6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Фестивалдәр

Оммун - афарин!
03.06.08


       Бынан бер көн алда абына-һөрөнә ашығып йүгерәм, ә үҙем, ниңә был хәтлем ашығам һуң әле, тип уйлайым. Ишек алдында тәртип һаҡсыларын күргәс кенә туҡтап ҡалдым. Атлаған ыңғайы хеҙмәт танытмамды эҙләп табырға маташам, әммә ҡара кейемдәге кешеләр бик мөләйем булып сыҡты - рәхим итегеҙ, тик сумкағыҙға күҙ һалырға ғына рөхсәт итегеҙ. Бөттө. Бер ниндәй проблема юҡ. Мин Конгресс-холда.
       Концерт залына килеп ингәс кенә ашығырға кәрәк булғанлығын аңланым - ҙур залда көскә буш урын табып алдым. Сара башланыуы кисектерелә, халыҡ һаман ағыла, ә был ҡыҙыҡлы нимәлер көтөлөүен билдәләй. Төрки йәштәренең "Урал моңо" Халыҡ-ара конкурс-фестивале үткәрелә башлағандан алып тәүге тапҡыр лауреаттарҙың гала-концерты Конгресс-холда үтте. Ике йылға бер тапҡыр ул һәләтле йәш башҡарыусыларҙы Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында йыйҙы. Әммә элеккеләре менән сағыштырғанда 2008 йыл фестивале күпкә киңерәк булды, унда 110 кеше ҡатнашты. Улар Төркиә һәм Монголия, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан һәм Бурятия, Ҡалмыҡстан һәм Хакасия, Автономиялы Ҡырым Республикаһынан, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Алтай, Дағстан, Татарстан, Тыва, Саха (Якутия), Ҡабарҙы-Балҡар, Ҡарасәй-Черкес республикаларынан, Кемерово һәм Һамар өлкәләренән килде. Республикабыҙҙан "Урал моңо- 2008"ҙә Өфөнән Гүзәл Аҫылбаева, Илнур Миғманов һәм "Йондоҙҙар" төркөмө, Балаҡатай районынан Гүзәл Фазылова, Ейәнсура районынан "Уралтау" вокаль-инструменталь ансамбле һәм Сибайҙан "Тархан" төркөмө.
       Конкурс жюрийы рәйесе композитор Урал Иҙелбаев әйтеүенсә, былар, нигеҙҙә, профессиональ булмаған, һәүәҫкәр башҡарыусылар. Комиссия ағзалары конкурсҡа йәш йырсыларҙы йәлеп итеүгә, уларға киләсәктә эстрадаға үтеүгә ярҙам итеүгә баҫым яһаны.
       "Урал моңо-2008"ҙең ике һайлап алыу турында ла зал тулы булды, тиҙәр. Тамашасылар һәм әүҙем көйәрмәндәр араһында өфөләр генә түгел, бөтә конкурсанттарҙың да яҡташтары ла булған. Ике һайлап алыу туры йомғаҡтары буйынса 20 ҡатнашыусы төрки йәштәренең "Урал моңо-2008" ХIV Халыҡ-ара конкурс-фестивале лауреаттары һәм дипломанттары булды. Улар барыһы ла йомғаҡлау гала-концертында сығыш яһаны.
       Концерттың стилен танылған ҡурайсы Роберт Юлдашев билдәләне, ул сәхнәгә хөрмәтле ҡунаҡ сифатында сыҡты. Ике гитараға һәм һуҡма музыкаль ҡоралдарға ҡушылып башҡарған композицияла шаман ритмдары лирик тайпылыуҙар менән сиратлашты. Конкурсанттарҙан хәҙер нимә көтөргә һуң, улар ғәҙәттән тыш нимә тәҡдим итә алыр? Беләһегеҙме, хайран иттеләр. Башта фестивалдә ҡатнашыусыларҙың барыһының да сәхнәгә сығып баҫыуы бик матур булды. Берәүҙәре сағыу милли костюмда һәм иҫ китмәле баш кейемдәрендә, икенселәре - һуңғы мода буйынса тегелгән Европа күлдәктәрендә. Бигерәк тә йырҙы башҡарыуҙары менән таң ҡалдырҙылар. Жюри ағзаларына иң яҡшыларҙы һайлап алыу бик ҡатмарлы булғандыр инде - конкурсҡа төрлө республикаларҙан иң һәләтле йырсылар йыйылған бит. Ҡырғыҙстандан Нэна матур композиция башҡарҙы, Тыва Республикаһынан Монгуш Сайдаштың тауышы иҫ киткес, Төркиәнән Эмель Бәшир дәртлелеге менән хайран итте.
       Фестиваль барған бөтә өс көндә смс-хәбәр ебәреп, үҙеңә оҡшаған башҡарыусы өсөн тауыш бирергә мөмкин ине. Иң күп тауышты Дағстандан апалы-һеңлеле Джума һәм Аида Аманғоловалар йыйҙы, уларға акцияны ойоштороусылар кеҫә телефондары бүләк итте. 272 смс оҙатҡан иң әүҙем көйәрмән үҙе лә аҡсалата бүләк алды. Әммә был кисте ул сәхнәгә күтәрелмәне, ойоштороусылар уға шылтыратып та ала алманы.
       Абруйлы Халыҡ-ара конкурс Гран-прийын яулаусыға килгәндә, бында жюри ағзалары ла, залдағы тамашасылар ҙа берҙәм булды. 2008 йылда уны Тыва Республикаһынан Сайлыҡ Оммун яуланы. Концертта ул ике йыр башҡарҙы, икеһе лә шул тиклем көслө тәьҫир яһаны, хатта тән сымырлап китте. Бәләкәй генә буйлы нәфис ҡыҙҙың тауышы шул тиклем көслө, ул төрлө диапазонда яңғыраны, хатта күптәр бер генә кеше йырлауына ҡапыл ышанмай торҙо. Сайлыҡ өзләп йырлап та күрһәтте, бында ул ел иҫеүен дә, осоп киткән ҡоштарҙың ҡанат ҡағыуын да бирә алды. Үҙ тауышы менән мөғжизә яһауы уға лайыҡлы еңеү килтерҙе.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал