6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Ума Турман һәм "Звери" менән хоккей байрамы
03.06.08


       "Ә бөгөн ниндәй байрам һуң?" - тип ғәжәпләнде юлда осраусылар. Килешегеҙ, ысынлап та сәйер. Ҡәҙимге көн, ә Ленин исемендәге майҙанда сәхнә ҡуйылған, иҫәпһеҙ-һанһыҙ халыҡ йыйылған, аҙым һайын милиционерҙар, бөтә ерҙә һауа тултырылған шарҙар, флагтар елберҙәй, өҫтәүенә Октябрь проспектын япҡандар... Өфөлә хәҙер әллә йома көнөн шулай киң билдәләй башланылар микән?
       Ләкин ысынында был тиклем тантаналы шарттар өсөн сәбәп бар ине. Һәм бик ҡыуаныслы сәбәп. Өфөлә Рәсәй чемпионатында еңеүселәрҙе - беҙҙең легендар "Салауат Юлаев" хоккей командаһы ағзаларын хөрмәтләү тантанаһы үтте. Башҡортостандан команда хоккей буйынса ил беренселегендә көн һайын "алтын" яулап тормай бит!
       Яратҡан командаһын ҡотларға, уйынсылар өсөн тағы бер тапҡыр шатланырға һәм тыуған республикаһы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерергә тик иң вайымһыҙҙар һәм ялҡауҙар ғына килмәне.
       Был ваҡытта "Өфө-Арена"ға билет һатып алыуға аҡсаһын йәлләмәгән ысын хоккей фанаттары яратҡан командаһын наградлау тантанаһын туранан-тура ҡарай һәм Рәсәй эстрадаһы мегайондоҙҙары Филипп Киркоровтың һәм Валерияның сығыштарын күрә алдылар. Бының нисек үтеүе хаҡында Олег Черновтың материалында уҡығыҙ.
       Мине иһә, спорттың ирҙәр төрөн бигүк яратмаусы кеше булараҡ, йәштәргә яҡыныраҡ - Ленин исемендәге майҙанға ебәрҙеләр. Йыйылыусыларҙың барыһын да Рәсәй күләмендәге йондоҙҙар - популяр "Uma2rmaH" төркөмө һәм Рәсәйҙең иң яҡшы рок-төркөмө - "Звери" килеүе хайран итте.
       - Эйе-е, хөкүмәтебеҙ йондоҙҙарға һаранланмаған, күрәһең, "байрам булғас, байрам булһын әйҙә!" тигәндер инде, - тигән һүҙҙәр ишетелеп ҡалды.
       "Uma2rmaH" солистары бер туған Крестовскийҙар сығышҡа әҙерләнгәнсе, Ленин майҙанындағы тамашасыларҙы үҙебеҙҙең Башҡортостан йондоҙҙары "һыйланы". Улар рус, башҡорт һәм инглиз телендә йырҙар йырланы һәм барыһын да байрам менән ҡотланы. Халыҡ та ҡалышманы. Ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, кешеләр бейене, ҡушылып йырланы, төрлө спорт лозунгыларын ҡысҡырып әйтте.
       "Uma2rmaH" төркөмө сәхнәгә сығыуға бейеп һәм төрлө эсемлектәр эсеп ҡыҙып алған тамашасылар бөтә нәмәгә әҙер ине. Ә яратҡан йырҙары ишетелгәс, кешеләр сылбырҙан ысҡындымы ни... Улар милиция кордоны аша үтеп, сәхнәгә яҡыныраҡ барырға маташты. Милиция хеҙмәткәрҙәренә кисә барышы буйына ҡыҙып алған халыҡты яҡын ебәрмәй, оборона тоторға тура килде.
       Әммә был артистар сығышында бер нисек тә һиҙелмәне. Ағалы-энеле Крестовскийҙар тамашасыларҙы үҙ хиттары менән шатландырыуын дауам итте. Бер сәғәтлек үҙ сығышы аҙағында "Uma2rmaH" үҙенең иң моңһоу "Проститься" йырын башҡарҙы. Был мәлдә ҡайһы бер тамашасыларҙың күҙҙәренән хатта йәштәр бәреп сыҡты. Әммә кешеләргә оҙаҡ күңелһеҙләнергә бирмәнеләр. Концертты алып барыусылар, Өфөнөң билдәле радиотапшырыуҙар алып барыусылары Илья Подольский менән Константин Бережной, тантананың туранан-тура сәбәпселәре - "Салауат Юлаев" командаһы килеүе тураһында иғлан итте. Ярһыған халыҡ шунда уҡ хоккейсылар кортежына ташланды. Был мәлдә кешеләр яратҡан уйынсыларын ботарлап ташларға, бик булмаһа, тешләп алырға әҙер ине, кеүек тойолдо. Әммә шунда уҡ хоккейсыларға ярҙамға милиционерҙар килде, һәм, Аллаға шөкөр, барыһы ла ҡорбанһыҙ тамамланды. Команда сәхнәгә имен-аман килеп етте, унда уларҙы Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев ҡаршы алды. Ул геройҙарҙы тағы бер тапҡыр еңеүҙәре менән ҡотланы?
       - Беҙ үҙебеҙ яратҡан "Салауат Юлаев" хоккей клубының Рәсәй чемпионы булыуына бик шатбыҙ. Беҙҙең әле бер ҡасан да "алтыныбыҙ" булғаны юҡ ине, һәм, ахыр килеп, һеҙҙең уны яулауығыҙ менән ғорурланабыҙ. Бөгөн һеҙ Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡулынан юғары хөкүмәт наградалары алдығыҙ. Тағы бер тапҡыр еңеү менән һеҙҙе!
       "Салауат Юлаев" командаһы капитаны Владимир Антипов юғалып ҡалманы һәм бөтә йыйылыусылар адресына рәхмәт һүҙҙәре әйтте:
       - Барығыҙҙы ла бөйөк хоккей байрамы менән ҡотлайым. Һеҙҙең бөтәгеҙҙең дә бында йыйылыуығыҙға мин бик шатмын. Был беҙҙең бөтә команда өсөн ҙур хөрмәт. Бөтә миҙгел буйына һеҙҙең беҙҙе яҡлауығыҙ менән беҙ бик бәхетлебеҙ.
       Ләкин байрам бының менән тамамланманы. Халыҡтың шатланышып ҡысҡырыуы аҫтында сәхнәгә "Звери" төркөмө сыҡты. Үҙҙәренең тәүге "Для тебя" йырын улар үҙ фанаттарына арнаны.
       Төркөм солисы Рома Зверь "Салауат Юлаев"ты еңеү менән ҡотланы. "Звери" төркөмө Өфөгә теләп килеүҙәрен һәм уларға Өфө тамашасыһы оҡшауын әйтеп үтте. Халыҡ та уға яратыуын белдерҙе. Баҡһаң, тамашасылар "Звери" төркөмөнөң бөтә йырҙарын яттан беләләр икән, Ромаға йырларға бөтә майҙан ярҙам итте. Хатта сәғәт буйына йырлағас та, "Звери" сәхнәне ташлап китергә теләмәне. Әлбиттә! Тамашасының был тиклем йылы ҡабул итеүе бик һирәк була бит.
       "Южная ночь" йырын башлау менән бөтә майҙан бейергә төшөп китте. Хатта гранит Владимир Ильич Ленин да ҡыуанысынан бейегән төҫлө тойолдо. Һәр хәлдә, һәйкәл сәхнә артынан ҡарап, тамашасыларға шатланып ҡулын "болғаны". Дөйөм алғанда, бик һөйкөмлө атмосфера булды. Хатта милиция хеҙмәткәрҙәренең күңеле йомшара төшөп, бигүк айыҡ булмаған өфөләргә йылмайып ҡараны.
       Ләкин бер нәмә лә мәңге дауам итмәй. Һәр байрам да иртәме-һуңмы аҙағына яҡынлаша. "Звери" төркөмөнөң һуңғы йырына ла тамашасылар ҡушылып йырлап оҙатты.
       Ошо ваҡытта Ленин исемендәге майҙанда, Дуҫлыҡ Монументында, Ҡашҡаҙан күлендә һәм "Химик" Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда бер үк ваҡытта байрам салюттары күкте яҡтыртты. Күңелле хоккей байрамы шуның менән тамамланды.
       Хәҙер беҙгә киләһе хоккей миҙгелен көтөргә һәм яңы көс менән "Салауат Юлаев" өсөн көйөргә генә ҡала.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал