6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Миләүшә Мортазинаның ҡошсоҡтары
28.05.08


       Ҡалабыҙҙа әлеге ваҡытта Өфөнөң ун Почетлы гражданы йәшәй. Улар араһында Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының талантлы вокал педагогы Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина ла бар.
       Минең алда Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡала Советының 2004 йылдың 14 майындағы ҡарары. Унда, башҡорт музыка сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, профессиональ вокалсылар тәрбиәләгән, ҡаланың ижтимағи һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан өсөн вокал сәнғәте кафедраһы профессоры, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙына "Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы" исеме бирергә ҡарар ителде, тиелгән.
       Күрәһегеҙме, Миләүшә Ғәли ҡыҙының күпме юғары наградалары. Ләкин ул Өфөнөң Почетлы гражданы исеме менән дә ғорурлана. Уның менән бергә 2004 йылдың 14 майында был исемгә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенән Социалистик Хеҙмәт Геройы Хәйернас Чикаев та лайыҡ булды.
       Планка бик юғары. М.Ғ. Мортазина:
       - Үҙ ғүмеремдә бер насар эш тә ҡылмағаным, һәр ваҡыт эскерһеҙ, ғәҙел булғаным, йәш саҡта бирелеп эшләгәнем, бик күп йәмәғәт эше менән шөғөлләнгәнем өсөн дә мин был юғары исемде шатланып ҡабул итәм. Мин тынысмын, сөнки миңә Өфөлә һәм республикала йәшәүсе һәр кешенең күҙенә тура ҡарау оят түгел, - тине.
       Ә унан ҡалабыҙ тураһында һөйләүен үтенгәс, Миләүшә Ғәли ҡыҙы үҙ хистәрен йәшермәй:
       - Мин ауылда тыуһам да, Өфөлә сабый сағымдан алып йәшәйем һәм уны тыуған ҡалам тип иҫәпләйем. Тормошомдағы иң ҡәҙерле мәлдәрем уның менән бәйләнгән. Мәҫәлән, Аксаков урамындағы бала сағымды, йәшел ихаталарҙы яҡшы хәтерләйем - ул саҡта машина йөрөгән урамда ла үлән үҫә торғайны. Ошонда утын һарайындағы импровизацияланған сәхнәлә минең тәүге сығышым үтте - үҙемде "артист" сифатында һынап ҡараным.
       ...Ауыр һуғыш йылдары хәтерҙә уйылып ҡалған. 161-се хәрби заводта беҙ бөтә илдәге кеүек "Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!" тигән девиз аҫтында эшләнек. Бында беҙ, завод эшселәре, художестволы үҙешмәкәрлек тә ойошторҙоҡ, уның менән бәйле ҡыуаныслы асыштар һис онотолмай.
       Һуңынан тыныс тормош - дүрт йыллыҡ тәнәфестән һуң нисек дәртләнеп уҡығаным, нисек эшләй башлағаным, уҡыусыларымдың тәүге уңыштарына шатланғаным һәр ваҡыт хәтеремдә.
       Миңә элекке Советтар Союзы ҡалалары буйлап күп йөрөргә тура килде. Мин бөтә демократик илдәрҙә булдым, Швейцария, Италияның матур урындарына һоҡландым, бер-береһенә аҙ ғына оҡшаш булған ике генә йортто ла табыуы ауыр булған Рим архитектураһына хайран ҡалдым. Әммә һәр ваҡыт ҙур шатлыҡ менән өйөмә, Өфөгә әйләнеп ҡайттым. Был ҡаланы яратҡан өсөн генә лә түгел, ә уның көндән-көн матурайыуы сәбәпле лә.
       Ике йыл элек Сәнғәт академияһы профессоры, бик яҡшы кеше М.Ғ. Мортазинаның 80 йәше билдәләнде. Юбилей кисәһе Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтте. Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән һәм сит илдәрҙән был көндө Өфөгә кәңәшсе-тәрбиәсеһен ҡотларға һәм рәхмәт әйтергә тип уның тәрбиәләнеүселәре йыйылды.
       Юбилей республика матбуғатында, телевидениела һәм радиола киң билдәләнде.
       Шуға күрә М.Ғ. Мортазинаның тормошо тураһында гәзит материалдарын файҙаланып, бик еңел һөйләргә мөмкин. Журналист Нина Жиленконың мәҡәләһе бик ҡыҙыҡлы булды.
       Миләүшә Мортазина 1926 йылдың 27 майында хәҙерге Кушнаренко районының Баҡай ауылында тыуған. Тиҙҙән ғаилә Өфөгә күсеп килә. Миләүшә Ғәли ҡыҙының бөтә ғүмере ошонда үтә лә.
       Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ҡыҙ авиация заводына эшкә килә, ул саҡта уға 16 йәш тә тулмаған була. Завод өйҙән алыҫ түгел, Аксаков урамында уҡ урынлашҡан. Үҫмерҙәр 12-14-шәр сәғәт эшләй. Бигерәк тә төнгө смена ауыр була. Миләүшәне цехта художестволы үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнашыусы булараҡ хәтерҙә ҡалдыралар. Ул төшкө ял ваҡытында ла, завод эргәһендә урынлашҡан госпиталдә яралы яугирҙар алдында ла сығыш яһай.
       Эшселәр һәләтле ҡыҙҙы оҙаҡ онотмай. Күп йылдар үткәс тә улар "артист" ҡыҙыҡай тураһында ул саҡтағы күп тиражлы гәзит мөхәррире Нина Жиленкоға һөйләйҙәр. Ә ул республикала билдәле журналист, музыка мәҙәниәте өлкәһендә белгес булып китә. Тыуған заводы тураһында хәтеренә төшөрөп, журналист Миләүшә Мортазина менән уның 80 йәше алдынан осрашырға килешә.
       Ҡатын-ҡыҙ ҡатын-ҡыҙға ғына үҙ күңелен аса ала, шуға күрә Нина Жиленконың М.Ғ. Мортазина менән осрашыуы тураһында ҡыҙыҡлы баҫмаһы менән файҙаланыу бик урынлы булыр.
       - Ни өсөн мин вокал-педагогика эшенә килдем һуң? Әсәйем әйтмешләй, балалар баҡсаһынан алып йырлауым менән. Һигеҙ-туғыҙ йәштән инде үҙем хәтерләйем. Беҙ Аксаков урамындағы 14-се йортта йәшәнек. Йәм-йәшел ихата, утын һарайындағы импровизацияланған сәхнә, "артист" сифатында тәүге сығыштарым... Күршеләребеҙ нисек түҙгәндер инде! Мин туҡтауһыҙ йырлай торғайным, ул минең тәбиғи торошом ине. Радионан йыр, опереттанан ария ишетһәм - шунда уҡ ҡабатлайым.
       Һуғыш ваҡытында Өфөлә Гоголь урамында оперетта була торғайны. Унда көн һайын бара торғайным. Сильва, Марица арияларын әкрен генә көйләйем...
       Был заводта ла дауам итте. Цехта эшләнем, 12 сәғәтлек төнгө сменанан һуң яңынан йырларға барам.
       Һуғыш тамамланды - миңә авиация институтына йүнәлтмә бирҙеләр. Завод директоры минең уҡып сығыуымды теләне. Мин уларға кем инде? Унынсы цех контролеры. Әммә әүҙем булыуым, һәүәҫкәр үҙешмәкәрлектә ҡатнашыуым арҡаһында мине ебәргеләре килмәне. Ә бына уҡырға инде - рәхим ит. Имтиханһыҙ мине Өфөләге Рыбинск авиация институтына ҡабул иттеләр, сентябрҙән үҙеңде студент итеп иҫәпләй алаһың, тинеләр. Йәй көнө Свердловск консерваторияһы ҡарамағындағы башҡорт вокал студияһына кешеләр йыйыу иғлан ителгәнен белеп ҡалдым. Әйләндем дә шунда барҙым. Ә, бәлки, алырҙар! Мин "Сердца четырех" кинофильмынан йырҙы башҡарҙым. Мине ҡабул иттеләр!
       Шулай итеп, консерваторияны тамамланым.
       Ул саҡта уҡыу йортон тамамлаусыларҙы билдәле бер урынға ебәреү системаһы була торғайны. Өфөнән заявка булманы, миңә башҡа ҡалаларҙан училище, театр, филармонияларҙы тәҡдим иттеләр. Мин Иркутскиҙағы урындағы филармонияны һайланым. Музыка училищеһында педагогик эш тә алып барырға мөмкин ине.
       Өфөгә ял итергә ҡайттым, кассир булып эшләгән күрше ҡатынға Иркутскиға поезға билет алырға заказ бирҙем, китеү көнө билдәле. Көтмәгәндә урамда ул саҡтағы Композиторҙар союзы рәйесе Халик Шакир улы Заимовты осраттым. Беҙ яҡшы таныш инек, ул минән һораша башланы.
       - Ниңә Иркутскиға китергә? - тип ул асыуланып китте. - Бында кадрҙар кәрәк, училищела милли педагогтар юҡ!..
       Мин тәүге милли вокал педагогы булдым...
       Минең эш алымымдың асылы нимәлә? Үҙ эшемдә мин тәбиғилектән сығып эш итергә ынтылам. Иң элек тауыштың тәбиғәтен асыҡларға, һуңынан үҙ эсебеҙҙә урынлашҡан тауыш аппараты менән тын алыу балансы булдырырға кәрәк. Аппарат менән тын алыу балансы саф, тәбиғи тон бирә. Был минең үҙемдең "ноу-хау". Мин ауыр уҡыусылар менән эшләнем, уларҙы үҙгәртеп ҡорҙом, миңә эшләүе бик ҡыҙыҡлы булды.
       Тәүҙә Өфө сәнғәт училищеһында, ә 1969 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында бер нисә тиҫтә йыл әүҙем һәм уңдырышлы эшләү осоронда М.Ғ. Мортазина бик күп уҡыусылар тәрбиәләп сығарҙы. Үҙ тәрбиәләнеүселәрен ул яҡшы хәтерләй, уларҙың уңыштарын күҙәтеп бара:
       - Сажидә Ғәлимова сирек быуат театрҙа йырланы, бик яҡшы йырсы ине...
       - Нажия Аллаярова минән һуң Гнесиндар исемендәге институтта уҡыны. Ул да сирек быуат театрҙа эшләне. Уның шундай тауыш... икенсе уның кеүек әле булһа юҡ, тип иҫәпләйем. Тау шишмәһеләй саф. Көмөш ҡыңғырау кеүек. Хатта тағы ни менән сағыштырырға ла белмәйем...
       - Илфак Смаков ысын бер самородок булды. Матур юғары баритон. Беҙ бергәләп барыһына ла өлгәштек...
       - Ә Мәжит Алкин ниндәй талантлы ине! Европа тауышлы. Ул да Гнесиндар институтын тамамланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сире уға артист булырға ҡамасауланы. Уның ҡарауы, радиола күп йырланы һәм йырҙар яҙҙырҙы.
       - Радик Гәрәев - айырым бер уҡыусы. Уның хаҡында тотош китап яҙырға мөмкин. Етмәһә, ул шул тиклем кеселекле ине. "Миләүшә Ғәлиевна, һеҙ бит мине яһанығыҙ, минең тауышым юҡ ине бит!" - тип ҡабатлар ине.
       Был исемдәр беҙҙең күптәребеҙгә таныш, Башҡортостанда, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә билдәле.
       Профессор М.Ғ. Мортазина вокал педагогикаһы мәсьәләләре буйынса 20-гә яҡын ғилми-методик эш әҙерләгән. Юғары мәҙәнилек һәм профессионализм, педагогик тәжрибә һәм оҫталыҡ Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинаның хәҙерге заман башҡарыу сәнғәтенә индергән ҙур өлөшөн билдәләне, башҡорт вокал мәктәбен формалаштырыуға булышлыҡ итте.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал