6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Парламентта

"Газель"дәр кәрәкме?..
30.05.08


       Депутаттарҙы халыҡ һайлай, тимәк, улар һеҙҙең менән беҙҙең вәкилдәр. Парламентта эшләп, улар, иң элек, һеҙҙең менән беҙҙең исемдән сығыш яһай һәм беҙҙең мәнфәғәттәребеҙҙе сағылдыра. Тик бына беҙҙең мәнфәғәттәребеҙ уларға ни кимәлдә билдәле икән? Һеҙ депутатығыҙ менән ҡасан осрашып, уға үҙегеҙҙе борсоған нәмәләр хаҡында һөйләнегеҙ? Депутаттар халыҡ фекерен белеү өсөн улар менән йыш аралашамы?
       Был хаҡта мин Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитетының киңәйтелгән ултырышынан һуң уйландым. Парламентарийҙар халыҡты автомобиль транспорты менән хеҙмәтләндереүҙе регламентлаусы республика закон проектын тикшерҙе. Ул "Башҡортостан Республикаһы территорияһында халыҡты автомобиль һәм ҡала ер өҫтө электр (трамвай, троллейбус) транспорты менән хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу тураһында"ғы БР Законы тип атала.
       - Пассажирҙарҙы йөрөтөүҙең хәүефһеҙлеген күтәреү тураһындағы мәсьәлә күптән инде өлгөрөп еткән, - тине комитет рәйесе Наил Ҡотлогилдин. - ЮХХДИ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр автобус маршруттары ҡатнашлығында 146 юл-транспорт һәләкәте булған, улар эҙемтәһендә 10 кеше һәләк булған, 207 кеше зыян күргән. Быйыл тәүге дүрт ай эсендә 10 меңгә яҡын юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу асыҡланған. Юл ҡағиҙәләрен күҙәтеү мәсьәләләре федераль закондар менән көйләнһә лә, автомобиль һәм ҡала ер өҫтө электр транспорты Уставы хөкүмәттән өҫтәмә норматив хоҡуҡ акттары ҡабул итеүҙе талап итә. Ә Дәүләт Думаһы тарафынан беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән "Халыҡты транспорт менән хеҙмәтләндереүҙе ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында" федераль закон проекты шул ваҡыттан алып хәрәкәтһеҙ ята.
       Автотранспорт менән хеҙмәтләндереү, һис шикһеҙ, мөһим мәсьәлә. Шуға күрә ултырышҡа күп кенә ҡыҙыҡһынған юғары вазифалы персоналар саҡырылды. Улар барыһы ла статистик мәғлүмәттәр килтерҙе, отчеттар уҡыны, аҡыллы һәм хаҡ һүҙҙәр һөйләне.
       Комитет рәйесе урынбаҫары Дмитрий Купцов, тикшерелгән закон проектының төп маҡсаты - хәүефһеҙ автомобиль ташыуҙары, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу өсөн шарттар булдырыу, тине. Был тармаҡта дәүләт көйләүен тәьмин итергә кәрәк. Пассажирҙарҙы ташыу өлкәһендә контролде көсәйтергә, был өлкәлә эшҡыуарлыҡ менән законһыҙ шөғөлләнеү кимәлен кәметергә кәрәк. Был, үҙ сиратында, төрлө кимәлдәр бюджеттарына һалымдар килеүен арттырырға ярҙам итәсәк һәм тармаҡты үҫтереү өсөн инвестициялар йәлеп итеүгә хеҙмәт итәсәк.
       БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры урынбаҫары Николай Протасов:
       - 2006 йыл менән сағыштырғанда былтыр автобустар ҡатнашлығында юл-транспорт һәләкәттәре иҫәбе ете процентҡа артты, - тине. - Статистиканан күренеүенсә, автомобиль ташыуҙары баҙарында договорһыҙ һәм рөхсәтһеҙ эшләүсе намыҫһыҙ әҙәмдәр күп. Килем артынан ҡыуып, улар транспорт закондарын тупаҫ боҙалар һәм хәүефһеҙлек талаптарын һанға һуҡмайҙар. Был юл-транспорт һәләкәттәре иҫәбе артыуға килтерә, намыҫлы ташыусыларҙың, шулай уҡ пассажирҙарҙың законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен ҡыҫырыҡлай.
       БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов та һуңғы ваҡытта автобус водителдәре ғәйебе менән яһалған юл-транспорт һәләкәттәре һаны йылдан-йыл артыуын билдәләне.
       - Юл-транспорт һәләкәттәрендә ғәйепләнеүселәрҙең дөйөм иҫәбендә уларҙың өлөшө 3,3 процент тәшкил итә, - тине ул, - шул уҡ ваҡытта автобустар дөйөм транспорт саралары иҫәбенең ике процентын ғына тәшкил итә бит. Намыҫһыҙ, квалификацияһыҙ водителдәрҙе автотранспорт хеҙмәтләндереүе баҙарына сығарыуға юл ҡуймаҫлыҡ механизм юҡ. Водителдәр маршрутҡа - алдан медицина тикшереүе үтмәйенсә, ә автобустар линияға техник торошон тикшермәйенсә сығарыла. Һәм ошондай водителдәргә, ошондай транспортҡа меңәрләгән өфөләр һәм республиканың башҡа ҡалалары халҡы үҙ ғүмерен ышанып тапшыра.
       Өфө хакимиәтенең транспорт бүлеге начальнигы Николай Плотников:
       - Быйыл 1 ғинуарға мең өфөлөгә 298 автомобиль тура килде, был республика баш ҡалаһы урамдары буйлап хәрәкәт хәүефһеҙлеген һәм ритмлылығын тәьмин итеүҙе ҡатмарлаштыра. Шәхси автобустар өлөшө лә йыл һайын 12-14 процентҡа арта. Өфө территорияһында хәҙер юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға ҡараған бөтә маркалы 10 меңдән ашыу автобус теркәлгән. Дөйөм файҙаланыуҙағы ҡала маршруттарының ғәмәлдәге селтәрен хеҙмәтләндереү өсөн реаль талап 2200 берәмек тәшкил итә. Коммерция режимында эшләүсе 1800 автобус Өфөгә етер ине.
       Ҡалала, Плотников әйтеүенсә, шәхси автобус хужаларының санкцияланмаған эше үҫешкән, был юлдарҙа транспорт тығылыуға һәм авариялар артыуға килтерә лә инде. Йәшертен эшләүселәр, бер-ике автобус һатып алып, уларҙы пик сәғәттәрендә ҡала урамдарына үҙҙәре теләгән маршрутҡа сығара.
       Автомобиль транспорты темаһы, һис шикһеҙ, киҫкен тора. Һәм депутаттарҙың уны күтәреп сығыуы бик яҡшы, әлбиттә. Тик бына ни өсөндөр сығыш яһаусылар күтәргән бөтә проблемаларҙа тик шәхси автобустар, башлыса, "Газель" хужалары ғына ғәйепле кеүек килеп сыҡты. Ҡала урамдарынан "Газель"дәрҙе, ғөмүмән, сығарып ташларға, тигән тәҡдим аныҡ яңғыраны. Ҙур, аҡрын йөрөгән автобустар һанын арттырырға, һәм автотранспортта юғары тиҙлек тә, хәүефһеҙлек менән проблема ла булмаясаҡ, йәнәһе.
       Дөрөҫ, мәҫәлән, Ҡотлогилдин туранан-тура:
       - Минең үҙемдең "Газель"дә йөрөгәнем юҡ, әлбиттә, - тип әйтте.
       Һүҙ юҡ, депутаттар "Газель"дә йөрөмәй. Улар "НефАЗ", "ПАЗ", хатта "Мерседес" йәки "Форд" автобустарында ла йөрөмәй. Уларға вазифаһы буйынса шәхси водителдәр менән еңел автомобилдәр килешә. Шуға күрә улар, ултырышта сығыш яһаусы ҡалғандар кеүек үк, йәмәғәт транспортының ыңғай һәм кире яҡтарын аныҡ ҡына күҙ алдына килтерә алмайҙар.
       Шуға, бәлки, халыҡ һайланыусыларына үҙен һайлаған халыҡтың фекерен белеү ҡыҙыҡлыраҡ булыр? Көн һайын автобуста, хатта ҡайһы берҙә троллейбуста һәм трамвайҙа йөрөгән халыҡтың.
       Билдәле бер халыҡ ҡатламын оҙаҡ эҙләп тормайынса, мин көн һайын аралашҡан таныштарыма һәм коллегаларыма: "Һин "Газель"гә ултырып йөрөйһөңмө? Улар халыҡҡа кәрәкме әллә уларҙы ҡала урамдарынан бөтөнләй алырға кәрәкме?" тигән һорау менән мөрәжәғәт иттем. Һорауға яуап биреүселәрҙең барыһының да уртаса килем кимәле. "Газель"дең нимә икәнлеген ишетеп кенә белмәйҙәр. Улар барыһы ла бер төрлөрәк яуап бирҙе.
       Олеся:
       - "Газель"дә теләгән урыныңа тиҙ барып етергә мөмкин. Әлбиттә, уларға йыш ҡына халыҡ күп тығыла, һәм барыуы уңайһыҙ була. Әммә хеҙмәтләндереү культураһы яҡшырһа, ниңә ҡалдырмаҫҡа ти?
       Елена:
       - Мин йыш ҡына "Газель"гә ултырып йөрөйөм, унда тиҙ барып етәһең. Ҙур автобустарҙа, ғөмүмән, йөрөмәйем. "Газель"дәр кәрәк: хәтерләйһегеҙме, 450 йыллыҡты байрам итеүгә уларҙы урамдарҙан алып, ниндәй транспорт коллапсы булғайны?
       Эльвира:
       - Мин, тиҙерәк барып етергә кәрәк булһа, "Газель"гә ултырам. Бәлки, "Газель"дәр ниндәйҙер башҡа маршруттарҙы тулыһынса ҡабатлаған урындарҙа, мәҫәлән, Сипайловола, бигүк кәрәкмәйҙер. Әммә башҡа транспорт үтмәгән урында улар мотлаҡ кәрәк!
       Елена:
       - "Газель"дәр "Башавтотранс"ҡа альтернатива булараҡ кәрәк. Ҙур автобустар бик аҡрын йөрөй. Етмәһә, "Газель"дәр йөрөгән урында ҙур автобустар бик йөрөмәй ҙә. Эйе, ҡайһы берҙә, "Газель" водителдәре "уҙышмаҡ уйнай", ҡайҙалыр ҡағиҙәне боҙа,   тип зарланалар. Ләкин быға ҡаршы башҡа ысулдар менән көрәшергә кәрәк. Етеҙ микроавтобустарҙы килбәтһеҙ автобустар менән алмаштырып булмай инде. Өҫтәүенә, тап "Газель"дәр бензин яғыулығына ҡарағанда экологияға аҙыраҡ зыян килтергән газға йышыраҡ күсә бит.
       Дмитрий:
       - Әгәр "Газель"дәр урынына ҙур автобустарҙы ебәрһәң, юлдарҙа нығыраҡ тығын буласаҡ. "НефАЗ"да барғанда кисергән уңайһыҙлыҡтар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ - этеш-төртөш, тынсыу.
       Шулай итеп, хөрмәтле депутаттар, ниндәйҙер ҡарар сығарыр һәм проблеманы хирургик ысул менән хәл итер алдынан, бәлки, халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалырһығыҙ? Бәлки, ниндәйҙер терапия саралары ярҙам итер? Юлдарҙа хәүефһеҙлеккә, автомобилдәргә һәм водителдәргә контроль яһауға юл, диспетчер хеҙмәттәре ойоштороп та өлгәшергә мөмкин бит. Намыҫһыҙ водителдәрҙең һәм автотранспорт хужаларының кеҫәһенә "һум менән һуғырға" ла мөмкин. Дәүләт әһәмиәтендәге мәсьәләләрҙе, халыҡтың фекерен иҫәпкә алып һәм уның мәнфәғәттәре хаҡында хәстәрлек күреп, хәл итергә ҡуйылған власть та бит һеҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал