6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Худграф күргәҙмәһе
27.05.08


       Яңы ғына эш башлаусы рәссамдарға сикһеҙ күп талаптар ҡуйыла. Тәнҡитселәр, шул иҫәптән вуз уҡытыусылары, курсташтары йәш һәләттәргә ни тиклем генә талапсан булмаһын, уларҙы аптыратыу, оялтыу бик еңелдән түгел. Улар яҙа, ижад итә һәм үҙен аңламаҫтар тип бик ҡурҡып тормай. Киреһенсә, уларҙың эштәре еңел генә үҙ тамашасыһын таба. Эскерһеҙ, яҡты, саф йөрәктән һәм иң яҡшы ынтылыштар менән яҙылған картиналар иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә һәм хайран ҡалдыра.
       Быға "Урал" халыҡ сәнғәте галереяһын барып ҡарап та инанырға мөмкин. Ошо көндәрҙә бында Михаил Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университеты студенттарының ижади эштәре күргәҙмәһе асылды. Экспозиция сәнғәттең күп төрҙәре бүлектәрен индерә: живопись, графика, скульптура, декоратив биҙәү-ҡулланма ижады. Эштәр тематикаһы күп төрлө - боронғо мифтар һәм риүәйәттәр тураһында күҙаллауҙарҙан алып ҡатмарлы реалистик образдарҙы эҙләүгә тиклем.
       - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аудиторияларҙы, кабинеттарҙы биҙәү күргәҙмәнән ситтә ҡала, - ти уҡыу йортоноң дизайн, һынлы сәнғәт һәм технология кафедраһы мөдире Екатерина Савельева. Ләкин ҙур булмаған эштәр буйынса ла йәш авторҙарҙың ижады тураһында фекер йөрөтөргә мөмкин.
       Галереяның ике күргәҙмә залында вуздың һуңғы өс йылдағы сығарылыш студенттарының эштәре урынлаштырылған. Ойоштороусылар әйтеүенсә, тамашасылар классик живопись мәктәбе традицияларында башҡарылған эштәрҙе күрәсәк. Натюрморттар, пейзаждар, һирәгерәк портреттар.
       - Был художестволы жанр бик ҡатмарлы. Диплом эше өсөн уны бик һирәк студенттар һайлай. Тышҡы оҡшашлыҡтан тыш портрет кешенең рухи донъяһын да һынландыра бит, - ти Екатерина Савельева. Шулай ҙа күргәҙмәлә бер портрет бар. Картинанан тамашасыларға Юрий Шевчук йылмая. Студенттар күргәҙмәһенең тағы ике персоналийы - Георг Гросс һәм Рауль Хаусман. Ләкин билдәле йырсынан айырмалы рәүештә, билдәле немец сәнғәт оҫталары коллаж стилендә башҡарылған плакатта эшләнгән. Йәш рәссам Ленара Кәшәфетдинова Гросс һәм Хаусмандың һүрәттәрен китаптан табып алып, уны бер нисә тапҡырға ҙурайтҡан, уларҙың ижады тураһында ҡасандыр оҫталар әйткән тапҡыр һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйған, шулай уҡ үҙе хәҙерге заман темаһына тиҫтәләп һүрәт эшләгән. Һөҙөмтәлә, бөтәһен бергә яҡшылап туплап, ике ғәҙәттән тыш плакат төҙөгән.
       Шулай ҙа йәш рәссамдарҙың күп эштәре үткән заманға, урыҫ һәм башҡорттарҙың халыҡ йолаларына йүнәлтелгән. Наталья Малуева Владимир Далдең 150 йыллығына арналған декоратив панно ижад иткән, ә Елена Сиротина башҡорт әкиәттәре мотивтары буйынса фантастик образдар серияһы яһаған.
       - Мин, мәҫәлән, бер ваҡытта ла матур ағас йорттар эргәһенән вайымһыҙ үтеп китә алмайым, - ти Альбина Әхтәмова. Был һүҙҙәрҙе раҫлап, рәссам өс картинаһында ҡаланың боронғо ҡоролмаларын сюжет итеп алған. Һалҡын күк-йәшел тонда эшләнгән һүрәттәр күңелгә йылылыҡ бирә, яҡшы кәйеф бүләк итә.
       Картиналарҙан һәм панноларҙан тыш, күргәҙмәлә декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте циклынан да эштәр байтаҡ. Гөбөргәйел формаһында эшләнгән аҫлыҡтарҙа гөлдәр менән көршәктәр ултыра. Быяла артындағы кәштәләрҙә ғәжәйеп матур биҙәлгән һәм лак һөртөлгән шкатулкалар, сәйләндән үрелгән биҙәүестәр күҙ яуын ала. Айырым тема - экологик саф, боронғо йорттар, әкиәт персонаждары, аттар һүрәтләнгән ағас уйынсыҡтар. Улар араһында бәләкәй генә туҡыу станогы бар, иң мөһиме - эшләй бит әле ул. Уны бөгөн музейҙарҙа ғына күреп булған станоктар буйынса ижад иткәндәр. Вуз уҡытыусылары һәм студенттары тиҙҙән бер нисә шундай станок яһарға, шулай уҡ унда полотно һәм хатта тотош картиналар туҡырға планлаштырыуҙары тураһында белдерҙеләр.
       Тәүге көндәрҙән алып худграф студенттарының ижади эштәре күргәҙмәһе өфөләрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Йәш - ул йәшел түгел; йәш - тимәк, ҡәҙимге әйберҙә ғәҙәттән тыш нимәлер күрә һәм был асышты тамашасыларға еткерә белеү, тигән фекер белдерҙеләр күргәҙмәгә килеүселәр.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал