6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Суд бара

Милиционерҙарҙы үлтереүҙә ғәйепләнеүсе адвокаттан баш тартты
27.05.08


       Кисә, 26 майҙа, Башҡортостан Республикаһы Юғары судында һуңғы ваҡыттағы иң яңғырауыҡлы енәйәт эштәренең береһен ҡарай башланылар. Һүҙ бында Стәрлетамаҡ районында өс кешене үлтереү тураһында бара. "БАШвестЪ" элек хәбәр итеүенсә, 2007 йылдың 16 сентябрендә унда ике милиционерҙы һәм тағы бер ирҙе үлтергәйнеләр.
       Хөкөм ителеүселәр эскәмйәһендә - дүрт ғәйепләнеүсе: 23-27 йәштәрҙәге ике ир һәм уларҙың ҡатындары. Ирҙәргә ҡарата "Үлтереү" статьяһынан тыш ғәйепләү һығымтаһы "Урлашыу", "Хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәренең ғүмеренә хаслашыу", "Законһыҙ ҡорал һаҡлау", "Законһыҙ ҡораллы формирование ойоштороу һәм унда ҡатнашыу", "Бандитлыҡ", шулай уҡ "Террорсылыҡ", "Экстремистик ойошма эшмәкәрлеген ойоштороу" статьяларын да индерә. Ҡатын-ҡыҙҙар законһыҙ ҡорал һаҡлауҙа, бандитлыҡта, хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәренең ғүмеренә хаслашыуҙа, ә береһе кеше үлтереүҙә лә ғәйепләнә.
       Иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек, Стәрлетамаҡ районы буйынса эске эштәр бүлеге участка уполномоченныйҙары 41 йәшлек милиция капитаны Ғаяз Сәғиҙуллин һәм 29 йәшлек прапорщик Алмас Шәмсетдинов хеҙмәт бурысын үтәгән саҡта үлтерелде. Ул көндө улар мал урлауҙы иҫкәртеү буйынса операция үткәргәндәр. Дүрт һыбайлыны күреп ҡалып, милиционерҙар уларҙы туҡтатып тикшерергә була, әммә тегеләр ҡаса. Тәртип һаҡсылары һәм урындағы халыҡ араһынан үҙ теләге менән ярҙамға килеүсе өс кеше "Нива" машинаһында ат ҡараҡтары артынан китә. Ҡыуып барыу атыш менән тамамлана. Тикшереү версияһы буйынса, һыбайлылар, засада ҡороп, эҙәрлекләүселәргә һунар мылтыҡтарынан ата һәм ҡаса. Ике милиционер ҙа, шулай уҡ Южный ҡасабаһынан 57 йәшлек ир ошо урында һәләк була. 30 йәшлек ирҙең уң яҡ иңбашын пуля үтәнән-үтә яралай һәм ул дауаханаға оҙатыла. Был хәл тураһында милицияға ҡыуып барыуҙа ҡатнашыусы бишенсе - атыш ваҡытында зыян күрмәгән берҙән-бер кеше хәбәр итә.
       Башҡортостан Эске эштәр министрлығында тәртип һаҡсыларына ҡарата бындай аяуһыҙ енәйәтте хәтерләмәйҙәр. 2002 йылдан алып Башҡортостанда бөтәһе вазифауи бурысын үтәгәндә 25 милиция хеҙмәткәре һәләк булған. Сәғиҙуллин менән Шәмсетдиновтан тыш, енәйәтселәр ҡулынан икәү һәләк була.
       Үлтереү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ҡасаҡтарҙы Башҡортостан милицияһынан меңгә яҡын хеҙмәткәр, шулай уҡ күрше төбәктәрҙән - Ырымбур өлкәһенән һәм Татарстандан уларҙың коллегалары эҙләй. Эҙләү бишенсе тәүлегенә уңышлы тамамлана. Ҡасаҡтарҙы 21 сентябрҙән 22-һенә ҡарата төндә Ырымбур өлкәһе территорияһында тоталар. Тотҡан саҡта улар әүҙем ҡаршылыҡ күрһәтә, ут аса. Милиционерҙарҙың береһенә пуля тейә: Башҡортостан ОМОН-ы снайперы 29 йәшлек милиция прапорщигы Сергей Гудковтың сирағы һәм беләге үтәнән-үтә яралана. Ҡасаҡтар үҙҙәре бер ниндәй ҙә зыян күрмәй.
       Асыҡланыуынса, дүртәүһе лә Татарстан кешеләре була, улар хөкөмдән ҡасып Башҡортостан территорияһына килеп сыҡҡан. Тикшереү органдары раҫлауынса, ике ир ҙә ваххабизм динен тота һәм 2002 йылдан "Ислам джамааты" законһыҙ ҡораллы формированиеһында торған. Бынан тыш, улар "Кавказ берләшкән көстәренең юғары хәрби Мәжлисүл Шураһы" тыйылған экстремистик ойошмаһы эшмәкәрлегендә ҡатнашҡан. 2004 йылдан уларҙы, террористик һәм экстремистик эшмәкәрлектә ғәйепләп, эҙләү иғлан ителгән булған. Енәйәтселәрҙе тотҡан ваҡытта Татарстан Юғары судында уларҙың фекерҙәштәренә ҡарата процесс барған булған, һөҙөмтәлә барыһын да ғәйепле тип танып, оҙаҡ ваҡытҡа төрмәгә ултыртырға хөкөм сығарылған. Ҡасаҡтар иһә был ваҡыт эсендә үҙ ҡатындары менән урмандарҙа йәшеренеп, ил буйлап күсеп йөрөгән. Былтыр августа улар Белорет районында биш ат урлаған, дүртәүһенә үҙҙәре һыбай атланған, ә бишенсеһендә әйберҙәрен йөрөткәндәр. Рюкзактарында кәрәк-яраҡ әйберҙәрҙән тыш, бер нисә атыу ҡоралы, боеприпастар, навигация приборҙары, Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәренең ентекле географик карталары табылған.
       Дүрт ғәйепләнеүсегә ҡарата енәйәт эшен РФ прокуратураһы ҡарамағындағы Тикшереү комитетының БР буйынса Тикшереү идаралығында тикшерәләр. Өлкән тәфтишсе Тимур Исмәғилевтың әйтеүенә ҡарағанда, ғәйепләнеүселәр террорсылыҡтан башҡа бөтә ғәмәлдәрен танынылар. Шулай уҡ ҡатындарҙың береһе үлтереүҙә ғәйепләүҙе танымай.
       Тикшереү 2008 йылдың февралендә тамамланды. Юғары судта был яңғырауыҡлы эш судья Земфира Латипова рәйеслегендә ҡарала. Ғәйепләнеүселәрҙең юллауы буйынса процесс присяжныйҙар ҡатнашлығында үтә. Ике яҡтан Өфөгә уларҙың туғандары һәм яҡындары килде. Үлтерелгән ике милиционерҙың да балалары ҡалды: Сәғиҙуллиндың 18 йәшлек ҡыҙы һәм 14 йәшлек улы, ә Шәмсетдиновтың ете йәшлек ҡыҙы. "БАШвестЪ" хәбәрсеһе менән әңгәмәлә Алмас Шәмсетдиновтың ағаһы Руслан, улар үлтереүҙә ғәйепләнеүселәр иң ҡаты язаға лайыҡ тип иҫәпләйҙәр, тип белдерҙе. Ғәйепләнеүселәрҙең яҡындары, үҙ сиратында, хөкөм ителеүселәрҙе ғәйепһеҙ тип бара.
       Кисә хөкөм итеү һығымтаһы иғлан ителергә тейеш ине, әммә тыңлау кисектерелде. Быға сәбәп булып хөкөм ителеүселәрҙең береһенең уға тикшереү тарафынан тәғәйенләнгән адвокаттан баш тартыуы тураһында юллауы торҙо. "Беҙ билдәле бер яҡлау позицияһын эшләй алманыҡ", - тине ул судҡа. Енәйәт-процессуаль кодексы бындай ғәйепләү буйынса эште адвокатһыҙ ҡарауҙы тыйыу сәбәпле, тыңлау кисектерелде. Сираттағы ултырыш 9 июнгә тәғәйенләнде. Был ваҡытҡа тиклем хөкөм ителеүсегә - адвокат табырға, ә һуңғыһына эш материалдарын өйрәнеп өлгөрөргә кәрәк.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал