6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Ямғырҙан һуң сәсеү дауам иттереләсәк
28.05.08


       Халыҡта, бер көн алда сәсһәң - бер аҙна алдан урырһың, тиҙәр. Быйыл Башҡортостанда һауа шарттарына ҡарап тиҙерәк сәсеп бөтөргә ни тиклем ашыҡмаһындар, ямғырҙар үҙенекен эшләй, сәсеү кампанияһы барышын аҡрынайта. Һәр хәлдә, уҙған тәүлектә республикала картина үҙгәрмәне. Хужалыҡтар кампания башланғандан алып 1,8 миллион гектар баҫыуға яҙғы орлоҡтар сәсте. Бөтәһе планлаштырылған майҙандың өс процентында уңыш нигеҙе һалырға ҡалды.
       Республиканың 25 районы был эште тулыһынса тамамланы. Ҡалғандарына сәсеүҙе аҙағына еткереү өсөн бер нисә процент ҡына етеңкерәмәй.
       Төбәктә иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары буйынса план дүрт процентҡа арттырып үтәлде. БР Ауыл хужалығы министрлығында аңлатыуҙарынса, пландан тыш һандар - ул ҡайтанан сәсеү күрһәткестәре. Урыны менән, мәҫәлән, Борай районында иген баҫыуҙарының 25 процентын тиерлек өҫтәмә рәүештә үтергә тура килде.
       Ауыл хужалығы предприятиелары яуым-төшөм башланғанға тиклем сөгөлдөр плантацияларының 80 процентына сәсергә өлгөрҙө. Эште тамамлауҙары тураһында рапорт биреүселәр араһында - баҡалылар, бәләбәйҙәр, илештәр, көйөргәҙеләр, мәләүездәр һәм саҡмағоштар. Хәҙер көнбағыш сәсеүлектәренең рәт араларын эшкәртеү башлана. Эштең был төрөндә республикала иң алда - Ғафури районы хужалыҡтары, улар планды 63 процентҡа үтәгән.
       Ямғырҙар икенсе мөһим эш - химик утауға ла ҡамасаулай. Бөгөнгө көнгә ауыл хужалығы предприятиелары сәсеүлектәрҙең туғыҙ процентын химикаттар менән эшкәрткән. Бигерәк тә Мәсетле үҫемлек үҫтереүселәре тырыша, уларҙа план 36 процентҡа үтәлгән дә инде.
       Әйткәндәй, БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре быйылғы сәсеү кампанияһын "бик яҡшы" тип баһалай. Хатта хәҙер башланған ямғырҙар миҙгеле лә дөйөм картинаны боҙа алмай, етмәһә, тупраҡҡа дым запасы ла бик кәрәк. Ямғырҙарҙан һуң, кесе йома көнө агрегаттар баҫыуҙарға ҡара бойҙай, тары, силосҡа кукуруз һәм судан үләне сәсергә сығасаҡ.
       Республикала, ҡайтанан сәсеүҙе иҫәпкә алып, сәсеү майҙаны 1948 мең гектар тәшкил итә. Райондарҙан ул иң күбе Баймаҡ районында - 90,5 мең гектар.

Марият Артюхова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал