6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Күҙ теймәһен күҙҙәренә
29.05.08


       Баҡһаң, күҙҙәр - "күңел көҙгөһө" генә түгел, шулай уҡ, врачтар әйтмешләй, ..."мейенең тышҡы яҡҡа сығарылған өлөшө" лә икән. Рәсәйҙә мейенең тап ошо өлөшөнә бөтә операциялар үткәргән бер нисә ҙур офтальмологик үҙәк бар. Бындай юғары технологик операциялар үткәреү ҙур финанс сығымдары һәм даими аҡса һалыуҙы талап итә.
       Өфө Күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты директоры, медицина фәндәре докторы, профессор Мөхәррәм Бикбов әйтеүенсә, Рәсәйҙә өс ҡалала ғына күҙгә операцияларҙың тулы спектрын хәҙерге заман кимәлендә үткәргән офтальмологик үҙәк эшләй. Был Мәскәү, Санкт-Петербург һәм беҙҙең тыуған Өфөбөҙ.
       - Беҙ бер кемде лә кире бороп сығармайбыҙ, был ысынлап та күп профилле клиника, - ти Мөхәррәм Бикбов. - Өфө Күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты белгестәре ҡулдары аша йыл һайын 70 меңдән ашыу кеше үтә. Шуларҙан 12-15 меңенә операция яһалды, шуның ике меңгә яҡыны - юғары технологик операция. Шуны айырып билдәләп үтер инем - ҡабул итеү һәм, ҡатмарлылыҡ кимәленә ҡарамаҫтан, бөтә операциялар беҙҙә бушлай үткәрелә. Быйыл мартта беҙ түләүле хеҙмәтләндереүҙәрҙең һуңғы кабинетын яптыҡ. Ауырыуҙарыбыҙҙың 90 проценты - пенсионерҙар һәм балалар бит. Аҡсаһы булмағандан нисек аҡса алаһың инде?
       Мөхәррәм Бикбов әйтеүенсә, аҙ тәьмин ителгән халыҡ ҡатламы тураһында бындай хәстәрлеккә Мотлаҡ медицина страховкалауы фонды яғынан Өфө Күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына "мөнәсәбәтте" ҡайтанан ҡарау иҫәбенә өлгәшелде. Хәҙер ауырыуҙарҙы дауалауға йүнәлтелгән бөтә сығымдарҙы Мотлаҡ медицина страховкалауы фонды һәм республика бюджеты үҙенә ала.
       Күптән түгел генә Өфө Күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында бушлай операция яһатыу өсөн ярты йылға яҡын сиратта "торорға" тура килә торғайны. Хәҙер был проблема тулыһынса хәл ителде. Әгәр элек, Мотлаҡ медицина страховкалауы фонды нормативы буйынса, катаракта менән пациентты карауатта кәмендә 10 көн "тоторға" талап ителһә (юҡһа, клиника уның өсөн бер тин дә алмаясаҡ), хәҙер был "нормалар" кәметеү яғына ҡайтанан ҡаралды. Институт етәкселәре бында операция үткәреү өсөн файҙаланылған өр-яңы ҡорамалдар менән ауырыуҙы ике-өс көндән сығарырға мөмкин булыуын иҫбатлай алды.
       - Хәҙер беҙ койка-көндәр иҫәбе өсөн түгел, ә үҙебеҙ дауалаған кешеләр һаны өсөн аҡса алабыҙ, - ти Мөхәррәм Бикбов. - Тәбиғи, Мотлаҡ медицина страховкалауы фонды яғынан хеҙмәтләндереүҙәребеҙгә түләүҙең яңы системаһына күсеү менән бәйле, беҙҙә операциялар, тимәк, дауалап сығарылған пациенттар һаны ла ҡырҡа артты.
       Хәҙер, тип дауам итә Бикбов, Фондҡа тапшырырға кәрәкле бер ауырыу тарихы урынына врачҡа биш ошондай тарих тултырырға кәрәк. Уның ҡарауы, беҙ аҡсалата средстволарҙы ла биш тапҡырға күберәк алабыҙ, уларҙы һуңынан ауырыуҙарҙы дарыу менән тәьмин итеүҙе, ашатыуҙы яҡшыртыуға тотонабыҙ. Бынан тыш, врачтарыбыҙға өҫтәп түләүҙе арттырыу мөмкинлегенә эйә булдыҡ. Башҡа төбәктәрҙә дауалап сығарылған ауырыу факты буйынса бындай прогрессив түләү системаһы юҡ. Улар барыһы ла иҫкесә эшләүен дауам итә.
       Әйтеп үтеүебеҙсә, Өфө Күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында пациенттар өсөн бөтә операциялар бушлай. Әлбиттә, әгәр һине ватан яһалма күҙ яҫмығы сифаты ҡәнәғәтләндермәй икән, сит илдекен һатып ала алаһың.
       - Дәүләт бөгөн күҙ яҫмығын алмаштырыуға мохтаж булған кешеләргә иң яҡшыһы булмаһа ла, бик оптималь мөмкинлек бирә, - ти Мөхәррәм Бикбов. - Был ветерандар өсөн автомобилдәр кеүек. Дәүләт уларҙың һәр береһенә "Мерседес" тапшыра алмай бит, уның ҡарауы, "Ока" йәки "Жигули" менән ярҙам итә. Ултырып йөрөрлөк кенә булһын, күрерлек кенә булһын...
       Хәйер, яҡын араларҙа сит ил яһалма күҙ яҫмыҡтарына түләүҙе Мотлаҡ медицина страховкалауы фонды ашы үткәреү тураһында мәсьәлә хәл ителәсәк, тип ышандырҙы офтальмолог.
       Икенсе аҙым булып инвалидтарға һәм халыҡтың аҙ тәьмин ителгән ҡатламына Һиндостанда етештерелгән йомшаҡ яһалма күҙ яҫмыҡтарын бушлай ҡуйыуға өлгәшеү мәсьәләһе торасаҡ. Ҡаты күҙ яҫмыҡтары аҡрынлап үткәнгә китә, уларҙың урынына йомшаҡтары килә. Хәҙер хатта мультифокаль күҙ яҫмыҡтары барлыҡҡа килде, улар яҡындан да, алыҫтан да йөҙ процентҡа күреүҙе гарантиялай. Шулай итеп, хәҙер 50 йәштән өлкән кешеләргә "яҡындан күреү өсөн" күҙлек кейеүҙең кәрәге булмаясаҡ.
       - Элек беҙ кешегә яһалма күҙ яҫмығы ҡуйыу операцияһы яһап, пациент 20-30 процентҡа күрә башлаһа, быны ҙур ҡаҙаныш тип иҫәпләй инек, - тип һөйләй Бикбов. - Бөгөн йомшаҡ күҙ яҫмығы операциянан һуң икенсе көнөнә үк йөҙ процентҡа күреү бүләк итә. Беҙ хатта бала тыуғас та, кәрәк булһа, яһалма күҙ яҫмығы ҡуябыҙ. Бындай "ят есем"дең хеҙмәт итеү срогы - ғүмерлек...
       "БАШвестЪ" хәбәрсеһенең, ҡайһы бер окулистар раҫлағанса, контакт линзалары йөрөтөү "кәмей барған" күреүҙе туҡтатыу ғына түгел, уны яҡшырта ла ала, тип раҫлауы дөрөҫмө, тигән һорауына республиканың, илдең дә тип әйтергә мөмкин, төп офтальмологы шулай тип яуап бирҙе:
       - Күреүҙе оптик төҙәтеүҙең бер сараһы ла - күҙлекме, контакт линзаларымы, лазер коррекцияһы булһынмы - дауаламай. Контакт линзалары, тураһын әйткәндә, протез ролен уйнай. Протез йөрөткәндән һинең аяғың үҫмәй бит. Бында ла шулай. Оптик коррекцияның һәр сараһы индивидуаль, һәм һәр беребеҙ нимә ярағанын үҙе хәл итергә тейеш...
       Офтальмология бөгөн ныҡ алға китте, - тип дауам итә Бикбов. - Беҙҙә күҙгә операцияла микроинвазив техниканы файҙаланыу операциянан һуңғы төрлө өҙлөгөүҙәрҙе һәм врачтың хаталаныу ихтималлығын мөмкин тиклем кәметә. Ҡасандыр Святослав Федоров беҙҙең институтты ватан офтальмологияһының төп флагманы тип атағайны, бөгөн дә шулай булып ҡалыуыбыҙға ышанаһы килә...
       Өфө Күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты яғынан бындай "алға китеш" күҙҙең алғы һәм артҡы сегменттары ауырыуҙарын дауалауҙың заман технологияларына арналған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһын тап Өфө майҙанында үткәреүгә булышлыҡ итте лә инде. Ул үҙ эшен бөгөн, 29 майҙа, башлай һәм 31-енә тиклем дауам итә.
       Был конференцияға ярашлы селтәрле шекәрә ҡатламы буйынса данлыҡлы халыҡ-ара Тюбинген курстары үткәрелә. Курстарҙың географияһы бик киң - Һиндостан, Австрия, хәҙер Өфө, артабан Бирмингем, Гонконг һәм Чехия...
       - Бындай киң форматта конференция тәүге тапҡыр үткәрелә,- тип айырып билдәләне Өфө Күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты башлығы Мөхәррәм Бикбов. - Тарихта беренсе тапҡыр республикабыҙға бөтә донъянан күренекле офтальмологтар йыйыла! Форум бик ҙур буласаҡ - Башҡортостандың 350-400 врачы, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 100-ҙән ашыу ҡатнашыусы, шулай уҡ сит илдәрҙән ҡунаҡтар киләсәк.
       Әйткәндәй, Өфө күҙ ауырыуҙары институтының витреоретиналь һәм лазер хирургияһы бүлеге етәксеһе, медицина фәндәре кандидаты Урал Алтынбаев, беҙҙең һәм сит ил ҡунаҡтарының осрашыуы үҙҙәренең эш тәжрибәһе һәм ҡулланылған методикалар тураһында докладтарға ғына ҡайтып ҡалмаясаҡ, шулай уҡ Өфөлә "өлгөлө-күрһәтеү" операциялары үткәреләсәк, тине.
       Бындай "тере" хирургия трансляцияһы ике көн буйына туранан- тура күҙ ауырыуҙары институтынан алып барыласаҡ. Бөгөн "тура эфирҙа" күҙҙең алғы өлөшөндә операцияны исеме донъяға билдәле офтальмолог - итальян Карло Карлевале үткәрәсәк. Иртәгәгә күҙҙең артҡы өлөшөндә операция планлаштырылған.
       - Бындай масштабта конференция үткәреү өсөн күп аҡса кәрәк, - тип "серен систе" Мөхәррәм Бикбов. - Шуға күрә беҙ донъя офтальмологик продукция етештереүселәренә ярҙам һорап мөрәжәғәт иттек, һәм иң мөһиме - уларҙың береһе лә баш тартманы. Ялғанламай тураһын әйтәм, беҙҙең конференцияла ҡатнашырға, уның бағыусыһы булырға офтальмология продукцияһының бөтә донъя брендтары риза булды, ә бының менән ошондай конференция ойоштороусы һәр кем маҡтана алмай. Өфө Күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты - Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе. Беҙ ғәмәли генә түгел, ғилми эшмәкәрлек менән дә шөғөлләнәбеҙ. Беҙ үҙ уңыштарыбыҙ, үҙ күрһәткестәребеҙ менән ғорурланабыҙ һәм Өфөнөң төрлө кимәлдәге күп һанлы белгестәренең осрашыу урыны булыуына бик тә шатбыҙ.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал