6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Һаҡ булығыҙ - ҡурҡыныслы вирус!
12.03.04


       Ер шарында йәшәүсе 300 меңгә яҡын кеше был ауырыу вирусы н симптомһыҙ йөрөтөүселәр иҫәбенә керә. Уны эләктереүселәр хроник гепатит һәки бауыр циррозына дусар булыуы ихтимал, ҡа йһы бер формаһы, заман медицинаһының бик ныҡ алға китеүенә ҡ арамаҫтан, ауырыуҙың үлеменә килтерә. Минең һүҙем В гепатиты
       хаҡында.
       Гепатит проблемаһы әле лә бар. Вирустың үрсеүенә ҡаршы кө рәш алып барыла, әлбиттә, был йәһәттән уңыштар ҙа етерлек. К өрәштең иң файҙалы алымы - вакцинация. Күптән түгел Өфө ҡала һында үткән Бөтә Рәсәй конференцияһы тап ошо темаға арналды.
       Эш шунда, НВС - антиген нигеҙендә булдырылған вакцина кеш елә көслө иммунитет барлыҡҡа килтерә, йәғни уның организмын гепатит вирусынан һаҡлай. Ә әлеге ваҡытта Рәсәй территорияһы нда гепатитҡа ҡаршы һигеҙ вакцина теркәлгән. Һәм улар барыһы
       ла элек ҡулланылған плазма вакциналарына алмашҡа килгән ге н - инженерия вакциналары. Уларҙың айырмаһы нимәлә тиһегеҙме  Һуңғылары, әйтергә кәрәк, был проблеманы хәл итеүҙә яңы ки мәлгә сығыу менән бер.
       Илдең иң ҙур уҡыу йорттары һәм дауалау учреждениелары вәк илдәре әйтеүенсә, бөгөн 50 процент вирусҡа бәйһеҙ енси торм ош алып барыусыларҙа күҙәтелә, ә 2000 йылға тиклем был күрһә ткесте наркомандар биләй ине. Әле улар һаны 25 процентҡа тик лем түбән төштө. Ике процент көнкүреш шарттарында, бер проце нты - ауырыуға ҡан ебәргән ваҡытта, 13 процент - билдәһеҙ ша рттарҙа тарала.
       Бөгөнгө көнгә иң билдәле вакциналар - Корея вакцинаһы - " Энджерикс В" һәм Рәсәйҙең "Рекомбивак 4В" вакцинаһы. Башҡала рҙан айырмалы рәүештә уларға бер ниндәй ҙә консервант ҡатышт ырылмаған. Шуға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә иң таралған вакцина булы п элекесә "Вирион" тора. Уның ярҙамында Куба халҡы үҙҙәрендә
       гепатит В эпидемияһынан ҡотолғайны. 1991 йылдан башлап улар
       был вакцинаны яңы тыуған балаларға ҡаҙай, һөҙөмтәлә 2002 йы лға 15 йәшкә тиклемге йәштәр араһында ауырыу осрағы ҡалмаған . Рәсәйҙә иһә был проблема һаман көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһ е булып ҡала бирә. Сәбәптәрҙең береһе булып яңы тыуған балал ар араһында вакцинация үткәрелмәүе тора.
       Нисек булһа ла күмәк вакцинация кәрәк тигән фекергә килде ләр конференцияла ҡатнашыусылар.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал