6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Урындағы үҙидарала үҙгәртеүҙәр
26.05.08


       Моғайын, барыһы ла урындағы үҙидарала ҡатнашыуҙан ҡасып ҡотолоп булмаясағын һәм барыбер унда ҡатнашырға тура киләсәген аңлағандыр. Әгәр ҡалала йәшәһәң, иҫкергән күп фатирлы йортта нимәне беренсе сиратта ремонтларға кәрәклеген, ә инде ауылда йәшәһәң, ер пайын нисек ғәҙел бүлергә икәнлеген хәл итергә тура киләсәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, урындағы үҙидара индерелә. Һуңғы ваҡытта телдән төшмәгән 131-се закондың ыңғай һәм кире яҡтары тураһында күп һөйләргә, был закон ҡуйған бөтә тотҡарлыҡтарҙы үтеп, алға барырға ла мөмкин.
       Ошо көндәрҙә Өфөлә, Конгресс-Холда, Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең II съезы үтте. Унда республика муниципаль берәмектәренең меңдән ашыу делегаттары, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, министрлыҡтар һәм ведомстволар, республикалағы федераль дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашты.
       Бына ике йыл инде эшләп килгән "БР муниципаль берәмектәре Советы" Ассоциацияһының эше тикшерелде. Был ойошма муниципаль берәмектәрҙең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, уларҙың эшмәкәрлеген урындағы үҙидараны үҫтереүҙең бөтә йүнәлештәре буйынса яраштырыу өсөн булдырылды. Советтың төп маҡсаттарының береһе - граждандарҙы урындағы үҙидара процесына ылыҡтырыу һәм республика муниципаль берәмектәренең Рәсәй һәм халыҡ-ара муниципаль-ара хеҙмәттәшлек ойошмалары менән килешеп эш итеүен тәьмин итеү.
       Съезда БР Президенты Мортаза Рәхимов сығыш яһаны.
       - Бөгөн тәүсираттағы бурыс - муниципалитеттарға финанс йәһәтенән үҙ-үҙен тәьмин итеү мөмкинлеге бирерлек ныҡлы иҡтисади база булдырыу. Әлегә биләмәләрҙең үҫеше күп яҡлап республика ярҙамына бәйле. Былтыр ғына урындағы бюджеттарҙың үҙ вәкәләттәрен үтә өсөн Муниципаль райондар һәм ҡала округтарына финанс ярҙамы күрһәтеү фондынан республика бюджетынан 4 миллиард 500 миллион һумлыҡ дотация бүленде. Быйыл алты миллиард һумдан ашыу бүлеү планлаштырыла. Өҫтәүенә 1019 муниципаль берәмектең 583-ө үҙ килемдәренең 50-90 проценты һәм унан күберәк күләмдә бюджет-ара трансферттар ала. 956 биләмә бюджетының 34-е генә үҙ-үҙен тәьмин итеү мөмкинлегенә эйә!
       Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Анатольевич Медведев үҙенең сығыштарында күп тапҡырҙар билдәләүенсә, муниципалитеттарҙың финанс йәһәтенән үҙ-үҙен тәьмин итеүе барлыҡҡа килгән стереотиптарҙы, "өҫтән" мәңге ярҙам көтөп ултырыуҙы юҡҡа сығармайынса мөмкин түгел. Бынан бер генә һығымта яһарға мөмкин. Килемдәрҙе арттырыу буйынса эште эҙмә-эҙлекле көсәйтергә, бюджет аҡсаһын тотоноуҙың һөҙөмтәлелеген арттырырға кәрәк. 2007 йылда һалым һәм һалым булмаған түләүҙәрҙе индереүҙең элгәрге йыл кимәленә ҡарата 41 процентҡа артыуы бик яҡшы. Әммә әлегә был ғына етмәй!
       - Урындарҙа физик шәхестәрҙең ер участкаларына һәм мөлкәткә милек хоҡуҡтарын ваҡытында рәсмиләштереү проблемаһы ла һаҡланып ҡалған, - тип дауам итте Рәхимов. - Шул уҡ ваҡытта был эштең яҡшы ойошторолоу өлгөләре лә бар. Мәҫәлән, Иглин районында Берҙәм мәғлүмәт тәҙрәһе булдырылған. Һөҙөмтәлә милекселәрҙең теркәлгән хоҡуҡтары һаны артҡан, урындағы бюджет килемдәре лә үҫкән. Бындай тәжрибәне әүҙем үҙләштерергә кәрәк.
       Ер ресурстарын рациональ файҙаланыу ҙур әһәмиәткә эйә. Муниципаль ер контролен индереү тураһындағы мәсьәлә күп тапҡырҙар күтәрелде. Әммә ул әлегә Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Күмертау ҡалаларында һәм Иглин районында ғына тейешле кимәлдә тормошҡа ашырыла.
       Президент граждандар тарафынан ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер өлөштәренә хоҡуҡтарын дәүләт теркәүе буйынса саралар айырым иғтибар талап итеүен билдәләп үтте. Тейешле норматив-хоҡуҡ акттары ҡабул ителгән дә инде. Зона семинарҙары үткәрелгән. Тейешле тәҡдимдәр эшләнгән. Әммә ҡайһы бер райондарҙа был мөһим эш "үҙағышына" ҡуйылған, быға юл ҡуйырға ярамай!
       Шулай уҡ ул ер өлөштәре милекселәре хоҡуҡтары һәм бурыстары йәһәтенән аңлатыу эшен һәр ерҙә әүҙемләштерергә саҡырҙы. Кешеләр ер пайҙарын һөҙөмтәле эшләүсе ауыл хужалығы предприятиеларына һәм намыҫлы инвесторҙарға ғына арендаға биреүҙең маҡсатҡа ярашлы булыуын аныҡ белергә тейеш. Ғәмәлдәге етештереүҙе насарайтырға, үҙләштерелгән сәсеү әйләнешен боҙорға ярамай.
       Съезда ҡатнашыусылар БР Президентының һүҙҙәре хаҡ булыуын телгә алып үтте. Мәҫәлән, эшен башҡаларға өлгө итеп ҡуйған Иглин районы хакимиәте башлығы Ришат Исхаҡов, хәҙер хәл итергә кәрәкле иң мөһим мәсьәлә - халыҡты урындағы үҙидараға йәлеп итеү, тип иҫәпләй. Күпме генә финанс һалма, ниндәй генә методикалар эшкәртмә, аҫтан яуап хәрәкәте булмаһа, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ.
       Ришат Сәлмән улы үҙҙәренең граждандарҙы үҙидараға нисек йәлеп итеүҙәрен һөйләп үтте.
       - Ауыл ерендә ерҙәрҙе бүлеү үҙе бер проблема булып тора. Республиканың ауыл ерендә йәшәүсе граждандарының пай ерҙәренә законлы хоҡуҡтарын тормошҡа ашырырға кәрәк. Дәүләт власының өҫкө эшелондарында бының менән дәүләт шөғөлләнергә тейеш, тип иҫәпләйҙәр. Минеңсә, бының менән урындағы үҙидара шөғөлләнергә тейеш. Был ерҙәрҙең кемгә тейешле икәнен халыҡ яҡшыраҡ белә. Власть тик пайҙарға бүлеү өсөн билдәле бер майҙан бүлергә тейеш.
       Республика, район власы ауылдарҙы төҙөкләндереүгә билдәле бер күләмдә аҡса бүлә. Күләм сикләнгән, был аҡсаға бер юлы ауылға һыу үткәргес үткәреп тә, юлды ремонтлап та булмай. Был осраҡта халыҡ үҙе хәл итергә тейеш - газ йәки һыу үткәргес үткәрергәме, әллә башҡа берәй нәмә эшләргәме.
       Урындағы үҙидараны финанс яғынан тәьмин итеүгә килгәндә, беҙ билдәле бер уңыштарға өлгәштек. Беҙҙең районда беҙ үҙ сығымдарыбыҙҙы үҙ килемдәребеҙ иҫәбенә тәьмин итәбеҙ.
       131-се закондың иҡтисади хаталары тураһында бына ул нимә тине:
       - 131-се закондың ауылға ҡағылған, уның финанс хәлен насарайтҡан кәмселектәре республикабыҙ бюджеты тарафынан компенсациялана. Ауылда бик күп мәктәптәр, клубтар, башҡа социаль-мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар төҙөлә. Федералдар был объекттар өсөн милли проекттар уңыштары өсөн тип отчет бирә, ә беҙ - урындағы үҙидара уңыштары өсөн тип. Президент һәм БР Хөкүмәте ауылда үткәргән ҙур эш 131-се закондың кире йоғонтоһон компенсациялай һәм халыҡ алдында 131-се закондың абруйын күтәрә.
       Ишембай ҡалаһы һәм районы муниципаль берәмеге башлығы Рәйес Ибраһимов та шундай уҡ фекерҙә.
       Ибраһимов та, Исхаҡов та, һәр ил урындағы үҙидараны аяҡҡа баҫтырыуҙың үҙ юлын үтә, һәм Башҡортостан халҡына үҙидараның рәсәйсә, башҡортса моделен эшләргә кәрәк, тип раҫлай.
       - Республикала нормалар әҙерләү федераль закондарҙың осло мөйөштәрен тигеҙләй, Һәм беҙ үҙ кимәлебеҙҙә законға ярашлы акттар ҡабул итәбеҙ, улар ҙа урындағы үҙидараны көйләй, - ти Исхаҡов. - Урындағы үҙидара бөтә донъяла бар, тик беҙгә уны йылдамыраҡ темптар менән "үтергә" тура киләсәк. Беҙгә ҡалғандарҙы ҡыуып етергә кәрәк, сөнки беҙ Евросоюзда, донъя ойошмаларында ла булырға, ҡалған бөтә демократик дәүләттәр кеүек үк позиция яуларға ла теләйбеҙ. Беҙгә финиш нөктәһенә етеҙ атларға тура киләсәк. Беҙ барыбер тигеҙләшәсәкбеҙ, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал