6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Ғаилә

Семеновтарса ғаилә
02.06.08


       - Тупраҡҡа 300 төп кәбеҫтә ултыртырға теләгәйнем, өлгөрмәнем, һеҙ килеп тә еттегеҙ, - 13 бала әсәһе Галина Антоновна Семенова менән беҙҙең һөйләшеү ошолайыраҡ башланды.
       20 йыл тирәһе элек Галина Антоновна ире Валерий Вениаминович менән ғаилә тибындағы үҙ балалар йортон ойошторорға "өлгөрөп етә". Ул заман өсөн был революцион идея була, тип әйтергә мөмкин. Профессиональ ғаилә ҡороу, балалар йортонан балалар өсөн ата-әсә лә, тәрбиәсе лә булыу - ул саҡта был ысынлап та яңы һәм прогрессив була.
       - Беҙ үҙебеҙ ҙур йорт һалырға уйлап тора инек, - тип һөйләй Галина Антоновна иркен кухняла ҙур өҫтәл артында беҙгә сәй яһағанда. - Әммә ғаилә балалар йортон ойошторғандан һуң бер йыл үткәс, Калинин районы хакимиәте беҙгә Максимовкала ҙур коттеджға күсергә тәҡдим итте. Һүҙ юҡ, балаларға бында ҡала фатирындағынан күпкә иркенерәк. Етмәһә, баҡса эргәлә, йәйен йәшелсәләрҙе түтәлдән генә өҙөп индерәһең. Ә коттеджды ремонтлау, ваҡ-төйәктәрен йүнәтеү менән беҙ үҙебеҙ, үҙ көсөбөҙ менән шөғөлләндек...
       Семеновтар ғаиләһендәге 13 баланан өсәүһе генә - үҙҙәренеке. Ҡалған бөтәһе лә республика балалар йорттарынан һәм приюттарынан тәрбиәгә алынған. Башта ғаиләлә Октябрьский балалар йортонан дүрт бала барлыҡҡа килә: туғыҙар йәшлек малай һәм ҡыҙ һәм дүртәр йәш ярымлыҡ ҡына игеҙәк ҡыҙҙар. Ул ваҡытҡа Семеновтарҙың үҙҙәренең ике балаһы була, тимәк, тәрбиәсе тәжрибәһенә эйә булалар. Галина Антоновна мәктәптә уҡыта, һәм, аңлашыла, унда тик имен ғаиләләрҙән балалар менән генә шөғөлләнергә тура килмәй.
       Хужабикә һөйләүенсә, элек балалар йортонан бала алыу өсөн әллә күпме сикләүҙәр була торғайны. Мәҫәлән, әгәр баланың ата-әсәһе уға йылына бер булһа ла хат яҙып ҡуйһа, ундай балаларҙы алырға рөхсәт ителмәне.
       Бөгөн үҙ ғаиләңә тәрбиәгә бала алыу күпкә ябайыраҡ, ләкин был, беҙҙә опекунлыҡ һәм попечителлек буйынса етешһеҙлектәр юҡ, тигәнде аңлатмай. Ғаилә башлығы Валерий Вениаминовичтың (әйткәндәй, ул белеме буйынса юрист) фекеренсә, күптән түгел ҡабул ителгән опека һәм попечителлек тураһында федераль закон баланы тәрбиәгә алыусы ғаиләләрҙең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен ҡыҫа. 2008 йылдың 1 сентябренән башлап яңы ойошҡан һәр аҫрауға алыусы ғаилә опека һәм попечителлек органдары менән түләүле хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү буйынса килешеү төҙөргә тейеш буласаҡ.
       - Аҫрауға алыусы ата-әсәнең балаларға ҡарата үҙ бурысын үтәүе бер нисек тә милек характерында, эшҡыуарлыҡ формаһында булырға тейеш түгел, - тип иҫәпләй Семенов. - Опекаға алған етем балаларға ҡарата ниндәй түләүле хеҙмәтләндереү күрһәтеү килешеүҙәре, ниндәй эшҡыуарлыҡ тураһында һүҙ алып барырға мөмкин? Өсөнсө кеше файҙаһына булһа ла "подрядсы" "заказсы"ға ниндәй "хеҙмәтләндереү" күрһәтергә тейеш? Был осраҡта "подрядсы" "заказсы"ға ниндәй һөҙөмтә тапшырырға, ә һуңғыһы уға түләргә тейеш һуң?
       Семеновтар ғаиләһе инаныуынса, аҫрауға алыусы ата-әсәгә "бүләк" - ул уларҙың "изге ынтылышы", "шәфҡәтлелеге" йәки "балаларға һөйөүе" өсөн түләү түгел бит (был турала бик йыш һөйләйҙәр). Һәм был "опекалағы кешенең милкен үҙ мәнфәғәттәреңдә файҙаланыу" ҙа йәки "опекалағы кеше милкенән килемдәр иҫәбенә бүләкләү" ҙә, йәғни милек йәки файҙа алыу ниәтен ҡәнәғәтләндереү ҙә (был турала тағы ла йышыраҡ һөйләйҙәр) түгел. Ә бигерәк тә подряд йәки түләүле хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү килешеүе буйынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге түгел.
       Аҫрауға алыусы ата-әсәгә "хаҡ" - ул уларҙың хеҙмәтенә, аҫрауға алынған балаларҙы тәрбиәләү, аҫрау, ҡарау, дауалау, белем биреү, хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса вазифауи функцияларын башҡарыуҙарына түләү.
       - Илебеҙҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, етем балалар әле бик күп, - ти Валерий Семенов. - уларҙың ҡайһы берҙәрен, бигерәк тә сәләмәттәрен уллыҡҡа алалар. Ләкин улар араһында бер кемгә лә кәрәк булмаған, тип әйтергә мөмкин, категория бар. Мәҫәлән, бер юлы бер туған алты баланы кем алырға теләһен.
       Шуға күрә был балалар өсөн, тип дауам итә Валерий Вениаминович, иң яҡшыһы - Семеновтар ғаиләһе кеүек ғаиләгә урынлаштырыу. Уларҙа бындай балалар дүртәү - игеҙәктәр Оля менән Надя һәм апалы-һеңлеле Лида менән Юля.
       Кемдәр буталды, аңлатып китәбеҙ: Семеновтар ғаиләһендә хәҙер ете малай һәм алты ҡыҙ. Өлкән ҡыҙҙарына 26 йәш тулды, иң кеселәренә - туғыҙ. Жанна, Надежда, Ольга һәм Алексей (23 йәштән 26 йәшкә тиклемгеләр) айырым, үҙ ғаиләләре менән йәшәйҙәр.
       Бәхәсһеҙ, ата-әсә хеҙмәте - еңелдән түгел. Балаларҙы яҡшы аҫрау ғына аҙ. Һәр балаға үҙ "асҡысын" һайлай белергә, һөйләшеү, өйрәтеү, нимәләлер ярҙам итеп ебәреү өсөн уға ваҡыт табырға кәрәк бит. Галина Антоновнаның фекеренсә, баланың ысын кеше булып үҫеүен теләһәң, тәүлегенә 24 сәғәт буйына уның йәнәшендә булырға, үҙеңде тулыһынса уға арнарға кәрәк. Шул саҡта ғына "бер кемһеҙ" балаларҙа ысын ғаиләлә йәшәү тәжрибәһе барлыҡҡа килер, аҙаҡтан, үҙ "йәмғиәт ячейкаһын" төҙөгәс, үҙ балаларын тәрбиәләү өлгөһө алыр. Юҡҡа ғына "ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр" тимәгән бит халыҡ.
       Алмаштырыусы ғаиләлә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин булыуын бөгөн инде инҡар итеп булмай. Улар былай ҙа күренеп тора. Әйтәйек, Семеновтар ғаиләһенә туғыҙ һәм ун йәшлек Саша һәм Эмиль ике йыл элек социаль приюттан алынған. Шуға тиклем бит улар, ете-һигеҙ йәшлек сабыйҙар, берәҙәк булып, хәйер һорашып йөрөргә лә өлгөргәндәр.
       Әлбиттә, әлегә тиклем урамда йәшәгән балаларға мәктәптә уҡыуы ауырға тура килә. Галина Антоновнаға, малайҙарҙың көндәлектәрендә яҡшы билдәләр барлыҡҡа килгәнсе, улар менән оҙаҡ һәм ныҡышмалы шөғөлләнергә тура килә. Был малайҙарҙың быға тиклемге тарихын белгәнгә күрә, улар миңә үҙ көндәлектәрен күрһәткәс, ғәжәп ҡалдым. 2007-2008 уҡыу йылы өсөн өлгөрөү табелендә бөгөн тик "дүрт" һәм "биш" билдәләре генә теҙелешкән. Был Сашаның, Эмилдең һәм уларҙың ата- әсәһенең ҡаҙанышы түгелме ни?
       Семеновтар ғаиләһендә бындай уңышлы балалар аҙ түгел. Мәҫәлән, 23 йәшлек Алеша - ике ҙур нефть фирмаһы стипендиаты, күптән түгел генә диплом эшен "отлично"ға яҡланы, тиҙҙән ул ӨДНТУ-ны ҡыҙыл дипломға тамамлаясаҡ. Хәҙер ул аспирантураға уҡырға инергә әҙерләнә.
       19 йәшлек Сережа Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын тамамланы. Сергей уҡыуын юғары уҡыу йортонда дауам итер алдынан армияла хеҙмәт итеп ҡайтырға планлаштыра.
       Ә 11-се синыфты тамамлаусы Миша һәм Андрей, ағалары кеүек үк, уҡыуҙарын дауам иттерергә уйлайҙар. Миша - аҙыҡ-түлек техникумына, ә Андрей йылға училищеһына уҡырға инергә теләй. Әйткәндәй, икеһе лә - украин йәкшәмбе мәктәбе ҡарамағындағы "Казаки" фольклор ансамбле солистары. Икеһе лә бер нисә тапҡыр "Артек" балалар лагерында булған.
       Миша менән Андрейҙан тыш, был мәктәпкә Семеновтарҙың тағы алты балаһы йөрөй. Улар украин халҡының телен, мәҙәниәтен, традицияларын һәм ижадын өйрәнә. Юҡҡа ғына уларҙың бишәүһе украин телен өйрәнеүгә Петр Яцек исемендәге конкурс дипломанттары булманы бит. Галина һәм Валерий Семеновтарҙың өс ҡыҙы музыка мәктәбендә лә шөғөлләнә...
       Әйткәндәй, конкурстар тураһында. Ике аҙна элек кенә Семеновтарҙың ғаиләһе Мәскәүгә "Рәсәй ғаиләһе" премияһын тапшырыу тантанаһына саҡырылды. "Рәсәй ғаиләһе" Төбәк-ара йәмәғәт фонды премияһы - ул йәмәғәтселек таныуы символы. Уның лауреаттары - мотлаҡ күп балалы йәки алмаштырыусы ғаиләләр түгел. Галина Антоновна һөйләүенсә, улар менән бергә Кремлдең Съездар һарайы сәхнәһенә күп кенә хеҙмәт, шулай уҡ барыһына ла билдәле династиялар, мәҫәлән, Толстойҙар, Трубецкойҙар, Юдашкиндар фамилиялары сыҡҡан...
       - Беҙ "Йыл ғаиләһе" номинацияһында дипломант булдыҡ, - тип һөйләй Галина Антоновна. - Беҙҙең менән бергә Мәскәүгә биш балабыҙ - Лида, Юля, Алена, Эмиль һәм Саша барҙы. Сәфәребеҙ буйынса бөтә сығымдарҙы үҙенә алған Башҡортостан Хөкүмәтенә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
       Ғаиләбеҙҙә төрлө милләт балалары тәрбиәләнә, һәм беҙ уларҙың береһен дә "үҙебеҙҙекеләргә" һәм "яттарға" айырмайбыҙ. Беҙҙең өсөн улар барыһы ла - үҙебеҙҙеке. Балаларҙы яҡлау көнө айҡанлы барыһын да ошо дата менән ҡотлайым һәм беҙҙең кеүек ғаиләләр күберәк булһын ине, тип теләйем.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал