6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Акциялар

"Тигр"ға атланып, хыялдар менән ҡанатланып...
30.05.08


       Өфө үҫмерҙәре "Тигр"ҙа йөрөп әйләнде: Башҡортостан омонсылары ҡарамағында ошондай машина бар.
       - Ете тонна ярым ауырлығындағы һәм двигателенең ҡеүәте 205 ат көсө тәшкил иткән броневикты милицияла "рус "Хаммеры" тип йөрөтәләр, - тип һөйләне "БАШвестЪ"ҡа БР Эске эштәр министрлығының ОМОН командиры Ирек Сәғитов. - Оператив- хеҙмәт машинаһы Горький автомобиль заводында Эске эштәр министрлығы махсус подразделениелары өсөн эшләнгән һәм шәхси составты йөрөтөү һәм һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән. Броняһы 7,62 калибрға тиклем атыу ҡоралынан һәм шартлағанда ярсыҡтарҙан һаҡлай.
       "Тигр" Башҡортостан ОМОН-ы ҡарамағына йыл ярым элек килтерелде. Республикала аналогтары башҡа юҡ - бөтә ил буйлап бындай машина бер тиҫтә тирәһе. Бер ошондай броневик өс миллион ярым һум тора, ләкин махсус подразделениеларҙың бындай техникаға талабы, һис шикһеҙ, ҙур: "Тигр" ысынлап та яҡшы һаҡлай, ә кеше ғүмере - иң мөһиме бит.
       Машина бер үк ваҡытта тулы кәрәк-яраҡтары менән 10 яугирҙы һыйҙыра. Балалар иһә броневикка күберәк һыйҙы. Үҙ базаһы буйлап экскурсияны омонсылар Балаларҙы яҡлау көнө алдынан ойошторҙо. Өфө социаль приютынан үҫмерҙәрҙе ҡунаҡҡа саҡырҙылар.
       Малайҙарҙы Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры Рафаил Диваев үҙе тәбрикләне:
       - Милиция балиғ булмаған үҫмерҙәр менән эшләүгә, беренсе сиратта, балаларҙы төрлө енәйәттәрҙән һаҡлауға ҙур иғтибар бирә. Ҡайҙа ғына - ғаиләлә йәки дәүләт учреждениеһында - тәрбиәләнеүенә ҡарамаҫтан, улар илебеҙҙең, республикабыҙҙың киләсәге.
       Ҡала социаль приютында имен булмаған ғаиләләрҙән балалар ваҡытлыса төйәк таба. Ата-әсәләре тере булып та, етем ҡалған сабыйҙар дәрес ҡалдыралар, берәҙәк тормош алып баралар. Приютҡа уларҙы йә уҡытыусылары, йә балиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар килтерә.
       - Үҙҙәре килгәндәр ҙә бар, - тип билдәләй приют директоры Геннадий Симонов. - Кемдер беҙҙә 20 минут тирәһе була, ә кемдер бер нисә йылға ҡала. Опека һәм попечителлек органдары менән бергә беҙ мөмкин тиклем тиҙерәк балаларҙың социаль статусын билдәләргә һәм уларҙы йә балалар йортона, йә ҡабул итеүсе ғаиләгә урынлаштырырға тырышабыҙ.
       Бөгөнгө көнгә приютта 82 бала - өс йәштән алып малайҙар һәм ҡыҙҙар йәшәй. Билдәле сәбәптәр буйынса омонсыларға 10 йәштән өлкәнерәк малайҙарҙы саҡырҙылар - ундайҙар өс тиҫтәгә яҡын йыйылды.
       - Милицияның айырым тәғәйенләнеш отряды - ул элиталы подразделение, унда "ҡыҙыу нөктәләр"ҙә хәрби сынығыу алған үҙ эшенең оҫталары, профессионалдар хеҙмәт итә, - тип һөйләне ОМОН сафындағы хеҙмәт тураһында республиканың баш милиционеры. - Йөҙ тапҡыр ишетеүгә ҡарағанда бер тапҡыр күреү яҡшыраҡ. Бөгөнгө экскурсиянан һуң кемдер, бәлки, киләсәктә үҙенә ошо еңелдән булмаған, әммә кәрәкле һәм почетлы һөнәрҙе һайларға теләр.
       Омонсыларҙың эше менән танышыу яугирҙарҙың күрһәтмә сығыштарынан башланды. Милиционерҙар ҡул менән һуғыш алымдарын, ҡорал һәм махсус саралар менән оҫта эш итеү, шулай уҡ яҡшы физик формала булыуҙарын күрһәттеләр.
       Физик әҙерлеккә беҙ көнөнә кәмендә өс-дүрт сәғәт бүләбеҙ, - тип һөйләй яугирҙарҙың береһе Илнур Хәйбуллин. - Шулай уҡ атыу, сафта йөрөү, тактик, медицина әҙерлеге үткәрелә.
       "БАШвестЪ" әңгәмәсеһе отрядта инде дүрт йыл хеҙмәт итә: армиянан һуң шунда уҡ бында килгән һәм һис тә үкенмәй.
       Приютта тәрбиәләнеүсе 13 йәшлек Борис та киләсәккә ошондай пландар ҡора. Бөгөн ул тәүге тапҡыр ҡулында автомат тотоуы хаҡында һоҡланып һөйләй, ә бер нисә йылдан кем белә? - енәйәтселәрҙе тотоп, беҙҙең тыныслығыбыҙҙы һаҡлар. Ҡарап тороуға бик етди малай, үҙе әйтеүенә ҡарағанда, яҡшы уҡый ҙа.
       - Ударник мин, - тине ул беҙҙең хәбәрсегә.
       Ә приютта дуҫлашҡан 11 һәм 12 йәшлек ике Руслан әлегә ниндәй һөнәргә өҫтөнлөк бирәсәктәрен белмәй, әммә "Тигр"ҙа йөрөү уларға бик оҡшаны. Улар уҙышмаҡтан үҙ тәьҫораттары хаҡында һөйләй башлағайны ла, өлгәрмәнеләр: тәрбиәсе, уларҙың төркөмөнә милиция кәрәк-яраҡтарын ҡарарға барырға ваҡыт, тип иғлан итте, һәм үҫмерҙәр йүгереп сығып китте - дисциплина беренсе урында!
       Улар артынан эйәрәм, бына милиционер эттәрҙе енәйәтселәрҙе ҡыуып етергә өйрәткән саҡта кейә торған әйбергә оҡшаған кейемдә.
       - Был "Грот" саперҙары өсөн костюм, - тип һөйләй малайҙарға яугир. - Уны беҙ, мәҫәлән, гранатаны зарарһыҙландырырға кәрәк булғанда кейәбеҙ. Ул шартлауҙарҙан һаҡлай.
       Эргәһендә - Рекс исемле эт менән уның коллегаһы: немец овчаркаһы шартлатҡыстарҙы эҙләүгә өйрәтелгән. ОМОН саперҙарының бындай дүрт аяҡлы хеҙмәткәрҙәре өсәү. Шартлатҡыс ҡоролмаларҙы табыу һәм зарарһыҙландырыуға йүнәлтелгән шулай уҡ "Аракс" бронемашинаһы бар. Ҙур автомобиль тағы ла мөһабәтерәк "Лавина-Ураган" вездеходы менән йәнәштә тора. 27 тонналыҡ машина һыу атҡыс менән йыһазландырылған, ул хулигандар төркөмөн таратырға кәрәк булғанда ҡулланыла.
       Хужалар үҫмер ҡунаҡтарға үҙ автоматтарын, винтовкаларын һәм пулеметтарын ҡулдарында тотоп ҡарарға рөхсәт иттеләр. Хәрби ҡоралдан атырға, әлбиттә, рөхсәт итмәнеләр: үҫмерҙәр тирҙа мәргәнлеккә ярыша алды.
       - Балалар бындайҙы тағы ҡайҙа күрә ала? Кинола һәм беҙҙә, ОМОН-да, ғына, - тип маҡтанып ҡуйҙы отряд командиры Ирек Сәғитов һәм, был яугирҙар үҫеп килеүсе быуын өсөн ойошторған беренсе һәм, әлбиттә, һуңғы Асыҡ ишектәр көнө булмаясаҡ, тип ышандырҙы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал