6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Тантана матчы
02.06.08


       Өфө яратҡан командаһының чемпионлығын байрам итте. Был байрам беҙгә тәүге тапҡыр килде, шуға күрә бик күп аҡса һалыуға һәм ярайһы уҡ күләмдә әҙерлек эштәре башҡарыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер етешһеҙлектәрһеҙ үтмәне. Башҡалар нисектер, ә мин боҙҙағы йәнле, көтөлмәгән, ирҙәрсә уйынды һағындым, шуға күрә бөтә күрелгәндәр нигеҙендә виртуаль хоккей матчы үткәрергә ҡарар иттем. Унда байрамдағы уңышһыҙ яҡтарҙы кәүҙәләндереүсе "Хаталар" командаһы иң яҡшы сифаттарҙы кәүҙәләндереүсе "Алтын Салауат Юлаев" менән эмоциональ осрашыуҙа ярыша.
       Ултырғыс йәки кресло арҡаһына һөйәнеп ултырығыҙ. Күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙҙең алда текст яҙылған монитор түгел, ә легендар комментаторҙарҙан, әйтәйек, Вадим Синявскийҙың йәки Николай Озеровтың тауышы яңғыраған иҫке радиоприемник, ти.
       - Иғтибар итегеҙ! Совет Башҡортостаны һөйләй һәм күрһәтә! Беҙҙең микрофон буласаҡ "Өфө-Арена"ның иркен һәм яҡты ябыҡ стадионында урынлаштырылған, унда бөгөн "Алтын Салауат Юлаев" хоккей командаһы менән танылған яңылышыуҙар оҫталары - "Хаталар" клубы керлингистары араһында еңелдән булмаған матч үтәсәк.
       Шулай итеп, беренсе осор - наградлау. Майҙан уртаһында ташлау. Микрофондар эргәһендә - урындағы театр йондоҙо Рушана Бабич һәм минең коллегам Дмитрий Губерниев. Бөгөн улар, әлбиттә, "Салауат" яғында уйнай. Шунда уҡ "юлаевсылар" һөжүмгә ынтыла - лазер шоуын күрһәтәләр.
       Бөгөнгө кисәнең төп геройҙары яңғыҙ сығыш яһай һәм шунда уҡ позиция оборонаһында үҙ урындарын биләй. Имгәнгән һәм операция яһатҡан Александр Еременконың сығышы - гол! Хоккей ҡапҡа һаҡсыһы шайба ташлай - был донъя практикаһында бик һирәк осраҡ! Александр Еременко ҡултыҡ таяғына таянған - уның тубығына операция яһалған, шуға ҡарамаҫтан, үҙе атлап йөрөргә тырыша. Был оҙаҡ беҙҙең хәтерҙә ҡаласаҡ.
       Шунда уҡ тиерлек алҡыштар өйөрмәһен хоккей буйынса донъя чемпионаты финалы геройҙарының береһе Алексей Терещенко тартып ала. "Салауат Юлаев" файҙаһына иҫәп 2:0. Бөтә Рәсәй буйынса бысраҡ уйыны менән танылған "хаталар" нимә тип яуап бирер? Үкенес, еңеүсе команданың өс уйынсыһы - Милан Гниличка, Радек Филипп һәм Константин Кольцов - килмәгән, шуға күрә иҫәп шунда уҡ 2:3.
       Ә бына "хаталарҙың" иң ҡурҡыныс форварды Микрофонов. Ул үҙенең иң яуыз ташлауын яһай - хатта аҙ ғына арауыҡта ла тауышты насар тота. Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов сығыш яһаған ваҡытта тамашасы клубтың төп көйәрмәне нимә һөйләгәнен бик асыҡ аңлай алмай. Иҫәп 2:4.
       Хәлде тамашасылар ҡотҡара. Мортаза Рәхимов һөйләгән бөтә мөһим һүҙҙәрҙе улар көслө алҡыштар менән хуплай. Президентты көслө ҡул сабыуҙар менән бер нисә тапҡыр өҙәләр - кешеләр был кешенең хәстәрлегенән тыш Өфөлә хоккей бөтөнләй булмаҫ ине икәнлеген яҡшы аңлай.
       - Беҙҙең ил хоккей буйынса - яңынан донъяла иң көслөһө! Ә һеҙ - Рәсәйҙә иң көслөләр! - ти Рәхимов, һәм тамашасы тағы ла ҡыуанысын йәшермәй, 3:4.
       Уйынсыларға, тренерҙарға, етәкселәргә һәм хеҙмәтләндереүсе персоналға наградалар тапшыралар: "Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" ордены, "Салауат Юлаев" ордены, "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре" почетлы исеме, Башҡортостан Республикаһының Почет Грамотаһы, 4:4. Әммә ныҡышмалы форвард Микрофонов яңынан тамашасыларға еңеүселәрҙең рәхмәт һүҙҙәрен ишетергә бирмәй, 4:5.
       Бына йәш хоккейсылар Рәсәй чемпионатының төп кубогын алып сығалар. Был 5:5, хөрмәтле иптәштәр!
       Байрамдың башҡа ҡунаҡтары ла чемпион командаһы өсөн сығыш яһай. Легендар Владислав Третьяк "Хаталар"ҙың һөжүм итеүсеһен алдарға маташа һәм икенсе тауышты тотоп алыусыға бара. Ләкин был да ярҙам итмәй. Микрофонов - сыныҡҡан етешһеҙлектәр оҫтаһы, етмәһә, уның тәжрибәһе лә күберәк, 5:6.
       "Алтын команда" уйынсылары еңеүселәр миҙалдары менән наградлана - был бик мөһим гол, 6:6. "Салауат Юлаев" хоккей буйынса Европа чемпиондары лигаһында ҡатнашыуға сертификат ала, 7:6! Беҙгә шундай хоккей кәрәк тә!
       Уйынсыларға чемпиондар ҡашлы йөҙөктәре тапшыралар, 8:6. Интернет менән күп файҙаланыусыларға Азимут исеме аҫтында билдәле көйәрмән үҙенең "Невозможного нет" хитын йырлай, 9:6.
       Рәсәй Хоккей федерацияһы приздары менән үҙ номинацияларында еңеүсе булараҡ түбәндәгеләр билдәләнде: Александр Еременко - миҙгелдең иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы, Алексей Терещенко - үҙәктәге иң яҡшы һөжүм итеүсе, Виталий Прошкин - иң яҡшы һаҡсы, Сергей Михалев - иң яҡшы баш тренер һәм Вадим Рыбинский - иң яҡшы клуб етәксеһе. 10:6.
       Клуб наградаларын түбәндәге иптәштәр алды: Александр Еременко (иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы), Алексей Терещенко (иң яҡшы бомбардир), Игорь Щадилов (иң яҡшы һаҡсы), Александр Пережогин (иң яҡшы һөжүм итеүсе). Артем Гордеев - иң яҡшы йәш уйынсы, Владимир Антипов - иң файҙалы уйынсы. Игорь Волков - тамашасы симпатияһы призы, Николай Заварухин - командаға бирелгәнлеге өсөн награда менән, Владимир Воробьев иң тәжрибәле хоккейсы булараҡ билдәләнде. Мирослав Блатяк миҙгелдәге бөтә матчтарҙы үткәреүсе булараҡ "Тимер кеше" титулы алды. Олег Твердовский - "Мистер плей-офф", 11:6!
       Тамашасылар шатлана - Алексей Терещенко, Виталий Прошкин, Александр Еременко хоккей буйынса донъя чемпионы кубогын үргә күтәрәләр. Был "юлаевсылар" йыйылма команда өсөн уйнанылар һәм ҙур еңеүгә өлөш индерҙеләр, быны улар оҙаҡ йылдар хәтерләйәсәк әле, 12:6.
       Икенсе 20 минутлыҡ - музыкаль-цирк тамашаһы. Бейектә һоҡланғыс трюктары менән һауа гимнастары. Хатта даими тәүәккәллеккә күнеккән хоккейсылар ҙа тамашаға хайран ҡала - 13:6.
       Нәфис һәм фонограммаһыҙ йырлаусы Валерия үҙенең төҙ аяҡтары ҡатнашлығында "Алтын Салауат Юлаев" өсөн тағы бер шайба индерә. Судьялар, ғәҙәттә, ундайҙы иҫәпкә алмай, әммә бындай ханым өсөн иҫкәрмә яһай, 14:6. "Хаталар" ҡапҡаһы үткәрелгән шайбаларҙың күплегенән ҡыйшая башлай.
       Фанаттар ҡушыла. Валерияның иң яҡшы альбомынан "Самолет" йырында ҡушымталағы ике урында - "са-а-амолет" һәм "че-е-ерез год" тип йырлайһы урынға көйәрмәндәр "Са-а-алауат" тип йырлай. Ғәфү итегеҙ, мауығып китеп, үҙем дә йырлап ебәргәнмен. 15:6, хөрмәтле спорт һөйөүселәр.
       Антипов менән Щадилов Валерияға сәскә һәм "Салауат Юлаев"тың хоккей свитерын бүләк иткәс, көйәрмәндәр унан кейеүен талап итә. Йырсы сәхнә кейемен фанаттар имиджына алмаштырырға тәүәккәллек итмәй, ә был инде "Хаталар" клубы өсөн гол, 15:7.
       Дима Билан "юлаевсылар"ҙы ҡотлай һәм, килә алмайым, тип хәбәр итә. Быны индермәһәләр ҙә мөмкин ине... 15:8.
       Фанаттарҙың йәшәреп, нисектер һомғолланып киткән яҡлау төркөмөнән ҡыҙҙар менән бергә сығышы - был инде 16:8.
       Киләһе сығыш яһаусы Филипп Киркоров. Гол?! ...! Штанга! Әйткәндәй, йырсының талабы буйынса алһыу төҫтәге кейемдә килеүселәрҙе ишектән индермәнеләр. Бына бындай хоккей беҙгә кәрәкмәй - 16:9. Өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың кумиры күп йырҙарын фонограмма аҫтында йырланы - һәм был тағы бер "хата", - 16:10. Киркоровтың эс үҫтереүенә ҡарап йән көйҙө - улай килешмәй ҙә инде! Иҫәптәге айырма юйыла бара - 16:11.
       Филипҡа "Салауат Юлаев"тың свитерын тапшыралар, һәм ул - ҡот осҡос! - шунда уҡ кейеп ала, 16:12. Валерияға Өфө клубы төҫтәре килешер ине, ә бына поп-йырсыла ул команданы мыҫҡыл итеү кеүегерәк күренде. Был кеше сибәр ханым да түгел, "Салауат Юлаев"тың көйәрмәне лә түгел. Хәҙер уға форма дизайнын үҙгәртергә кәрәк булыр. Был "Хаталар" клубының тағы бер голы булды, 16:13.
       Ярай, Киркоров сығышын тамамланы, һәм алда өсөнсө осор - "юлаевсылар"ҙың ҡалаға сығыуы. Автобустарҙан һәм сит ил машиналарынан торған кортеж Октябрь проспекты буйлап бара. Урам буйлап кешеләр баҫҡан һәм улар ҡул болғап ҡала, 17:13. Ленин майҙанында ҡоролған сәхнәлә "Uma2rmaH" һәм "Звери" төркөмдәре сығыштары араһында халыҡ Рәсәй чемпиондарының һәр береһен сәләмләй, 18:13. Матч "Алтын Салауат Юлаев"тың ышаныслы еңеүе менән тамамлана.
       Ойоштороусыларға Конгресс-холда һый-хөрмәт үткәрәһе генә ҡалды, унда "Блестящие" һәм Александр Буйнов сығыш яһаны. Һуңынан ҡаланың бер нисә урынында байрам салюты атылды, иң матуры - әлбиттә, хоккейсылар йыйылған урын эргәһендә булды.
       - Миңә барыһы ла оҡшаны, Губерниев та, - тине Игорь Щадилов.
       - Киркоров фонограммаһыҙ йырланы, - тип раҫлай Алексей Терещенко.
       - Бөтәһе лә бик шәп булды, - тип иң дөрөҫ һүҙҙәр әйтте профессионал Владимир Воробьев, ул шунда уҡ Санкт-Петербургҡа тренер эшенә уҡыуын дауам итергә китте. - Урам буйлап кортежда барғанда меңәрләгән кешенең урамға сығыуы бик ныҡ тәьҫир итте. Беҙ чемпионлыҡ - ул тарих икәнлеген яҡшы аңлайбыҙ. Алда киләһе миҙгел, һәм беҙ үткәнде оноторға тейешбеҙ. Чемпион йөгө ауыр, әлбиттә, тик беҙ уны намыҫ менән йөрөтөргә һәм яңынан-яңы уңыштарға өлгәшергә бурыслыбыҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал