6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Паркур менән шөғөлләнеү кәрәкме...
26.05.08


       Страховкаһыҙ ҡыйыҡта йөрөгән, еңел генә ике метрлыҡ ҡойма аша һикереп сыҡҡан, ҡурҡмайынса теләһә ҡайһы бинаға үрмәләп менеп киткән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе күрһәгеҙ, аптырамағыҙ. Уларға нисек ҡарау - һеҙҙең эш. Уларҙы аҡылдан яҙған, экстремалдар тип тә атай алаһығыҙ. Быға улар үпкәләмәйәсәк. Был үҫмерҙәрҙең үҙ фәлсәфәһе һәм үҙ тормош принциптары.
       Улар үҙҙәрен трейсерҙар, йәғни үҙ юлдарын үҙҙәре һалыусылар, тип атай. Бөгөн беҙ паркур - үҙ сафына экстремаль үҫмерҙәрҙе йыйған яңы йәштәр хәрәкәте тураһында һөйләйәсәкбеҙ.
       - Паркур - ул күсеп йөрөү оҫталығы, - тип һөйләй 19 йәшлек трейсер Олег. - Беҙ тиҙлеккә ынтылабыҙ, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығабыҙ. Беҙҙең философиябыҙ бик ябай: сик юҡ - тик ҡаршылыҡтар ғына бар.
       Олег әйтеүенсә, паркур - ул акробатика, йүгереү, көрәшеү оҫталығы һәм трейсерҙың үҙенең сикһеҙ фантазия ҡатнашмаһы.
       - Был таш джунгли буйлап күсеү оҫталығы, был беҙҙең үҙ-үҙебеҙҙе камиллаштырыуға юлыбыҙ, - тип иҫәпләй ул. - Элек мин тәмәке тарта инем, һәр кис һайын дуҫтарым менән һыра эсә торғайным. Ә хәҙер мин сәләмәт йәшәү рәүеше алып барам, күп күнекмәләр яһайым. Паркур - тәмәке тартыуға һәм эскелеккә бик яҡшы альтернатива.
       - Ҡасан һиңә паркур менән шөғөлләнеү уйы килде?
       - Моғайын, барыһы ла үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла "Ямакаси", "13-сө район" кеүек фильмдарҙы ҡарағандыр. Мәҫәлән, тап "Ямакаси" фильмынан һуң мин паркур менән шөғөлләнә башланым. Ә паркур легендаһы Дэвид Белл тураһында белгәс, "13-сө район" фильмын да ҡараным, уға оҡшарға тырыштым һәм шөғөлләнә башланым, трейсер-малайҙар менән таныштым. Шунан башланып китте лә...
       - Туҡта әле, "Ямакаси" фильмын ҡарағандан һуң, паркурҙы өй бурҙары уйлап сығарған, тигән тәьҫир ҡала бит. Һин быны хуплайһыңмы ни?
       - Хәҙер мин быны аңлайым. Ләкин фильмда Люк Бессон трейсерҙарҙы яҡшы яҡтан да күрһәтә бит. Мин, мәҫәлән, бер ҡасан да үҙ күнекмәләремде бындай маҡсатта файҙаланмаҫ инем. Бөтәһе лә кешенең үҙенә бәйләнгән.
       - Бына хәҙер мин трейсерҙарҙы тотоп, уларға шөғөлләнергә бирмәгән милиция хеҙмәткәрҙәрен аңлайым. Бәлки, һеҙҙән дә шундай уҡ бурҙар үҫер...
       - Ҡабатлап әйтәм, бер ваҡытта ла урлашмаясаҡмын, миңә был кәрәкмәй. Ә бына милиция менән проблемалар булды. Улар беҙҙе бөтә ерҙән ҡыуалар. Күптән түгел мин ҡала үҙәгендә күнекмә яһап йөрөгәндә ике милиционер килде лә участкаға алып китергә булды. Ҡасырға тура килде, әлбиттә, улар ҡыуып етә алманы. Мин ҡойма аша еңел генә һикереп сыҡтым, ә улар сыға алманы. Бер шулай йөрөгән ҡыҙымдың балконына мендем, ул өсөнсө ҡатта йәшәй. Уның ата-әсәһенең ҡото алынды, "менттар"ҙы саҡырырға уйлағайнылар, көскә аңлаттыҡ.
       - Һинең паркур менән шөғөлләнгән таныш ҡыҙҙарың бармы?
       - Икәү бар. Минең һөйгән ҡыҙым да шөғөлләнергә уйлағайны, мин уны тыйҙым, муйынын һындырыр, тип ҡурҡам.
       - Нисек уйлайһың, ҡыҙҙарға бының менән шөғөлләнергә кәрәкме?
       - Әгәр ҡыҙҙың уны яҡларлыҡ егете булмаһа, паркур уға файҙаға буласаҡ. Күп шөғөлләнһәң, был бик яҡшы үҙеңде яҡлау ысулы. Әгәр ҡапыл ҡыҙға, әйтәйек, берәй маньяк һөжүм итһә, йәки кемдер уны эҙәрлекләһә, ул һәр ваҡыт ҡасып ҡотола аласаҡ. Һәм стена, ҡапҡа йәки ҡойма кеүек ҡаршылыҡтар уға ҡамасау яһамаясаҡ, ә иреккә юл ғына буласаҡ.
       - Олег, паркур - шулай ҙа хәүефле ваҡыт уҙғарыу. Ни өсөн тап ошо йүнәлеште һайланың?
       - Паркур менән шөғөлләнеү өсөн йәшәү рәүешеңде уға яраҡлаштырырға кәрәк. Ул көстө, етеҙлекте, ҡыйыулыҡты, аҡылды үҫтерә. Паркур - ул хәүефле шарттарҙа кешенең көсөн һынау.
       - Һинеңсә, паркур ниндәй йәштә башлана?
       - Паркур менән алты йәштә, ете йәштә лә шөғөлләнә башларға мөмкин. Иң мөһиме - ул теләк! Ә ҡалғаны ваҡыт үтеү менән үҙенән-үҙе киләсәк. Тик бына ун йәшлек малайҙан нимә алаһың инде? Ул бер ваҡытта ла үҙенән нимә талап ителгәнен аҙағынаса аңлап еткермәйәсәк. Минеңсә, иң яҡшыһы - мускулдар нығынғас, үҙ-үҙеңде һаҡлау тойғоһо барлыҡҡа килгәс, 15-16 йәштә башлау.
       - Күнекмәлә һин нимә менән шөғөлләнәһең?
       - Ғөмүмән, паркурҙа физик әҙерлек бер нисә этапҡа бүленә. Мәҫәлән, дөрөҫ тын алырға өйрәнергә кәрәк, был мускулдарҙы үҫтереү өсөн мөһим. Тигеҙлекте һаҡларға өйрәнеү бик мөһим.
       - Ҡатын-ҡыҙҙарға хас һорау. Бына мин бер нисә тапҡыр трейсерҙарҙы күҙәткәнем бар, улар барыһы ла туҙған кейем кейә, матурыраҡ күренгегеҙ килмәйме һуң?
       - Беҙҙең өсөн тышҡы йөҙ - мөһим түгел. Әгәр хәрәкәткә ҡамасауларлыҡ кейем, ниндәйҙер кеда кейһәң, шөғөлләнеүе уңайһыҙ буласаҡ. Ә ҡыҙҙар беҙгә былай ҙа иғтибар итә.
       - Олег, һин хәүефлелек тураһында күп һөйләнең, үҙеңдең имгәнгәнең булдымы?
       - Бер нисә тапҡыр башым менән стенаға бәрелдем, елкәмде ауырттырғаным булды. Ләкин былар барыһы ла былтыр, тәжрибәһеҙлек һәм амбиция арҡаһында булды. Дуҫым ике метрлыҡ бейеклектән һикереп, ҡулын һындырҙы. Имгәнеүҙәр булғылай, әлбиттә. Ләкин был ҡурҡыныс түгел. Ниндәйҙер трюк яһар алдынан үҙ көсөңә ышаныу кәрәк. Ҡыҫҡаһы, "Ышанмайһың икән, маташма!" тигән ҡағиҙә бар. Паркурҙа тағы ергә дөрөҫ төшөү мөһим. Был сирағыңды, тубығыңды, тарамыштарыңды һаҡлау нигеҙе.
       Редакциянан. Былар барыһы ла ҡыҙыҡ, хатта мауыҡтырғыс, әлбиттә... Әммә йәш быуындың үҙен ни тиклем хәүеф аҫтына ҡуйыуынан ҡот оса. Бер ваҡыт шулай коллегабыҙ Ҡунаҡһарайҙа фонтан сите буйлап барҙы ла уңайһыҙ һикереп төштө һәм... үксәһен һындырҙы. Ул бер нисә ай буйына гипста йөрөнө. Был бәләкәй генә бейеклектән. Ә гараж башынан һикереүҙе, стенанан ҡаҡлығыуҙы, асфальтта баш аша әйләнеүҙе күҙ алдына килтерегеҙ әле... Юҡ, үҫмерҙәрҙе бындай яңы модаға ингән ҡаршылыҡтар полосаһынан ҡотҡарырға кәрәк! Әллә юҡҡа хафаланабыҙмы?.. Ҡалабыҙҙағы врач-травматологтарҙан һорайыҡ әле.
       22-се ашығыс медицина ярҙамы ҡала дауаханаһының травматология һәм ортопедия бүлексәһе мөдире Марат Мөслимов:
       - Беҙ бындай күмәк психозды күҙәтмәйбеҙ. Әлбиттә, беҙгә имгәнгән үҫмерҙәрҙе килтергән осраҡтар булғылай. Ләкин беҙҙә балалар дауаханаһы түгел бит. Ә өлкәндәр, бәхеткә ҡаршы, гараж буйлап йүгермәй, ҡойманан һикермәй.
       17-се ашығыс медицина ярҙамы ҡала балалар дауаханаһының травматология һәм ортопедия мөдире Рауил Ғафуров:
       - Эйе, беҙҙең дауаханаға ҡулдары, аяҡтары һынған үҫмерҙәрҙе килтерәләр. Ләкин улар бик һирәк осраҡта ни булыуы хаҡында дөрөҫөн әйтәләр бит. Статистика буйынса бындай имгәнеүҙәр бөтә осраҡтарҙың биш-алты процентын тәшкил итә. Юл-транспорт һәләкәте - бына нимәгә иғтибар бирергә кәрәк. Йышыраҡ юлға йүгереп сыҡҡан балалар бәләгә тарый, ә ҡойма- ағасҡа үрмәләүселәр түгел.
       Геройыбыҙ үҙе, паркурсы Олег, әлбиттә, бында ла яуапһыҙ ҡалмай:
       - Ни өсөн һеҙ быны ҡурҡыныс тип уйлайһығыҙ? Шулай булған хәлдә лә - мин ҡурҡаҡ түгел! Хәйер, дөрөҫөн әйткәндә, паркур менән шөғөлләнгән һәр кеше ниндәйҙер кимәлдә ҡурҡа, әлбиттә. Әммә айыҡ фекер йөрөтөүсе бер кем дә үҙен күрәләтә ҡурҡыныс аҫтына ҡуймай. Ләкин үҙеңдең ҡурҡыу тойғоңа ҡаршы көрәшә белергә кәрәк. Башта трейсерға күп ҡурҡыуҙарҙы еңергә тура килә. Урамда күнекмә яһаған ваҡытта ҡурҡыу аҡрынлап юғала, үҙ-үҙеңә ышаныс арта. Ниндәйҙер элементты эшләр алдынан уны ысынлап та эшләй алырыңа ышаныу кәрәк. Шул саҡта бөтәһе лә яҡшы буласаҡ.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал