6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Акциялар

Водителдәр һәм йәйәүлеләр: синфи дошманлыҡтан үҙ-ара ихтирамға
04.06.08


       Водителдәр һәм йәйәүлеләр - синфи дошмандар. Ниңәлер был Өфөгә айырыуса хас. Водителдәр, светофорҙың тыйыусы сигналына ҡарамаҫтан, йәйәүлеләрҙән тиҙерәк үтеп китергә тырышҡан осраҡтар һирәк түгел. Ә светофор булмағанда кешеләргә юл аша сығыу өсөн эшләнгән "зебра" алдында тиҙлекте яйлатыу - был инде бик һирәк күренеш, йәйәүлеләр тығыҙ автомобиль ағымында "тәҙрә" көтөргә мәжбүр. Ә бит РФ Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә аныҡ итеп әйтелгән:
       пункт 14.1. Транспорт сараһы водителе йәйәүлеләр өсөн көйләнелмәгән юл аша сығыу урынында йәйәүлеләргә юл бирергә тейеш.
       14.2. Әгәр көйләнмәгән юл аша сығыу урыны алдында транспорт сараһы туҡтаһа йәки хәрәкәтен аҡрынайтһа, күрше полосалар буйынса хәрәкәт итеүсе транспорт саралары водителдәре был транспорт сараһы алдынан йәйәүлеләр юҡ икәнлегенә инанғас ҡына хәрәкәтен дауам итә ала.
       14.5. Бөтә осраҡтарҙа, шул иҫәптән йәйәүлеләр өсөн юл аша сығыу урындарынан тыш та, водитель аҡ таяғы менән сигнал биргән һуҡыр йәйәүлеләрҙе үткәрергә тейеш.
       14.6. Водитель, әгәр пассажирҙарҙы ултыртыу йәки төшөрөү транспорт йөрөгән урында йәки унда урынлашҡан ултыртыу майҙансығында барһа, туҡталыш урынында торған маршрут сараһына барған йәки унан килгән йәйәүлеләргә юл бирергә тейеш.
       Шундай уҡ миллионлы Һамарҙа йәки Түбәнге Новгородта был ҡағиҙәләрҙе күҙәтәләр: бер кешенең "зебра"ға аяҡ баҫыуы була, хәрәкәт шунда уҡ туҡтай. Хәйер, ниңә алыҫ йөрөргә? Үҙебеҙҙең Стәрлетамаҡта үҙҙәрен ихтирам иткән водителдәр, юл аша сығыу урынына яҡынлашҡас, тиҙлектәрен кәметә һәм кешеләргә юл бирә.
       "Ҡала күҙәтеүе: "изге зебра" социаль акцияһын ойоштороусылар - Өфө буйынса Эске эштәр идаралығының ЮХХДИ бүлеге һәм "Ҡала күҙәтеүе" интернет-порталы - Өфө водителдәрен һәм йәйәүлеләрен килештерергә ҡарар иттеләр, был турала улар Өфө мэрияһындағы матбуғат конференцияһында һөйләне.
       - Водителдәребеҙ йәйәүлеләрҙе үткәрергә теләй ул, ләкин күптәре төп ике сәбәп арҡаһында быны эшләмәй, - тип һөйләне "Ҡала күҙәтеүе" вәкилдәре. - Берәүҙәре, улар туҡтатһа ла, күрше полосалағы водитель туҡтамай, йәйәүлене һуҡтырып китеүе ихтимал, тип һылтана, ә икенселәре, үҙе һәм үҙ машинаһы өсөн ҡурҡа, сөнки уның артынан килеүсе автомобиль уға арттан килеп һуғылыуы мөмкин, тиҙәр.
       Һығымта? Барыһының да юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтеүе һәм юл хәрәкәтендә бөтә ҡатнашыусыларға ихтирамлы мөнәсәбәт кенә водителдәрҙә лә, йәйәүлеләрҙә лә тәртип мәҙәнилеге тәрбиәләргә ярҙам итәсәк. Акцияны ойоштороусылар тап шуға баҫым яһай ҙа инде. 2 июндән 6-һына, һуңынан 16 июндән 20-һенә тиклем сәғәт 10-дан 13 сәғәткә тиклем Өфөнөң транспорт иң күп йөрөгән, "Йәйәүлеләр өсөн юл аша сығыу урыны" билдәһе һәм "зебра" менән билдәләнгән көйләнмәгән юл аша сығыу урындарында ЮХХДИ экипаждары дежур итәсәк. Был акция уҡыусыларҙың йәйге каникулдары башланған осорҙа айырыуса актуаль. Практиканан күренеүенсә, тап уҡыу йылы тамамланғандан һуң тәүге көндәрҙә балалар ҡатнашлығында юл-транспорт һәләкәте иҫәбе арта. Әйткәндәй, милиционерҙар менән бергә йәш хәрәкәт инспекторҙары отрядтарынан балалар ҙа дежур итәсәк. Улар йәйәүлеләрҙе үткәргән әҙәпле водителдәргә - "Мин йәйәүлеләрҙе үткәрәм" махсус айырыу билдәһе, ә йәйәүлеләргә яҡтылыҡты сағылдырыусы йәбештерелә торған ҡағыҙҙар тапшырасаҡ.
       Авариялар статистикаһы буйынса Өфөлә иң хәүефлеләр булып түбәндәге көйләнмәгән юл аша сығыу урындары иҫәпләнә.
       Октябрь районы:
       - Октябрь проспектында "Үҫмерҙәр китапханаһы" туҡталышында;
       - Жуков урамында (Сипайлово биҫтәһе) "Техно" магазины ҡаршыһында;
       - Жуков урамында "Сипайлово" сауҙа-сервис комплексы ҡаршыһында;
       - СССР-ҙың 50 йыллығы урамында "СССР-ҙың 50 йыллығы" туҡталышы эргәһендә Октябрь проспекты яғына.
       Орджоникидзе районы:
       - Ҡулса урамында Колхоз баҙары районында.
       Калинин районы:
       - Сельский Богородский һәм Ферин урамдары сатында;
       - Беренсе Май урамында "Восьмиэтажка" туҡталышы районында.
       Киров районы:
       - Фрунзе урамында Башҡорт дәүләт академия драма театры эргәһендә;
       - Ырымбур трактында "МЕТRО" магазины эргәһендә.
       Ленин районы:
       - Ленин һәм Достоевский урамдары сатында 39-сы мәктәп эргәһендә;
       - Әхмәтов урамында (Затон) 46-сы мәктәп ҡаршыһында.
       Совет районы:
       - Менделеев урамында "Кондитер фабрикаһы" туҡталышы эргәһендә;
       - Черниковка яғына барғанда "Мир" фирмаһы" троллейбус туҡталышында.
       Дим районы:
       - Үҙәк урамда ЮХХДИ бинаһы эргәһендә;
       - Ухтомский һәм Правда урамдары киҫелешендә.
       Тап ошо урындарҙа йәйәүлеләр ҡатнашлығында юл-транспорт һәләкәттәре күберәк була. Быйыл дүрт айҙа ғына Өфөлә 282 йәйәүлеләрҙе тапатыу осрағы теркәлде. 277 кеше имгәнде, ә 14-е һәләк булды. Йәйәүлеләр ҙә, әйтергә кәрәк, гонаһһыҙ түгел. Ҡала дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Зөһрә Рәхмәтуллина белдереүенсә, статистика буйынса йәйәүлеләрҙе тапатыу бөтә аварияларҙың 56 процент тирәһен тәшкил итә. Осраҡтарҙың яртыһында тиерлек йәйәүлеләр үҙҙәре ғәйепле. Рәхмәтуллина апрель айында үткәрелгән юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙарын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән акцияны иҫкә алып үтте. Сара үткәрелгән өс көн эсендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тейешһеҙ урында йәки светофорҙың тыйыусы сигналына юл аша сыҡҡан 566 йәйәүлене асыҡланы.
       2008 йылдың ғинуар-апрель айҙарында Өфө юлдарында 511 юл-транспорт һәләкәте теркәлгән, уларҙа 21 кеше һәләк булған, 560 кеше имгәнгән. Балалар ҡатнашлығында 51 аварияла бер бала һәләк булған, 50 - яраланған.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал