллион квадрат метрға тиклем арттырырға булышлыҡ итәсәк.
       - Ләкин хәҙер торлаҡ "тик кирбестән генә" төҙөлмәй бит...
       - Тап шулай. Билдәле булыуынса, хәҙер "торлаҡ" милли проектын тормошҡа ашырғанда аҙ ҡатлы торлаҡҡа төп баҫым яһала. Күп ҡатлынан айырмалы рәүештә, yны төрлө материалдарҙан төҙөргә мөмкин: кирбестән, стена панелдәренән, ағастан, бурсанан һәм башҡаларҙан. Әлбиттә, үҙҡиммәт һәм "цементҡа бәйлелек" тә кәмей.
       Әйткәндәй, хәҙер Башҡортостанда ағас-каркас һәм ағас-панель йорттар төҙөлөшө лә үҫешә. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә тиклем конструкциялар кустарь ысул менән етештерелә, ә бит ағас каркастарҙы һәм панелдәрҙе сәнәғәт нигеҙендә етештереү күпкә рационалерәк булыр ине. Был мәсьәлә лә хәҙер хәл ителә.
       Үҙебеҙҙе төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеү - беренсе сираттағы мәсьәлә. Етмәһә, төрлө һәм мөмкин тиклем заманса материалдар менән. Бөгөн, мәҫәлән, OSB плиталары (эре юнысҡыларҙан етештерелгән) ҙур һорау менән файҙалана. Шуға күрә лә беҙ хәҙер МДФ плиталары етештереү буйынса Мәләүез заводы базаһында OSB плиталары етештереү буйынса предприятие төҙөү мәсьәләһен ҡарайбыҙ. Һәм был республика төҙөлөш материалдары сәнәғәтендә һуңғы пункт түгел.
       - Һәм бында, әлбиттә, кадрҙар мәсьәләһе, дөрөҫөрәге, етешмәүе килеп тыуа...
       - Дөп-дөрөҫ. Беҙ барыбыҙ ҙа төҙөлөш технологияһы һәм методикаһы бер урында тормауын, ә даими үҫешеүен яҡшы аңлайбыҙ. Тимәк, ошо технологиялар буйынса эшләргә һәләтле кадрҙар етешмәүе килеп тыуа. Кадрҙар мәсьәләһен беҙ ҡайтанан әҙерләү юлы менән хәл итергә йыйынабыҙ. Уны Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Өфө төҙөлөш колледжы базаһында үткәрәсәкбеҙ.
       - Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал