6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Фестивалдәр

"Аҡҡош күле" серле
29.05.08


       Уның килеүен йыл буйына көттөләр. Уға әҙерләнделәр, шуға күрә лә хөрмәтләп, алҡыштар, тантаналар менән ҡаршы алдылар. Рудольф Нуриев исемендәге иҫәбе буйынса 14-се Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале ҡайтанан Өфөлә Рәсәй генә түгел, шулай уҡ Германия, Испания, Италияның иң яҡшы балет артистарын йыйҙы. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында фестивалде тантаналы асыу үткәрелде.
       Был юлы ойоштороусылар традицияларҙан бер аҙ тайпылырға ҡарар итте һәм беренсе көндө премьера түгел, ә классик "Аҡҡош күле" спектаклен ҡуйҙылар. Был идеяға улар юғары ставка яһаны һәм отолманы. Бөтә донъяла хореография сәнғәте эталоны булып иҫәпләнгән балет тамашасыны хайран итте.
       Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә "Аҡҡош күле" спектакле кәмендә ун йыл бара. Әгәр өфөләр үҙҙәренең буш кисен театрҙа үткәрергә теләй икән, һоҡланғыс Петр Чайковский музыкаһы һәм Юрий Григорович хореографияһы менән тап ошо спектаклде һайлай. Ләкин фестивалдең музыка етәксеһе Роберт Лютер билдәләгәнсә, фестиваль "яңы ҡан" ҡойоу тигәнде белдерә. Бында театрҙың баш дирижеры фестиваль спектаклдәренең төп партияларында донъя балеты йондоҙҙары сығыш яһауын күҙ уңында тота. Өфөлә балет сәнғәтен яраталар һәм хөрмәт итәләр, дан ҡаҙанған артистарҙы беләләр, шул иҫәптән донъяның билдәле театрҙарына эшләргә саҡырылған яҡташтарыбыҙҙың карьераһы нисек һалыныуын да белеп торалар. Быйыл фестивалгә Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училилищеһын тамамлаған, хәҙерге ваҡытта Германия театрҙары балет солистары булған Наталья Сологуб менән Николай Годунов килде. Ләкин өфөләрҙең улар менән осрашыуы алда әле - артистар "Жизель" спектаклендә төп Жизель һәм Альберт партияларын башҡарасаҡ.
       Әммә "Аҡҡош күле"нә әйләнеп ҡайтайыҡ. Спектаклдә ҡатнашыусылар һәм башҡарыусылар бергә йондоҙло коллектив төҙөгән. Одетта-Одилия партияһын Станиславский һәм Немирович-Данченко исемендәге Музыка театры балеринаһы Виктория Капитонова башҡарҙы. Нескә, нәфис балерина Одеттаның мөләйемлеген һәм изге күңеллелеген һәм Одилияның илерткес сибәрлеген һәм үҙ-үҙенә ышанысын бирә алған. Фестиваль ваҡытында сәхнәлә уның партнеры булып Рәсәй Ҙур театры солисы Андрей Евдокимов сығыш яһаны, ул принц Зигфрид партияһын башҡарҙы. Матур па, артистың юғары һикереүҙәрҙе еңел генә башҡарыуы залда көслө алҡыштар тыуҙырҙы. Ябай тамашасылар ғына түгел, профессионалдар ҙа һоҡланыуын йәшермәне. Яков Лившиц, мәҫәлән. Был артистың темпераменты, уның һикереүҙәре менән үҙ балет юлын башлаған саҡта Рудольф Нуриев һоҡланған. Хәҙер Яков Захарович Иерусалимда йәшәй һәм ижад менән шөғөлләнеүен дауам итә. Малер, Рахманинов, Бизе, де Фалья музыкаһына бер нисә балет ҡуйған. 2007 йылдың июнендә Яков Лившицтың күптәнге хыялы тормошҡа аша - ул Рудольф Нуриев исемендәге XIII Халыҡ балет сәнғәте фестиваленең почетлы ҡунағы була, бына быйыл да ул Өфөгә килеү саҡырыуын ҡабул итә.
       Барыһы ла хаҡлы рәүештә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары менән һоҡланды. Яуыз гений Ротбарт партияһын башҡарған Олег Шәйбәковтың һомғоллоғона, батша һарайы кәмитсеһе ролендә Дмитрий Марасановтың дәртенә һәм шаянлығына. Өфөләр яратҡан, кәләштәр партияларын бейегән балериналар Рима Закирова, Гөлсинә Мәүлиҡасова, Гүзәл Сөләймәнова, Лилиә Ҡаһарманова һәм Ольга Потапова бик матур сығыш яһаны.
       Тағы бер комплимент - СССР-ҙың халыҡ рәссамы Симон Вирсаладзе тыуҙырған костюмдарға һәм декорацияларға. Сәхнәлә бөтә декорациялар ҡара төҫтә. Һоро һәм көрән тондарға ҡапма-ҡаршы - аҡҡоштар партияларын башҡарыусы балериналарҙың күҙ ҡамаштырғыс аҡ лифтары һәм пачкалары, Зигфридтың ап-аҡ костюмы һәм Одеттаның күлдәге. Авторҙың был ҡарары ярҙамында спектаклдә ҡатнашыусыларҙың күңел сафлығы тапшырыла.
       Тамашасылар яҡты тойғолар менән таралышты. Яҡшы аҙағы менән матур әкиәт тамамланды. Ләкин был әле беренсе генә тарих. Рудольф Нуриев исемендәге ХIV Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале ваҡытында өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары тағы ла дүрт спектакль ҡарай аласаҡ: "Дон-Кихот", "Сильфида", "Спящая красавица", "Жизель", шулай уҡ донъя балеты йондоҙҙары ҡатнашлығында гала-концерт. Фестивалде ябыуға уны ойоштороусылар тағы бер сюрприз әҙерләгән - Италиянан "Modern" балет труппаһы гастролдәре.
       Бынан тыш, был көндәрҙә опера һәм балет театрына килеүселәр яңы "Рудольф Нуриев" экспозицияһы һәм Мәскәү рәссамдары Михаил Ромадин менән Наталья Алексеева- Штольдерҙың сәнғәт әҫәрҙәре күргәҙмәһе менән таныша аласаҡ.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал